«Башҡортостан ҡыҙы» – Мәскәүҙә!
Быйыл март айында баҫмабыҙҙы Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында бар республика һәм күрше өлкәләр тәбрикләгәйне. Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналының 50 йыллыҡ юбилейы Рәсәйҙең баш ҡалаһында ла уҙғарылыуы осраҡлы хәл түгел. Редакция Мәскәүҙең «Сәсән» ижад берекмәһе менән берлектә быға тиклем дә унда Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим ижадына арналған уртаҡ сараларҙы тормошҡа ашыра килде.
Ана шул хеҙмәттәшлекте дауам итеп, көҙҙөң сыуаҡ көнөндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының байрам кисәһе баш ҡала уртаһында, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты янындағы вәкиллегенең конференц-залында гөрләп үтте. Килгән ҡунаҡтар редакция хеҙмәткәрҙәренең баҫма тарихы һәм уның бөгөнгө хәле хаҡындағы сығыштарын ихлас тыңланы.
Журналды юбилейы менән тәбрикләргә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Инга Юмашеваның килеүе лә ҡыуаныслы булды. Уҙған йылда ғына баҫмабыҙ тышлығын фоторәсеме менән биҙәгән Инга Альберт ҡыҙы әле үҙе алып барған халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары һәм гендер проблемаларына бәйле һорауҙарға юлығыуы һәм уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышыуы хаҡында һөйләне.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге рәсми вәкиллегенең дәүләт органдары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Азат Марат улы Ғәфүров та «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән «Сәсән» ижад берекмәһенең (етәксеһе – Әлфиә Агеева) изге башланғысының тағы ла ҙурыраҡ эштәргә нигеҙ булырына ышаныс белдерҙе.
Осрашыуға килеүсенең һәр береһе журналға бәйле иҫтәлектәре, тәҡдимдәре, ҡыуаныстары һәм борсолоуҙары менән бүлеште. «Башҡортостан ҡыҙы»н ҡеүәтләргә Ырымбур яҡтарынан килеп еткән Флүзә Хәлитованың моңло йырҙары, атаҡлы шағир Сөләймән Муллабаевтың ҡыҙы Гөлназ Гәрәеваның хәтирәләре һәм шиғыр уҡыуы, мөнәжәтсе Мәйсәрә Кучаеваның сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ханты-Манси округының Мегион ҡалаһынан баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, ирекмәне Люциә Нурмөхәмәтова иһә Себер яҡтарында йәшәүселәргә журналыбыҙҙың рухи терәк булыуы хаҡында һөйләне.
Белеүегеҙсә, «Башҡортостан ҡыҙы»н элек-электән республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә алдыралар. Журналда ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында ла мәҡәләләр бирелә. Шул материалдарҙа тормош-көнкүрештәре, йөрәк ынтылыштары сағылыш тапҡан геройҙарыбыҙҙың да байрамға килеүе, килеү генә түгел, концерт номерҙары менән уны биҙәүе үҙе бер шатлыҡ булды. Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән Әлфиә Агеева, Зәбиҙә Хәзиева, Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Алһыу Буш, Гүзәл Хөснөтдинова, Рената Бәҙәмшина – тап шундай геройҙарыбыҙ һәм тоғро дуҫтарыбыҙ ҙа.
Билдәле тәржемәсе Йәмил Мостафин, журналды уҡып, Рәсәйҙе тап ҡатын-ҡыҙ күтәрәсәк, тигән фекергә килеүе хаҡында һөйләһә, Мәскәүҙә йәшәүсе тағы бер яҡташыбыҙ, хаҡлы ялдағы летчик Зөбәйер Иҫәнғолов, баҫма – башҡорттоң бөгөнгө мәҙәни кимәленең көҙгөһө ул, тине һәм, 40 йыл элек апайым, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсөм Иҫәнғолованың да фотоһүрәте тышлыҡта баҫылыуы менән ғорурланыуын әйтте. Яҡташыбыҙ Зилә Шәйхетдинова етәкләгән «Диана Свердловская клубы» берекмәһендә шөғөлләнеүсе Мәскәүҙең йәш яҙыусылары ла журналды тәбрикләп, үҙ ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе.
Эшмәкәрлеге менән Рәсәй баш ҡалаһын гөрләткән күптәнге дуҫтарыбыҙ – «Аҡ тирмә» берекмәһе ағзалары ла – осрашыуҙан ситтә ҡалманы. Етәкселәре Гөлсинә Батыршина, журнал – беҙҙең фекерҙәш тә, рухташ та, тип, берекмәлә нығынған йоланы атҡарып, баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның иңенә яулыҡ япты. Медицина фәндәре докторы Дилә Биҡҡулованың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо белемдәренә бәйле сығышы ла әһәмиәтле һәм урынлы булды. Уның шул докладҡа нигеҙләнгән «Боронғо биҙәүестә – йыл иҫәбе» тигән ғилми юҫыҡта оло яңылыҡ булған мәҡәләһе баҫмабыҙҙың ноябрь һанын биҙәп тә өлгөрҙө инде.
«Башҡортостан ҡыҙы» менән байтаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткән Өфөнөң «SARBI» ательеһы етәксеһе Сайма Хәсәнова менән йәш дизайнер Илмира Моталова берлектә сығарған «Күҙ нуры» стилләштерелгән күлдәктәр һәм Башҡортостан байрағы төҫтәре менән байытылған милли спорт кейеме коллекциялары күрһәтелеүе байрамға айырыуса бер нәзәкәтлек өҫтәне. Кейемдәрҙе Мәскәүҙең «Йәсмин» студияһы моделдәре, үҙебеҙҙең башҡорт һылыуҙары кейеп сығыуы ла оло ҡыуаныс булды.
Сара барышында журналға яҙылыу ойошторолдо, аҙаҡ лотерея уйыны үтте. Төп бүләк, бағымсыбыҙ Сайма Хәсәнова теккән ҡыя таҡыя Фәймә Әбдрәхимоваға эләкте. Лариса Кейекбаева менән Айгөл Вәхитоваға журналыбыҙҙың исеме яҙылған нағышлы алъяпҡыс тәтене.
Ошо матур сараны үткәреүгә көс һалыусы барлыҡ яҡташтарыбыҙға, байрамға килеп сығыш яһаусы мәртәбәле ҡунаҡтарға иһә баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы журнал исеменән рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләк һәм китаптар тапшырҙы. Туғандар осрашҡанда ғына була торған күтәренке кәйеф һәм тыуған яҡты һағыныу хистәре менән һуғарылған байрам күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Әммә, алып барыусы хушлашып сараны япҡас та, таралырға ашыҡманы халыҡ. Йылы аралашыу яйлап фойеға, унан ошо байрам булһын өсөн тос өлөш индергән хөрмәтле дуҫыбыҙ Азат Марат улының эш бүлмәһенә күсте. Көн төнгә ауышҡас ҡына, ситтә йәшәгән яҡташтар, осрашыуҙан ут алып, ҡуйындарына «Башҡортостан ҡыҙы»н ҡыҫып ҡосаҡлап, ойоштороусыларға, ауылға ҡайтып әсәй менән күрешкәндәй булдыҡ, тип, рәхмәт әйтеп, таралышты.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәскәү ҡалаһы.
Мәскәү ҡалаһы.
Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Осрашыуҙар