Өфө – Ырымбур юлдарын йөрәктәр яҡынайта

Өфө – Ырымбур юлдарын йөрәктәр яҡынайтаЖурналыбыҙҙың 50 йыллығына арналған юбилей саралары уҙған йыл дауамында Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә үтте. Тап йөҙ йыл элек Башҡортостан хөкүмәте иғлан ителгән тарихи Ырымбурҙа, Ҡыуандыҡта ла баҫмабыҙҙы ҙурлап оло байрам ойошторҙо милләттәштәребеҙ.

Ырымбурҙа журнал хеҙмәткәрҙәрен Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, «Кесе ватаным – Туҡ-Соран» йәмғиәте етәксеһе Резеда ханым Күсәрова ҡаршы алды. «Милли ауыл» комплексының башҡорт музейы мөдире Гөлүзә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Мөшәрәпова төбәктәге милләттәштәребеҙҙең мәҙәниәте менән таныштырҙы. Орск һәм Новотроицк,Ҡыуандыҡ ҡалаларынан килгән әүҙем яҡташтар менән дә күрешкәс, күмәкләп төп сара үтәсәк урынға ашыҡтыҡ.

Ҡаланың бай тарихлы, заманында З. Биишева, С. Агиш, М. Йәлилдәр йөрөгән Х. Ямашев исемендәге китапханаһы туй майҙанын хәтерләтә ине. Теҙелешеп ултырған өҫтәлдәргә башҡорт һыйҙары ҡуйылған, тәмле сәйҙәр яһалған, шығырым тулы залда энә төшөрлөк тә урын юҡ. Барса халыҡ байрамса кәйефтә, күбеһе милли кейемдә. Экранда «Башҡортостан ҡыҙы» тышлыҡтарынан күренештәр алмашынып тора, төрлө йылдарҙа сыҡҡан баҫма һандарынан күргәҙмә лә ойошторолған.

Китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Әнисә Хәлитова кисәне матур, йәнле итеп алып барҙы, журналдың тарихына һәм рубрикаларына йөкмәткеле байҡау яһаны. Артабан сығыш яһаусыларҙың һәр береһе үҫмер саҡтан «Башҡортостан ҡыҙы»н уҡып үҫеүҙәрен, күбеһе ауыл һандыҡтарында һаман да элекке һандарын ҡәҙерләп һаҡланыуы хаҡында тулҡынланып хәбәр итте. Редакция хеҙмәткәрҙәренең баҫманың бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, глобализация шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн журналдың тап ҡағыҙ вариантының тиражы кәмеүгә юл ҡуйырға ярамағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙарын ырымбурҙар күтәреп алды һәм тәнәфес мәлендә баҫмаға дәррәү яҙылды. Баҫмабыҙҙың дуҫы, сәфәрҙәшебеҙ Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ла журналдың милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур эштәр атҡарыуына туҡталып, әлеге мәлдә «Башҡортостан ҡыҙы»нда барған бәйгеләр һәм баҫылып килгән оҫталыҡ дәрестәре хаҡында һөйләп китте. Ошо төбәккә хас милли биҙәүес – һаҡалды эшләү буйынса ул ойошторған оҫталыҡ дәресе лә сараға йәнлелек өҫтәне.

Урындағы «Карауанһарай» мосолмандар ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Йәнгәбилованың республикабыҙ тарихында ғәжәйеп ҙур урын алып торған Карауанһарай хаҡындағы сығышы уйландырырлыҡ булды. Гөлимә ханымдың ҡалала шәхси башҡорт музейы булдырыуына һәм башҡа юҫыҡтағы, бигерәк тә башҡорт милли биҙәүестәрен өйрәнеү һәм йыйыу йүнәлешендәге эшмәкәрлегенә һоҡландыҡ. Әйткәндәй, осрашыуға ул үҙ ҡулдары менән теккән таҡыяла килгәйне.

Ырымбурҙың билдәле шағирәһе Нәфисә Смаҡованың ярһыу сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Бигерәк тә ижадсының журналыбыҙға арнаған әҫәренән:
«Башҡортостан ҡыҙы», һаҡлап ҡалсы
Сафлыҡтарға тоғро һүҙеңде!
Йәш саҡтағы кеүек өмөтләнеп
Көтөп ҡалайыҡсы үҙеңде»
, – тигән юлдары яңғырағас, халыҡ гөж килеп ҡул сапты. Орск ҡалаһында халҡыбыҙ мәҙәниәтенә йән өрөп йәшәгән Миңзәрә апай Аҡҡошованың да йөрәге түҙмәне, осрашыу мәлендә «Башҡортостан ҡыҙы»на арналған өр-яңы шиғыр яҙып, уҡып ишеттерҙе.
Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһарин урында милли мәҙәниәтте һаҡлау йүнәлешендә алып барылған эштәр хаҡында бәйән итеп, «Башҡортостан ҡыҙы»н үҙе йәшәгән ун биш мең милләттәшебеҙ төйәкләнгән ҡалаға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Һәм бына беҙ Ҡыуандыҡта! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бушлай һаҡал, селтәрҙәр эшләргә өйрәткән Сәрүәр Аслаева, фотохәбәрсе Александр Данилов, водителебеҙ Даян Аҡбулатов менән Яманһариндарҙың ҡотло йортона инәбеҙ. Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хужа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Уға ҡатыны Миңзәлә Дәүләткилде ҡыҙы ярҙам итә. Ваҡыт һуң булғас, уларҙың өйөндә генә ҡалырға булдыҡ. Башҡортостандан килгән әртистәр, журналистар йыш туҡтала икән уларҙа. Бөтә өлкәнең башҡорттарын бер тирәгә өйөрөп, күңелле, мәғәнәле тормош алып бара был ғаилә.

Халыҡ билдәләнгән ваҡытҡа Ҡыуандыҡ ҡалаһының Машиналар төҙөү мәҙәниәт йортона ипләп кенә тартыла башланы. Бөтәһе менән дә ҡушҡуллап йә ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Ҡара күҙлек кейгән апайҙы шәйләнем. Таныштары менән хәл-әхүәлдәр һорашып, һөйләшеп тора ине. Күрмәүенә зарланды. Ысынлап та, баҫманы электән яратып уҡығандарҙың хәҙер, күҙҙәре насарайыуы сәбәпле, алдырмай башлауҙары хаҡында белә инем. Барып, ҡул биреп һаулыҡ һораштым. Үҙем менән таныштырҙым. «Рәхмәт, журналды ситтә йәшәһәм дә, байтаҡ йылдар алдырҙым. Яратып уҡыным. Хәҙер инде, билдәле сәбәп арҡаһында, туҡтаттым, – тине апай. – Һеҙҙең килеүҙе ишеткәс тә, осрашыуға мотлаҡ барам, тип ниәтләп ҡуйҙым. Ҡайҙан-ҡайҙан алыҫтан киләһегеҙ, нисек түҙеп өйҙә ятаһың?! Уҡый алғандар яҙылһын ине ул, – тип, ҡулыма «Аленка» шоколадын тотторҙо ул. Минең күҙҙәрҙән йәш бәреп сыҡты. Ииии, рәхмәт, апай! Рәхмәт, уҡыусыларыбыҙ! Шоколадты ҡайтыр юлда эҫе сәй менән күмәкләп ултырып ашаныҡ. Бик тәмле тойолдо ул миңә. Бына шундай хәтирә күңелдә ғүмерлеккә уйылды.

Кисәбеҙҙе йәмле итеп китапханасы Венера Ғәлийән ҡыҙы Мәхмүтова алып барҙы. Бында ла баҫмабыҙҙың сит өлкәләге башҡорттар өсөн әһәмиәте, тәьҫире хаҡындағы сығыштарҙы тулҡынланып тыңланыҡ. Ҙур Сурай ауылынан «Гөлсәсәк» башҡорт фольклор төркөмө, Ҡороюл ауылынан «Гөлләмә» ансамбле сығыштары байрамыбыҙға йәм өҫтәне. Ҡыуандыҡтағы осрашыуҙы ойошторған, алда һанап кителгән барса дуҫтарыбыҙға һәм унан саҡ ҡына әүәл уҙған Ырымбур китапханаһындағы кисәне моңло йырҙары менән биҙәгән Флүзә Хәлитоваға, Миңзәрә Аҡҡошоваға, Луиза Рай-Бәхтейәроваға, «Аҡ тирмә» клубы етәксеһе Мансур Ҡыуатовҡа, Марат Яҡшембәтовҡа, Новосергиевка районы Судьбадаровка ауылының «Мираҫ» вокал ансамбле һылыуҙарына, Зөлфиә Сәйфелмөлөковаға, Ырымбур ҡурайсыларына (улар араһында Александр исемле ҡумыҡ егете лә булды), сараның төп ойоштороусыһы булған Ырымбур башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһаринға, ошо осрашыуҙарҙы уҙғарыуға ҙур өлөш индергән Мәскәүҙең «Сәсән» ижад берекмәһе етәксеһе Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы Агееваға, Х. Ямашев исемендәге китапхана директоры Светлана Хәлил ҡыҙы Әхмәтйәноваға һәм уның урынбаҫары Вәсилә Хәлим ҡыҙы Шәрәфетдиноваға, китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Әнисә Марат ҡыҙы Хәлитоваға, «Карауанһарай» дини ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Йәнгәбиловаға, матди ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуар Миңлегәүһәр Шамил ҡыҙы Аллағолова менән Резеда Ильяс ҡыҙы Күсәроваға һәм башҡа барлыҡ тынғыһыҙ дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!

Байрам аҙағында журналға яҙылыусылар араһында лотерея уйнатылды. Ҡыуандыҡтан Миңлифә Рәмова Сәрүәр Аслаева бүләккә әҙерләгән таҡыяны отоп ҡыуанды. Ырымбурҙағы отошта иһә бүләктәр Миңзәрә Аҡҡошова, Гөлсәсәк Әбделваһапова, Фәрит Нәҙершин, Бикташ Сәйетовтарға тәтене. Унан һуң да тамаша ҡарарға килгәндәр һис ҡайтырға ашыҡманы. Ихлас аралашыуға, туған телдә яңғыраған йырҙарға һыуһап йәшәй сит өлкәләге милләттәштәребеҙ. Төбәктә тараласаҡ башҡорт телендәге «Карауанһарай» гәзите яңынан баҫыла башлаясаҡ, тигән яңылыҡты дәррәү ҡул сабыуҙар менән ҡабул итте ырымбурҙар. Беҙ ҙә ошо яҡтың данлы яҙмышлы кешеләре хаҡында йышыраҡ яҙырға вәғәҙә бирҙек. Йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән артабанғы хеҙмәттәшлек хаҡында килештек. Ара алыҫлығы кәртә түгел. Йән тартыуы, ҡәрҙәшлек тойғоһо һәр саҡ Ырымбурға илтер.
Гөлназ ҠОТОЕВА,
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Ырымбур өлкәһе.
Александр Данилов фотолары.



Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook