Данға күмел, ауыл ҡатыны!
Һәр көндө нимәгәлер бағышлап үткәреү хәҙер инде ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. 2008 йылдан халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән Ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Дәррәү ҙә, сәмле лә ишембайҙар Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып был датаға иҫтәлекле байрам төҫө индерҙе. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы (рәйесе – Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шәһиева), ауыл ҡатынына дан йырлау, бүләкләү, рухын күтәреү маҡсатында, Ҡолғонала уңған да, сабыр ҙа, эшлекле лә ханымдарҙы ҙур кисәгә йыйҙы. Сараға Ишембай районында иң күп яҙылыусылары булған «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, абруйлы ағинәй, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почетлы гражданины Мәрйәм Солтанова саҡырылғайны.
Гүзәл Ғайса ҡыҙы төрлө өлкәлә тырышып хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауыл ҡатынының хәстәрен, ауырлығын үҙ елкәһендә татыған, төрлө даирәлә уңыштарға өлгәшкән Мәрйәм Солтанова, Нәсимә Әйүпова, Әлфинур Латипова, Розалия Мусина, Гөлнара Хисмәтуллина, Сүриә Раҡаева, Гүзәл Насирова, Әлмира Слепова, Йәмилә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Искәндәрова, Шәрифә Юлғотлиналарҙың сәхнә түренә күтәрелгәндә йөҙҙәре ҡояштай балҡыны.
«Башҡортостан ҡыҙы»н иң күп алдырыусылар Ишембайҙа йәшәүен әйткәйнем. Баҫмаға яҙылыуға уҡыусыларҙы йәлеп итеүҙә ваҡыттарын, көстәрен йәлләмәй тырышҡан гүзәл заттарыбыҙға журналдың махсус бүләге менән «Рәхмәт хаты» тапшырылды. Бөтә ғәм алдында маҡтап телгә алынған Этҡол, Ишей, Ҡолғона ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡтары Нәсимә Ғайса ҡыҙы Әйүпова, Гөлнара Мөтиғулла ҡыҙы Кәримова, Наилә Марат ҡыҙы Вәлиеваларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Ауыл ҡатын-ҡыҙын данлаған, ҙурлаған шиғырҙар яңғырауы, «Берғамыт» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, йырсы Ильяс Кинйәғоловтың моңдары, Ҡолғона сәхнә оҫталарының сығыштары сараға йәм өҫтәне.
Ҡолғона Бөрйән менән сиктәш ята, Маҡарҙан һуң да әле асфальтһыҙ юлдан байтаҡ бараһың. Ошо төпкөлгә райондың иң-иң уңған аҫылбикәләре йыйылыуына ауыл халҡы ихлас ҡыуанды. Аралашыу, йыр-моң, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡабул итеү үҙе бер иғтибар, ҙур бүләк бит ул.
Ауыл менән ҡала ҡатыны араһында айырма бармы? Хәҙер уңғандар ҡала шарттарын ауылға күсерҙе. Бәҙрәф, душ кабинаһы ҡуйып, һыуын эскә индереп, газ үткәртеп, бынамын тип йәшәүселәр бар. Уңғанға эш етерлек. Саф һауаһы, һыуы – үҙе бер хазина. Бер-береһенә ярҙам итешеп, хәлдәрен белеп, етмәгәнен еткереп йәшәргә күнеккән ауыл ҡатындары. Алсаҡлыҡ, хәлгә инеү, һаулыҡ һорашыу, йолалар атҡарыу, киләсәкте хәстәрләп йәшәү – тап ауыл ерлегендә булған самимилыҡ, күңел халәте, рух осошо!
Ишембайҙар киләсәктә ауыл ҡатындарын данлаусы сараны республика кимәлендә лә гөрләтеп уҙғарыр дәрткә эйә. Гүзәл Ғайса ҡыҙы кеүек алдынғы ҡарашлы, дәртле, сәмле етәкселәре барында был ниәттәре лә тормошҡа ашыр, уларҙың гүзәл башланғысын башҡалар ҙа күтәреп алыр, тип ышанайыҡ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: Журнал Ишембай