ӘБЙӘЛИЛ – ЯҠТЫ, НУРЛЫ, ЙЫРЛЫ ИЛ!

Әбйәлилдең гербына төшөрөлгән көмөш ат тоғролоҡ, сыҙамлыҡ һәм зирәклекте һынландыра. Легенда буйынса, бындай толпарҙар борон-борон замандарҙа күл төбөндә йәшәгән. Кешеләр әле уны ҡулға эйәләштермәгән булған.
ӘБЙӘЛИЛ – ЯҠТЫ, НУРЛЫ, ЙЫРЛЫ ИЛ!
Бер мәл күл эйәһе Әбйәлил исемле егет менән бәхәсләшә. Кем дә кем ат менән күлде беренсе урап килә, шул еңеүсе буласаҡ, тиҙәр. Күл эйәһе атты елкәһенә һалып йүгереп китә, ә зирәк Әбйәлил толпарға атланып күлде әйләнеп тә сыға. Күл эйәһе еңелеүен таный һәм егеттең тапҡырлығына, тәүәккәллегенә һоҡланып, арғымаҡты уға бүләк итә. Шул замандарҙан Әбйәлилдә иң шәп аттар һәм иң батыр, тәүәккәл егеттәр йәшәй икән! Әммә халыҡтың әкиәтендә лә хәҡиҡәт бар. Хеҙмәттәр, яуланған үрҙәр шуны дөрөҫләй. Ғорурланырлыҡтары бихисап. Ҡасандыр Әбйәлил ерлегендә тыуған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәреү хәҙер бөтә республикабыҙҙың һәр төбәгендә матур йолаға әйләнде, «Айыҡ ауыл» акцияһы ла ошонда инеш алды.


Әҙәби һабантуй
Башҡорт әҙәбиәтенә Шакир Бикҡолов, Рамаҙан Өмөтбаев, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Зөһрә Фәйзуллина, Иҙрис Ноғоманов, Гөлнара Хәлфетдинова кеүек ҡәләм оҫталарын биргән төбәк һүҙ ҡәҙерен белгән, матбуғатты күпләп уҡыған, һәр яңылыҡҡа асыҡ, әүҙем халҡы менән дә иғтибарға лайыҡ. Әҙәби марафонды юғары кимәлдә ҡабул итеп, йәш яҙыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында бик күп ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып тормошҡа ашырыуҙары ла һөйөнөслө. Ошо матур, нурлы, йырлы районға сәфәребеҙ Әҙәбиәт йылын ябыу һәм Кино йылын асыу сараһында ҡатнашыу менән башланып китте. Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ.
ӘБЙӘЛИЛ – ЯҠТЫ, НУРЛЫ, ЙЫРЛЫ ИЛ!
Мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, драматург Наил Ғәйетбаев, «Ҡуңыр буға» Урал аръяғы әҙәби ойошмаһы рәйесе Мәүлит Ямалетдин, районда байтаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән «Йәйғор» әҙәби берекмәһенән генә иллегә яҡын ижадсы саҡырылған. Кисәлә исемдәре республика кимәлендә билдәлеләре лә, яңы ҡәләм тибрәтә башлағандары ла тыуған еренә, халҡына һөйөү тулы хистәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты, байрам әҙәби һабантуй төҫөн алды. Кино йылына старт бирелде.
Район хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙов Хоҙай тарафынан бирелгән һәләткә эйә ижадсылар күп булмауын, уларҙың ынтылышын күрә белергә һәм үҫтерергә кәрәклеген билдәләне.

Ҡотло булһын шәп китап!
Тағы бер һөйөнөслө ваҡиға: райондың ойошторолоуына 85 йыл тулыуға арнап, «Әбйәлил энциклопедияһы» донъя күрҙе.
ӘБЙӘЛИЛ – ЯҠТЫ, НУРЛЫ, ЙЫРЛЫ ИЛ!
624 битлек китапта район географияһы, тарихы, ер-һыу атамалары, тармаҡтар үҫеше, кешеләре тураһында баһалы мәҡәләләр, фотоһүрәттәр тупланған. Баҫмала Советтар Союзы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Дан һәм Ленин ордендары, «Әсәлек даны» миҙалы кавалерҙары, төрлө премия лауреаттары хаҡында ентекле мәғлүмәт табырға була. Мәҡәләләр йыйыу барышында ошондай табышҡа ла юлығалар: быға тиклем өс кенә Социалистик Хеҙмәт Геройы бар тип иҫәпләнһә, хәҙер был исемлеккә Күсем руднигы шахтеры Е.Д. Борзенков өҫтәлгән. «Әбйәлил энциклопедияһы»н булдырыуҙы хәстәрләгән район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовҡа, китапҡа материалдар туплауҙы ойоштороп, үҙҙәре лә мәҡәләләр яҙып тос өлөшөн индергән Линиза Сәғәҙиева, Мират Бикмәтов, Рифҡәт Әсәҙуллин, Фирүзә Сафина, Фәриҙә Кучимова, Әҙеһәм Хәмзин, Әлфиә Әҡсәнова, Камил Мәһәҙиев, Самат Фәйзуллинға һәм башҡа яҡташтарына айырыуса рәхмәтле әбйәлилдәр.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook