Ауылдарҙа шундай ғаиләләр бар...

Ауыл – милләтебеҙ бишеге, тибеҙ. Ысынлап та, ошоғаса милли сәнғәтебеҙҙе данлаған бихисап әртистәребеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙе танытҡан билдәле шағир һәм яҙыусыларыбыҙҙың, фән донъяһында исемдәре танылған ғалимдарыбыҙҙың күпселеге – ауылда тыуып үҫкән шәхестәр. Ә бөгөн нисек йәшәй һуң ауыл? «Ауылдар бөтә, ҡартая» тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә, хәлдәр шулай уҡ ҡурҡынысмы? «Урбанизация» тигән ҡотһоҙ һүҙ борон-борондан ергә ерегеп, иген иккән, мал аҫрап, кәсеп иткән халҡыбыҙ асылын шул хәтлем ҡырҡа үҙгәрттеме икән? Баймаҡ районының Һаҡмар ауылына юлланғаныбыҙҙа ла күңелдә ошондайыраҡ һорауҙар ҡайнашты.
Һаҡмар ауылына (халыҡ телендә – Ҡаҡтуғай) 1931 йылда «Һәүәнәк» совхозының 2-се фермаһы пункты булараҡ нигеҙ һалына. Тәүге йылдарҙа башлыса рус милләтле халыҡ йәшәй. Быны мәктәп янында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та раҫлай: унда күпселек рус фамилиялары теҙелгән. 1941 йылдың яҙында республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү хаҡында партия саҡырыуын ҡабул итеп, Илеш районынан егермеләп ғаилә ошо төбәккә күсеп ултыра. Һуғыштан һуң башҡорт ғаиләләре лә ишәйә. Һуңғы иҫәп алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, бөгөн ауыл халҡының 90 процентын башҡорттар тәшкил итә. Бына шундай үҙенсәлекле ауыл ул Һаҡмар-Ҡаҡтуғай. Ҡасандыр йәйрәп ятҡан ерҙәрҙе биләгән, гөрләп эшләгән «Һәүәнәк» совхозы тарҡалғас, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә, башҡаларҙан ҡалмай донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тырыша.
Алыҫ юлдан һуң семәрле генә ҡапҡалы күркәм йорт алдына килеп туҡтаныҡ, хужалар – Рәсимә һәм Зәбир Иҫәнбаевтар ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мул итеп әҙерләнгән төшкө аш артында ауылдың бөгөнгөһө, халыҡтың тын алышы тураһында йәнле әңгәмә ҡорҙоҡ. «Шөкөр, тырышҡандар матур йәшәй, барыһы ла кешенең үҙенән тора», – ти бөтә ғүмерен иҫәп-хисап эшенә арнаған хаҡлы ялдағы бухгалтер Рәсимә Мөхәмәтйән ҡыҙы.


Атай-әсәй наҙын татымаған, хатта яртышар йыллап урамда йәшәргә мәжбүр булған Алмас менән Айҙарҙы ғаилә тәрбиәһенә өйрәтеү еңелдән булмай. Етмәһә, малайҙарҙы бығаса ике ғаилә алып, кире балалар йортона тапшырған. Уларҙың йөрәк яраларын уңалтыу, ҡатҡан күңелдәрен иретеү өсөн һөйөү ҙә, наҙ ҙа йәлләмәй Мәһәҙиевтар. «Башта арҡаларынан һөйһәк тә, сәйерһенеп, ситкә тайшаныр инеләр. Ә хәҙер эштән ҡайтып инеү менән ҡосаҡлап ҡаршылайҙар, иркәләнеп туя алмайҙар, «әсәй-атай» тип өҙөлөп торалар», – ти Ғәлиә.
Мәһәҙиевтар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, халыҡтан мал йыйып, ит һатып кәсеп итә. Ҡошсолоҡ фермалары тәҡдим иткән махсус программаларҙа ҡатнашып, икешәр-өсәр йөҙ баш ҡаҙ бәпкәһе, тауыҡ себеше үҫтереп һатабыҙ, ҡайһы бер йылдары биш йөҙгә еткергәнебеҙ бар, ти йүнсел хужалар. Күп балалы ғаиләләргә тәғәйен торлаҡ сертификатын юллап, балаларҙың киләсәге өсөн тип, Баймаҡтан – шәхси йорт, Сибайҙан фатир һатып алғандар.
Ғәлиә Ҡотлобай ҡыҙы, китапхана эшен алып барыу менән бер рәттән, әүҙем йәмәғәтсе, оҙаҡ йылдар ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләгән, әле «Ағинәйҙәр» клубы эшендә ҡайнай. Ерҙәштәренең тормошо йәмле, мәғәнәле булһын тип төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы ҡунаҡҡа саҡыра. Китапхана янында «Әхирәттәр» клубы, бәләкәй генә музей ойоштороп ебәргән, ауыл тарихына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе йыйыу менән шөғөлләнә.
Бына шундай дан ғаиләләр менән таныштыҡ сәфәребеҙ барышында. Уларҙың яҡты уй-хыялдары, аныҡ маҡсаттары, матур эштәре, гөрләп торған донъялары ауылдарыбыҙ киләсәгенә ышанысты нығытып, күңелде үҫтереп ебәргәндәй булды.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.
Баймаҡ районы.
Теги: Ғаилә