Дан ғаиләләр – ил ҡото!

Дан ғаиләләр – ил ҡото! Ышаныс, тоғролоҡ, берҙәмлек, һөйөү ептәренән бәпләп сигелгән ғаилә бәхетен бер ниндәй ҡиммәттәргә лә тиңләп булмайҙыр. Ғүмер ағышындағы ел-дауылдарға, ваҡыт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бәҫен, ҡәҙерен юғалтмай, йылдан-йыл нығына, тәрәнәйә барған хистәр ҡоршауында йәшәп, тормоштоң ысын мәғәнәһенә төшөнгән, бәхет серен асҡан абруйлы парҙар һәр ваҡыт ғорурлыҡ һәм һоҡланыу уята. Журналыбыҙҙың сираттағы сәфәрендә ихлас, егәрле һәм ижад һөйөүсән халҡы, Нөгөш һыуһаҡлағысы, тарихи Көнгәк тауы менән билдәле, шулай уҡ Башҡортостаныбыҙға Булат Рафиҡов, Динис Бүләков кеүек данлыҡлы шәхестәрҙе бүләк иткән бәрәкәтле Мәләүез еренә юл алыуыбыҙ ҙа оло, емешле хеҙмәт һәм тормош юлы үткән, яҡташтарына үрнәк, бер-береһенә тотороҡло ҡәлғә булып, гөрләтеп донъя көткән ишле ғаиләләр менән танышыуға арналды.

... «Ныҡлы ғаилә – ил күрке» тигән сағыу сара әүҙем һәм рухлы ханым Рәзилә Ҡотлогилдина ойоштороуында фәһемле лә, хисле лә, ижади ҙа төҫ алды. Байрам майҙанында оҙон ғүмер юлы үткән тырыш ғаиләләр, өлгөлө атайҙар һәм уңған йорт хужабикәләре үҙҙәре менән таныштырып, бәхет һәм татыулыҡ серҙәре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманы, тапҡырлыҡта, оҫталыҡта ла көс һынашты. «Үҙ-ара матур мөғәмәлә һаҡлап, һөйөүҙең һүнмәҫ көсөн үҙ тормош миҫалында иҫбатлаған ғаиләләрҙе тирә-яҡҡа танытайыҡ, оҫталыҡтарын күрәйек, зирәк кәңәштәрен тыңлайыҡ, тигән маҡсат менән ошо рухиәт майҙанына йыйылдыҡ. Ғаилә тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ышаныслы терәк – ир уҙамандарын данлау, шулай уҡ атай абруйын күтәреү, ата-бабаларҙан ҡалған аҫыл ҡиммәттәрҙе үҫеп килгән быуынға ҡәҙерләп тапшырыу – изге бурысыбыҙ», – тине Мәләүездең «Илһам шишмәләре» әҙәби түңәрәге рәйесе Рәзилә Фәттәх ҡыҙы, байрамды асып. Майҙан түрендә һәр ғаилә өсөн иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе — семәрле һандыҡ урын алғайны. Элек-электән хужабикәләр, өләсәйҙәр, ейәнсәрҙәре донъяға килеү менән, уларға бағышлап һандыҡ яһатҡан, бирнәлек әйберҙәр йыйған. «Етенән йыйһаң — етер, алтынан йыйһаң — артыр» тигән ололар. Изге Ҡөрьән китабын, һалдаттан килгән өскөл хаттарҙы, затлы милли кейемдәрҙе, еңгәй бүләктәре – йөҙөк-сулпыларҙы, ҡашмау-селтәрҙәрҙе һаҡлаусы тылсымлы һандыҡ ғаилә бөтөнлөгөн хасил иткән ниндәйҙер символик көскә эйә изге хазина кеүек тә ҡабул ителгән. Шуға һандыҡ эсендәге сер һәр ваҡыт ҡыҙыҡтырып, үҙенә йәлеп итә торғандыр. Семәрле һандыҡтың әллә күпме тарих һаҡлауын, уның ни тиклем бай, ҡәҙерле һәм мөһим ваҡиғалар шаһиты булыуын аңлау йөрәккә ниндәйҙер яҡты сатҡы ла өҫтәй, әйтерһең. Мәләүез районының төрлө тарафтарынан йыйылған күркәм ғаиләләр, үҙ сер һандығын асып, мөхәббәт тарихтарын, ғаилә йолаларын, уңыш серҙәрен бәйән итте.
Дан ғаиләләр – ил ҡото!
Әбет ауылынан Сәлхиә һәм Ривал Хайсаровтарҙың бергә татыу ғүмер итеүенә – 47 йыл. Сәлхиә Әхмәҙи ҡыҙы ғүмер буйына – һатыусы, ә тормош иптәше Ривал Хөснулла улы шофер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Мәләүездә йәшәгән ҡыҙҙары Гөлнара өс ул тәрбиәләй. Сәлхиә апай әйтеүенсә: «Тормошта һауыт-һаба шалтырамай тормай, беребеҙ асыуланғанда, икенсебеҙ тынып ҡала. Әгәр үҙеңде тыйып өйрәнмәһәң, насар ғәҙәт аҙырға ғына тора бит ул, яманлыҡҡа, тиҫкәрелеккә юл ҡуйыу бер ҡасан да яҡшылыҡҡа килтермәй. Ҡатын-ҡыҙға тәбиғәттән мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәләте һалынған, сиктән сығып сайпылмау, эске тигеҙлек, тыныслыҡ гүзәл заттың тышҡы матурлығын ғына түгел, һаулығын да һаҡлай».
Дан ғаиләләр – ил ҡото!
Смактан Гөлнизам һәм Миҙхәт Таштимеровтар 42 йыл бергә матур итеп донъя көтә. Тормош иптәше – колхоз рәйесе, үҙе уҡытыусы булып эшләгән. Өлкән улдары Илгиз дә, әсә юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Ул – дүрт бала атаһы. Табип-невролог һөнәренә эйә Рәсимә ҡыҙҙары ике ҡыҙ, бер ул үҫтерә. Кеселәре Марат ҡатыны Гөлнара менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. «Ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл да, эшсән дә, хәстәрлекле лә, сәмле лә булып быуын нығыта. Ғаилә ул усаҡ кеүек. Ундағы ҡуҙ ни хәтлем дөрләберәк янһа, унан сыҡҡан йылылыҡ та көслөрәк була. Ана шул ҡөҙрәтте йөрәгенә һеңдереп үҫкән балалар, үҙҙәре лә атай-әсәй булғас, түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшыра», – ти Гөлнизам Сәғит ҡыҙы...
Дан ғаиләләр – ил ҡото!
...Күңелле лә, фәһемле лә сара йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Ғаиләләр үҙҙәре хаҡында бәйән итеп, йырлап-бейеп, шиғыр һөйләп кенә ҡалманы, телмәр һәм һүрәт төшөрөү оҫталығында ла ярышты. Ҡала мәҙәниәт йортоноң «Аманат» башҡорт фольклор вокаль-инструменталь ансамбле солисы Фәнил Яманаев ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға йыр бүләк итте. Шағир Рәдиф Тимершин шиғыр һөйләне. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы баш мөхәррире, танылған шағирә Гөлназ Ҡотоева абруйлы, татыу ғаиләләрҙе тәбрикләп, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. «Ошондай күркәм ғаиләләр – илебеҙ терәге, – тине Гөлназ Мират ҡыҙы. – Кешене эш йәшәтә, хыял ҡанатландыра, тырышып донъя көткән, үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырған, ҡайнар йөрәктәре менән тормошҡа йән өргән ғаиләләр – райондың ғына түгел, республикабыҙ биҙәге, йәме, ҡото ул. Оҙон-оҙаҡ бергә ғүмер иткән парҙарҙан беҙ ҙә үрнәк алабыҙ, уларҙың бәхете йәштәргә лә өмөт, мөхәббәткә ышаныс, талпынып йәшәргә ҡуҙ өҫтәй»...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook