Берҙәмлектә – тереклек

Берҙәмлектә – тереклек Ҡайҙа ла башлап, барыһын да ҡуҙғатып йөрөүсе лидерҙар була. Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова ана шундайҙарҙан. Унан «Беҙ бергә» тип аталған район конференцияһына саҡырыу алғас, шатланып юлға йыйындыҡ. Баҫмабыҙҙы районда алдырыусылар, уны әүҙем таратыусылар һаны байтаҡ. Маҡсатыбыҙ – күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙы тыңлау, йәшәйештәрен күреү, тын алыштарын тойоу.
Бөрйән Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренән һанала. Мәғрур тауҙар, олпат ағастар, солоҡ балы иле алсаҡ халҡы менән дан тота.
...Бөрйәнгә тәүге барған мәлем иҫкә төштө. Шағир Самат Ғәбиҙуллинға ҡуйыласаҡ таҡтаташты күтәреп, ваҡытынан алда вокзалға килеп төшкәс, аптырап баҫып торам. «Үҙемә ҡунаҡҡа апҡайтам», – тип алсаҡ һүҙ ҡушҡан берәүгә аптырап та, ғәжәпләнеп тә ҡуйғайным. Тәү күргән кешегә яҡты йөҙ күрһәтеп, ҡунаҡ итеү, кешегә ихтирам яғынан бөрйәндәргә етеүсе бар микән?

Осрашыу урыны – Байназар
«Башҡортостанда ниндәй матур ауылдарҙы беләһең?» – тип һора­һалар, һис икеләнмәйенсә әйт­кән ауылдарҙың береһе Байназар булыр ине. Һылыу Ағиҙелгә йәйрәргә мөм­кинлек биреп, тауҙар ҙа бер аҙ сигенеп баҫҡандай. Халыҡҡа иркенләп матур йорттар һалырға Хоҙай үҙе ҡушҡан. Һауа шарттары ла бында, әйтеүҙәренсә, йомшағыраҡ.
Конференцияны үткәреү урыны итеп Байназар мәҙәниәт йортон һайлауҙары уның тупһаһын ашатлап үт­кәс тә аңлашылды. Байназар урта мәктәбе бейеү ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙарының ут сәсрәтеп бейегәнен күрһәгеҙ, милли кейемдәге апай-инәй­ҙәрҙең сығыштарын ишетһәгеҙ, бының тиккә түгеллеген аңлар инегеҙ.
Егәрле апайҙар ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторған. Беҙҙең иғтибарҙы күҙ яуын алып торған балаҫ йәлеп итте. «Мәрғиә Салауатова булам», – тип таныштырҙы үҙе менән оҫта апай. Балаҫты эшләүе яп-ябай, тиһә лә, ундағы төҫтәрҙе бер-бере­һенә яраштырып һайлау, шул ҡәҙәрем ҙурлыҡта, яҫылыҡта уны ижад итеү түҙемлек тә, тырышлыҡ та, рәссамлыҡ та талап итәлер. Уны балаҫы менән фотоға төшөрөп алдыҡ.
Башҡортостан љатын-љыҙҙар союзы аѓзаћы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Альбина Буранғолова, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, Бөрйән районы ауыл биләмәләре башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар һәм атайҙар советтары рәйестәре һәм ағзалары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, район ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе һәм ағзалары саҡырылған ине мәртә­бәле йыйынға. Ҡунаҡтар рәсми өлөшкә тиклем Байназар ауылы һәүәҫкәр артистарының, «Азамат» өлгөлө бейеү, «Ҡурыуҙы» фольклор ансамблдәренең сығышын ҡарап кинәнде.

Берҙәмлектә – тереклек Иле берҙәмдең – көнө берҙәм
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Монасипов, конференцияны асып, борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың, ҡырҡыу мәсьәләләр килеп тыуһа, йыйын йыйып, уларҙы бергәләшеп хәл итеүен хәтергә төшөрҙө. Бөгөнгө көн афәте – эскелек, үлем менән асыҡтан-асыҡ һатыу итеп, кеше ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш муниципаль үҙидара органдарының йәмғиәт ойошмалары менән берлектәге эше, төп маҡсаты булырға тейеш, тип билдәләне ул.

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова үҙе­нең сығышында ойошманың эшмә­кәрлеге, район һәм ауыл биләмәлә­рендәге ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эше менән таныштырҙы, Иҫке Монасип ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын үр­нәк алырлыҡ тип билдәләне. Улар хат­та «Ағиҙел һылыуы» тигән гәзит сығаралар, ҡотлауҙар, теләктәр менән бер рәттән, башҡарған эштәренә йомғаҡ яһай баралар икән уның бит­тәрендә. Бына ҡайҙа дәртле халыҡ!
Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы әйте­үенсә, «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөнгө проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тигән темаға үткән «түңәрәк өҫтәл»дә улар төп иғтибарҙы бала тапҡан әсәгә, балалыҡты ҡурсалауға, ҡыҙ бала тәрбиәһенә йүнәлтәләр. «Тамыры баҡыр ағастың сатыры алтын булмай», шуға күрә балаларыбыҙҙы әсә һәм ата вазифаларын йөкләйәсәк шәхестәр итеп үҫтереү хаҡында хәстәрлек күрәйек, – тине ул, йыйынға өндәшеп. – Республикала «Әсәй, эсмә!» акцияһы иғлан ителде. Был йүнәлештә лә беҙҙең ойошма электән эш алып бара. Халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы ағзаһы – Гөлсөм Муллайән ҡыҙы Әбүбәкирова күп балалы ғаиләләр һәм аҙ тәьмин ителгәндәр менән бик һөҙөмтәле эшләй.
Маҡтауға лайыҡ ҡатындар бик күп. Әммә эскелек менән мауыҡҡан әсәләр хафаға һала. Иҫерткес эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡатыраҡ саралар күрергә кәрәк», – тине ул әсенеп.

Берҙәмлектә – тереклек
Бер ауыл биләмәһендә йыйылыш ауылға араҡы, һыра индермәҫкә тигән ҡарар сығара. Уның менән һатыу итеүселәр «ҡара эшен» 4-5 айҙан яңынан башлай. «Кәпәс әбейҙәр» – өйҙәрендә һатыу итеүселәр нөктә­ләре, рейдтарға сығып, аяуһыҙ «ҡыйратыла» икән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм бәлиғ булмаған балалар, мәктәп уҡыусылары менән эшләүсе ойошмалар, инспекторҙар, психолог, класс етәкселә­ре менән хеҙмәттәшлек эскелек менән көрәштә һөҙөмтәле булыуын билдә­ләне Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы.
Бөрйән районы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Тәлғәт Кинйәбаев, эскелеккә ҡаршы көрәштә тәү нәүбәт­тә Башҡортостан символикаһы төшө­рөлгән, шулай уҡ «Ҡурай», «Шүлгән» кеүек башҡорт рухын билдәлєүсе исемдәр аҫтында сыҡҡан иҫерткес эсемлектәрҙе сығарыуҙы тыйыуҙы талап итергә, тигән тәҡдим индерҙе.
Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Ришат Абдуллин үҙ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшен маҡтап телгә алды. «Айыҡ ауыл» программаһына ҡушылыу өсөн документ­тар әҙерләнеүе тураһында әйтте. Шу­лай уҡ Байназар ауыл ветерандар советы рәйесе Ғәлимйән Ишбулатовтың, район полиция бүлексәһенең ООП начальнигы урынбаҫары, капи­тан Рифат Ырыҫ­ҡоловтың сығыштарынан бөрйәндәрҙең бер йоҙроҡҡа төйнәлеп, берҙәм һәм тәүәккәл эштәр башҡарыуы тойомланды.

Берҙәмлектә – тереклек
«Ғилемлелек арыҫландай көслө батыр...»
Иҫке Собханғол ауылының «Әб­делмән» мәсете имам-хатибы ярҙамсыһы Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов кешеләрҙең иҫерткес эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зарарлы булыуын белә күрә ҡулланыуҙары, ғилемдең был осраҡта әҙәмгә файҙаһыҙ булыуы, ҡурҡыу, оялыу кеүек сифаттарҙың кәмеүе зыяны, ир кешенең артыҡ оялсанлы­ғы, һүҙен һүҙ итә алмауы, ғаиләһендә тәрбиә алып бармауы, ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың ауыр эштәргә егелергә мәж­бүр булыуы хаҡында күңелдәрҙе һиҫкәндергәнсе әйтте.
«Ир Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, ғаиләһе, балаһы алдында яуаплы. Ғилемде үҫтерергә, аҡыл буйынса йәшәргә кәрәк, – тине ул. – Иманлы кеше – халҡын яҡлаусы, ҡурсалаусы кеше». Раҫ һүҙҙәр.

Бүләктәр
Альбина Буранғолова Башҡортостан љатын-ҡыҙҙар союзы рєйесе Рєшиҙє Солтанованыњ сєлємдєрен еткерҙе. Республикала әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өлкәһендә бихисап эштәр хаҡында һөйләне. Йыйында күтәрелгән мәсьәләләрҙе бергәләп хәл иткәндә һөҙөмтәле буласағын билдәлә­не. Ул, Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙар ойошма­һының эшен ыңғай баһалап, Рәмилә Салауатоваға Башҡортостан Респуб­ликаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
Беҙ иһә «Башҡортостан ҡыҙы»н күпләп алдырған Бөрйән халҡына рәхмәт һүҙебеҙҙе еткерҙек. «Әсә йө­рәге» конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған Әтек ауылы ағинәйе Яңылбикә Баймөхәмәтоваға, Ғәҙелгәрәй­ҙән «Ҡәйнәләр һәм килендәр» бәй­геһендә еңгән 82 йәшлек Мәфтуха Хәлитоваға һәм башҡа өлкәләрҙә уңғанлыҡ күр­һәткән бер төркөм ҡа­тын-ҡыҙға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ.

Мөрәжәғәт
Байрам көндәрендә (1 ғинуар, 23 февраль, 8 март, 1 май, 1 июнь, 12 июнь, 1 сентябрь, 11 октябрь, 4 ноябрь) сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә;
башҡорт халҡы өсөн изге тип һа­нал­ған символдарҙы спиртлы эсем­лек­тәр этикеткаларында ҡулланыуҙы һәм алкоголь, тәмәке продукцияһын рекла­малауҙы бөтә урында ла ҡәтғи тыйыу тураһында Башҡортостан Республика­һы закондарына үҙгәреш­тәр индереүҙе һорарға;
- ауыл хакимиәте башлыҡтарына ауыл биләмәһендәге бөтә йәмәғәт ойошмаларының берҙәм булып, бер йүнәлештә эшләүен тәьмин итергә;
- ғаилә статусын күтәреү маҡсатында, һәр ауылда «Минең ғаиләм» бәйгеләрен үткәрергә;
- ир-егеттәрҙең әүҙемлеген арттырыу маҡсатында, һәр ауылда ир-егеттәр Советы булдырырға;
- йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырырға, ярыштар, спорт саралары үткәреүҙе әүҙемләштерергә;
- айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында, республика күлә­мендә үткәрелгән «Эсмә, әсәй!» акцияһына ҡушылырға;
- алкоголизм һәм наркомания үҫешенә юл ҡуймау, үҫеп килеүсе йәш быуынды алкоголле эсемлек­тәрҙе ҡулланыуҙан ҡурсалау маҡсатында «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һәр ауыл хакимиәтенең әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итергә;
- мәғариф учреждениеларында төплө белем биреү менән берлектә рухи һәм әхлаҡи тәрбиәгә иғтибарҙы арттырырға, әхлаҡ дәрестәре биреүҙе әүҙемләштерергә;
- бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәтселек инспекторҙарының, ата-әсәләр комитетының эшен йән­ләндерергә;
- матбуғат биттәрендә бала тәр­биәһенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе даими баҫтырыуҙы тәьмин итергә, тигән пункттарҙы үҙ эсенә алған бик етди мөрәжәғәт бөтә республика буйлап таралһа һәм уның буйынса туҡтауһыҙ эш алып барылһа, һөҙөм­тәле булыр ине.

Хушлашыу
«Бөрйән иле! Һиндә аһым ҡалды, ҡайтып киткән инем ялан тартып. Хушлашҡанда бер ҙә ҡайғырманым, бер ҙә иламаным инде артыҡ...» тип шиғыр яҙғайным бер. Эшсән, айыҡ ҡарашлы, үҙ көнөнә, йәшәйешенә яуаплы ҡараған халыҡ менән осрашыуы ҡалай күңелле! Күңел үҙенән-үҙе тартыла ул яҡҡа.
...Ихлас йылмайып ҡаршыма бер апай килә. Һүҙе – журнал хаҡында. Нисек тә баҫманан айырылмай, унан өҙөлмәй йәшәү хәстәре. Иҫке һәм яңы таныштар, һоҡланғыс кешеләр хаҡында «Башҡортостан ҡыҙы» киләһе һандарҙа ла һөйләр әле. Бергә булайыҡ!

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Бөрйән районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook