Гөрләне нурлы Ҡаҙан

Гөрләне нурлы Ҡаҙан Төрки донъяһы тиһәк, һәр ваҡыт күҙ алдыбыҙға Төркиә килә. Ҡасандыр бер атанан таралған төрки халыҡтарын туплап, ҡәрҙәштәрсә таяныс та, йыуаныс та булырға ынтылған, күңелгә ғәжәп яҡын ил булғанға ла шулайҙыр ул. Әҙәбиәтселәр, сәнғәтселәр, кинематографистар йыйындары ла йыш ҡына Төркиәлә үтә. Төрки донъяһы журналистарының беренсе йыйыны ла 2014 йылда тап Төркиәлә, Иҫкешәһәр ҡалаһында, уҙғайны.

Быйыл 20 илдән төрки телдә ижад итеүсе йөҙҙән артыҡ ҡәләм әһеле төрки донъяһы журналистарының II халыҡ-ара йыйынына, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙанға, юлланды. Былтыр төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителеп, барлыҡ әһәмиәтле саралар ошонда уҙһа, быйыл иһә татар матбуғатының – 110, Татарстандың яңы дәүләтселегенең 25 йыллыҡтары билдәләнгән ваҡытта йыйындың тап бында үтеүе ҡиммәтле. Съездың ойоштороусылары – Төрки донъяһы журналистары федерацияһы Президенты Мәндәрис Дәмирҙән, яуаплы секретары Шәмсетдин Көзечиҙән, «Татмедиа» матбуғат һәм массакүләм коммуникациялар агентлығынан саҡырыу хатын алғас, түбәбеҙ күккә тейҙе!

Башҡортостандан был бәхет «Башҡортостан ҡыҙы»нан Гөлнара Хәлфетдинова менән миңә һәм «Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаеваға насип булды.
ХХ быуат башында бер атанан таралған төркиҙәр үҙ-ара тәржемәсеһеҙ ҙә аңлашһалар, хәҙер телдәр ҙә, күңелдәр ҙә бер-беребеҙҙән йыраҡлашҡандай: төрөк, әзербайжан, төркмән ҡәрҙәштәребеҙҙе аңлар һәм ошо телдәрҙә сығыш яһау, яҙыу, ижад итеү өсөн беҙгә уны махсус өйрәнеү лазым.

Гөрләне нурлы Ҡаҙан
Форум күргәҙмәнән башланды. Төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә нәшер ителгән матбуғат менән танышып аралашыу, үҙебеҙҙе танытыу мөмкинлеге лә ине ул. Башҡортостан ҡыҙҙарының нурлы йөҙҙәрен балҡытып, журналдарыбыҙҙы теҙеп ҡуйғас, беҙгә иғтибар бермә-бер артты. Республикабыҙ, уның халҡы, нисек йәшәүе беҙ менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һаны күбәйҙе. Шым ғына килеп баҫмабыҙҙы уҡырға тотоноусылар ҙа, оҙаҡ итеп һөйләшеп, танышып, киләсәктә хәбәрләшеп торорға теләк белдереүселәр ҙә булды. Йыйын асылыр алдынан ойоштороусылар махсус күргәҙмә буйлап уҙғанда беҙҙең журналдар ҡуйылған урынды иң матур мөйөш тип билдәләне. Татарстан Дәүләт советы рәйесе урынбаҫары Римма Ратникованың да, теләктәшлеген белдереп, «иң сағыу күргәҙмә» тигән фекергә мин дә ихлас ҡушылам, тип йылмайыуы күңелдәрҙе үҫтереп ебәрҙе.

Форумда татар журналистикаһының ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килеүе, уның төрки донъяһында тотҡан урыны, Татарстандың мөстәҡиллек өсөн көрәш алып барыуы хаҡында һөйләнелде, һүҙ ирке, ҡайһы өлкәгә нығыраҡ иғтибарҙы йүнәлтеү мәсьәләләре ҡуҙғатылды.

Иң әһәмиәтлеһе, моғайын да, журналистарҙың бер-береһе менән аралашыуы, фекер алышыуы булғандыр. Донъяла барлығы 250 мең ғағауыз иҫәпләнә. Улар 90-сы йылдар башында латин хәрефтәренә күскән. Хәҙер баҫмалары ошо яҙмала нәшер ителә. Был халыҡтың сағыу вәкиле Алла Буюк менән былтыр Гөлнара Хәлфетдинованың «Ғағауыз еренә сәйәхәт»ендә танышҡайныҡ инде. Форумға Алла ханым сағыу милли кейемдә килгән. Үҙе лә алсаҡ, көләс йөҙлө. Уның бағыусы ярҙамында сығарған йәштәр ижадын туплаған «Ғағауыз тауышы» тигән китабы, үҙе эшләгән «Ғағауыз хәбәрҙәре» гәзите, уларҙың матбуғаты күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Алла, шаярып билдәләүебеҙсә, бер йөҙҙә өсәүҙе таныта: шағирә лә ул, журналист та, тәржемәсе лә. Төрөк телен, туған теленә оҡшаш булғас, бик яҡшы белә. Аҙ һанлы иҫәпләнгән ғағауызса баҫылған гәзит-журналдарҙың тиражы 4 меңдән артмай.

Ә уның ҡарауы, ҡырғыҙ телендә нәшер ителгән матбуғаттың дөйөм тиражы 150 меңгә етә. Нәзирә Айтбәкова менән Ҡөҙрәт Тайсабаров форум алдынан үткәрелгән махсус бәйгелә еңгән. Улар етди әҙерлекле килеүҙәре, милли мәҙәниәттәрен күрһәтә алыуҙары менән айырылып торҙо.
Миллионлаған төрки ҡәрҙәштәребеҙ хәҙер Европа илдәрендә ғүмер итә. Улар ҙа әсә телендә баҫылған мәғлүмәт сараларына мохтаж. Ватан Өз Лондонда 18 йыл инде төрөксә-инглизсә «Ауропа» тип аталған аҙналыҡ гәзит нәшер итә, туғыҙ Интернет сәхифә булдырған.
«Беҙ тарихи Ватандан ситтә йәшәүсе кешеләр өсөн яҙабыҙ. Уларҙың ихтыяжын иҫәптә тотабыҙ, һүҙ иркенә ҡайһы бер сикләүҙәр бар, улар күберәк әҙәп ҡанундарына бәйле», – ти ул.

Ҡаҙан тиһәк, телгә «Сөйөмбикә» журналы килә. Был юлы ла журналдың баш мөхәррире Ләйсән Юнысова менән аралашып, уртаҡ проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдарын нисек күреүебеҙ, артабан ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә ниәтләнеүебеҙ хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Хеҙмәттәшлек нөктәләрен барланыҡ. Шағирә, журналист Асия Юнысова менән дә фекер алыштыҡ. Иҫтәлеккә фотоларға төштөк.
Төрки донъяһы журналистары федерацияһы Президенты кәңәшсеһе Абдулла Түрәр Йәнәр Башҡортостанда әҡрәбәләре йәшәүен белдерҙе, Октябрьский ҡалаһында булыуын, туғандары менән аралашыуын фотоһүрәттәр менән дәлилләне. Төркиәлә тыуып үҫһә лә, тамырҙары Башҡортостандан булғас, беҙҙең менән осрашыуына ихлас шатланды.

Азәр Асрәт Әзербайжандан килгән. «Баҡы ҡалаһында йәшәйем. Төрки донъяһында баҫылған матбуғатты тәржемәсеһеҙ уҡыйым. Һәр иртә төрки телдәрендә баҫылған мәғлүмәт менән танышам. Башҡортса, татарса, ҡаҙаҡса, үзбәксә, ҡырғыҙса – төрки донъяның һәр тарафында ниндәй ваҡиғалар бара, һәммәһе менән дә ҡыҙыҡһынып, дуҫтарым менән хәбәрләшеп торабыҙ», – ти ул. Азәр бейҙең (төрөктәр әфәнде мәғәнәһендә «бей» тип өндәшеүсән) руссанан төрөксәгә, төрөксәнән руссаға ла етеҙ тәржемәләүе хайран итте беҙҙе.
Форумдың ҡунағы Малик Керимов – месхетин төркиҙәренән. 1829 йылғы Рус-төрөк һуғышынан һуң икегә бүленеп, ерҙәре Грузия, Төркиәгә ҡушылған месхетиндар төрки илдәргә генә түгел, тотош донъяға һибелеп йәшәй. 1944 йылда Грузиянан Урта Азияға һөрөлгәс, ҡырым татарҙарынан айырмалы рәүештә, кире ҡайтып дәүләт төҙөй алмай.

Сербия төркиҙәренән Зәйнәл Бексаш «Төркисә» тип исемләнгән бала- лар журналы сығара. Ул үҙенең премияһын булдырып, телевидениела балалар тапшырыуҙары әҙерләп алып барыусы, сыуаш шағирәһе Марина Карягинаға тапшырҙы.

Үзбәк шағирәһе, телевидениела балалар өсөн тапшырыуҙар авторы Муаззам Иброһимова, тәнәйҙәр өсөн яҙылған әҫәрҙәр йыям, төрки донъяһының балалар әҙәбиәте антологияһын сығарырға йыйынам, электрон почта аша миңә әҫәрҙәрегеҙҙе ебәрегеҙ, тип мөрәжәғәт итте.

Ҡаҙан федераль университетына ректор менән осрашыуға барғанда, Башҡортостандан, Учалы ҡалаһынанмын, Вадим Үзбәков булам, тип бер егет беҙҙең менән танышты. ҠФУ- ның Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тарих һәм шәрҡиәтте өйрәнеү институтының төрки халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте бүлегендә уҡыйым, тарихсы буласаҡмын, тине ул. Атаһы Фәрит мәрхүм булған, әсәһе Зәмбилә Учалы ҡалаһында йәшәй икән. Вадим да форумда ойоштороусыларға ярҙамсы сифатында ҡатнашты. «Журнал аша һинән барыһына ла сәләм тапшырырбыҙ», – тип вәғәҙә иттек. Ысынында, киләсәктә ошо мәсьәләләрҙе өйрәнгән, әленән аңына һеңдерә йөрөгән йәштәребеҙ булыуына һөйөндөк.

Ойоштороусыларҙың береһе сығышы менән ираҡ төркмәндәренән булған Шәмсетдин бей ҡыҙы Айбәнизде алып килгән. Ул атаһының ауыр һәм яуаплы эшендә шым ғына булышып йөрөнө. Сараның уңышлы үтеүендә Айбәниздең дә өлөшө ҙур. Беҙ журналыбыҙҙың исеме яҙылған биҙәкле алъяпҡысыбыҙҙы тап уға һәҙиә иттек.

Йыйын аҙағында декларация ҡабул ителде. Журналистарҙы борсоған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелгән ине унда: милли мәсьәләләрҙе күтәреү, иркенән мәхрүм ителгән журналистарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, бөтөн төрки донъя өсөн махсус сайт булдырыу, барлыҡ хәбәрҙәрҙе лә шунда туплап барыу, ТРТ-ла «Ауаз» тапшырыуын күрһәтеүҙе ойоштороу, Ҡаҙанда Дәүләт телерадиокомпанияһының бюроһын асыу, бөтөн төрки донъяһы өсөн уртаҡ әлифба ҡулланыу...

Әйткәндәй, Төрки донъя хәбәрләшеү берлеге ойошторолоуы иғлан ителде һәм уның Башҡортостандағы вәкиле итеп «Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева билдәләнде. Берлеккә лә, ҡәләмдәшебеҙгә лә уңыштар ғына теләйек!
Ошондай сәйәхәттәр, эшлекле осрашыуҙар күңелде байытып ҡына ҡалмай, сыбар донъяла бер көс, ҡөҙрәт булыуыбыҙҙы таныта, һәр беребеҙҙең үҙенсәлектәребеҙҙе һәм уртаҡлыҡтарыбыҙҙы нығыраҡ аңларға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Ҡаҙан ҡалаһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook