Әсәлек – иң ҙур дәрәжә

Башҡортостанда әсәлекте, ғаиләне яҡлауға арналған күркәм саралар йыш үтә. Ауырғазы районында ойошторолған шундай мәртәбәле байрамдарҙың береһендә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла ҡунаҡта булды. Баш мөхәрриребеҙ, шағирә Гөлназ Ҡотоева үҙ сығышында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, бындай мәсьәләләрҙә берҙәм булырға саҡырҙы. Райондың бөгөнгө социаль йөҙөн төрлө яҡлап билдәләүҙе маҡсат иткән кисә ғәзиз кешеләребеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан изге һүҙҙәр, йыр-моң, ҡотлауҙар һәм тамашасыларҙың дәррәү алҡыштары менән оҙатылды.

Әсәлек – иң ҙур дәрәжәРайон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Цуканов районда әсәлекте, балалыҡты социаль яҡлауға, күп балалы ғаиләләрҙең йәшәйешен хәстәрләүгә даими иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне, үткән йыл йомғаҡтары менән таныштырҙы.
«Әлеге көндә Ауырғазыла 3500-ҙән ашыу ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 18 йәше тулмаған 6800-гә яҡын бала тәрбиәләнә. 76 ғаилә 119 баланы ҡарауға алған. Күп балалы ғаиләләрҙең һаны 500-ҙән ашып китә. Әйткәндәй, биш һәм унан да күберәк сабый тапҡан әсәләргә торлаҡ сертификаты тапшырыу ҡаралған, әлегәсә район буйынса 40 ғаилә ошондай мөмкинлекте файҙаланыу өсөн сиратта тора.
Районда мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә гел иғтибар үҙәгендә. Йөҙҙән ашыу бындай ғаиләлә атай-әсәйҙәр айырыуса ярҙамға мохтаж. Шуға күрә реабилитация үҙәге белгестәре һәр сабыйҙы иғтибарҙан, йылылыҡтан һәм ҡурсыуҙан ситтә ҡалдырмау маҡсатында уларҙың өйҙәренә йөрөй башланы. Тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ: демографик хәлдең ыңғайға үҙгәреше күҙәтелә. Үткән йылдың ун айында 318 сабый донъяға килгән. Тик һуңғы йылдарҙа бала табыу һәләтенә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны кәмеүе бер аҙ күңелде ҡыра, – ти урынбаҫар. – Был тәү сиратта 90-сы йылдарҙа илдәге көрсөк арҡаһында бала табыуҙың кәмеүе менән аңлатыла. Бөгөн дә йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Район буйынса бер меңдән ашыу утыҙ йәше тулмаған егет һәм ҡыҙ иҫәпләнә».

Ауырғазы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Юламанова һәр ауыл биләмәһендә әсәлекте, балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, райондың социаль йөҙөн заманса итеүгә ҙур өлөш индереүе, күренекле кешеләр менән осрашыуҙарҙың рухты күтәреүгә, үҙ асылыбыҙҙы нығытыуға бер аҙым булып тороуы тураһында ғорурланып һөйләй.
«Әсә булыу – иң оло бәхет. Бала көлөүе өйҙө йәмләй, йылылыҡҡа сорнай. Сабый һөйөү шифаға тиң. Шуны күптәр аңламай. Улар булғанда, ысынлап та, арыу-талыу ҙа, тормош хәсрәттәре лә онотола. Балаһы хаҡына ҡанатланып йәшәй әсә, яна, һыҙлана, ҡаршылыҡтарҙы еңә. Һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа, тиҙәр. Шуға ауырлыҡтарға һылтанып, әсә булыу һөйөнөсөн кисектерергә ярамай. Һәр нәмә үҙ ваҡытында татлы».

Әсәлек – иң ҙур дәрәжәРайон ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Роза Абдуллина ла йәмәғәт ойошмаһын борсоған мәсьәләләргә туҡталды.
«Гүзәл зат тәбиғәте менән һәр ваҡыт кәңәшкә, аралашыуға, серләшеүгә мохтаж, ҡайһы саҡта хатта кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән мәлдәре лә булып китә. Тормошонда ауыр һынауҙарға тарыһа, мәҫәлән, ире эсһә, балаһы юлдан яҙып барһа – күптәр эсенә бикләнә, яңғыҙы ауыр хәлдән сығыу юлын тапмайынса шешәгә үрелә башлай. Ошондай яҙмыш һынылыштарында кәрәк тә инде күңелде ҡанатландырыр йылы һүҙ, кәңәш, ышаныслы терәк. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй».

Әсәлек – иң ҙур дәрәжәРайондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы алдынғы ҡатын-ҡыҙҙар Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән даими билдәләнеп тора. Ошо әүҙем гүзәл заттар араһында Терәпә ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе, алты бала әсәһе Фәһимә Ғәбиҙуллина ла бар. Районда ветерандар ойошмаһы ла халыҡтың рухи хазинаһы һағында тора, йәшәү башланғысы, мөхәббәт, бәхет сығанағы булған ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә, сәләмәт тормош алып барыуға өндәй.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ауырғазы районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ауырғазы районы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook