БАШҠОРТ РУХЫ – НЕВА ЯРҘАРЫНДА...

БАШҠОРТ РУХЫ – НЕВА ЯРҘАРЫНДА...Яҙмыш ғәли йәнәптәре әҙәм балаһын ҡай тарафтарға ғына илтмәй ҙә ниндәй генә ерҙәрҙә ризыҡ ейҙертмәй. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы һаналған Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә бөгөн биш меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй. Кемдәрҙер совет осоронда гөрләгән төҙөлөштәргә килеп тороп ҡалһа, икенселәрҙе – уҡыу, хәрби хеҙмәт йәки вазифа, өсөнсөләрҙе мөхәббәт хистәре ошо хозур, тарихи ҡала менән бәйләгән. Нисек кенә булмаһын, алыҫ Нева ярҙарын төйәк иткән яҡташтарыбыҙҙың үҙ асылына – башҡортлоҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, берҙәмлеккә ынтылып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәргә ынтылыуы ысын мәғәнәһендә һоҡландырҙы.

Бөгөн Питер башҡорттары ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса тиҫтәләгән йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ йүнәлешендә милли асылды һаҡлау, сит тарафтарҙа һибелеп-сәселеп, юғалып ҡалмау өсөн маҡтауға лайыҡ эштәр башҡара.

Уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһында ул саҡтағы Ленинград ҡалаһының Ленсовет исемендәге мәҙәниәт һарайында тәүге башҡорт фольклор ансамбле барлыҡҡа килә. Был изге эш өс тиҫтә йылдан ашыу төньяҡ баш ҡалала йәшәүсе Рауза һәм Әнүәр, уларҙың улы Рәшит Зәйнетдиновтар һәм Ленинград дәүләт университетын тамамлаусы Ғәзим Малаевтың уртаҡ уй-ниәте, тәүәккәллеге һөҙөмтәһендә башланғыс ала. Мәҙәниәт йортоноң тышына башҡорт ансамбле ойошторолоуы тураһында ҙур иғлан эленә. Репетиция көндәрендә йыр-бейеүгә һәләте булмағандар ҙа үҙ-ара аралашыу, милли рухҡа сарсаған күңелдәрен ҡурай, гармун моңдары, халыҡ йырҙары тыңлап ҡандырыу өсөн килә башлай. 1987 йылда ансамблгә табибә, медицина фәндәре кандидаты, халҡының бай мәҙәниәтенә, тарихына мөкиббән ғашиҡ Люциә Ғәфәр ҡыҙы Буканова етәксе итеп ҡуйылғас, эштәр тағы ла йәнләнеп китә. Уның тәҡдиме менән ансамблгә «Ирәндек» исеме бирелә, ошо фольклор төркөм нигеҙендә рәсми ойошмалар – Санкт- Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы һәм «Башҡортостан» мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә. Люциә Ғәфәр ҡыҙына был эштәрҙе ойоштороуҙа рухлы башҡорт ир-азаматтары Әнүәр Ғайса улы Аҡманов менән Камил Әғзәм улы Хәйруллиндар ҙур ярҙам күрһәтә. Ерҙәштәрен берләштерәсәк ансамблгә нигеҙ һалыусы Рауза Ғәләүетдин ҡыҙы – әле лә ойошманың әүҙем ағзаһы, осрашыу-кисәләрҙә моңло итеп халыҡ йырҙарын башҡара, дәртле көйгә бейергә лә төшөп китә, быйыл 90 йәшлек оло юбилейын билдәләйәсәк.

Бына инде өс тиҫтә йыл дауамында яҡташтарын бергә туплап, улар күңеленә рух сатҡылары өләшеп йәшәүсе Люциә Ғәфәр ҡыҙы менән алыҫ Нева ярҙарын төйәк иткән милләттәштәребеҙҙең көнитмеше, уй-ғәмдәре хаҡында һөйләшәбеҙ.
БАШҠОРТ РУХЫ – НЕВА ЯРҘАРЫНДА...
– Сит ерҙә тыуған яҡҡа бәйле һәр нәмә ҡәҙерле, ерҙәш, яҡташ булыуҙың асылын нығыраҡ аңлайһың. Шөкөр, берҙәмбеҙ. Күп милләтле мегаполиста юғалып ҡалмай, ер йөҙөндә башҡорт тигән бай тарихлы ғорур милләт барлығын танытып йәшәйбеҙ, – тип башланы һүҙен Люциә ханым. – Эшемдә иң ҙур ярҙамсыларым – ғаиләм, тормош юлдашым Зөбәир Харис улы, балаларым Гүзәл һәм Айрат Мусиндар – ныҡлы таянысым һәм терәгем. Шулай уҡ сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булған уҙаман Рафиҡ Исмәғил улы Төлкөбаевтың ойошманың эшен яйға һалыуҙа хеҙмәте ҙур булды. Ул – уҙған быуаттың 70-се йылдарында Ленинград технология университетында уҡыған мәлендә үк башҡорт йәштәрен туплап, яҡташтар ойошмаһы төҙөгән кеше. Рухлы, киң күңелле Камил Әғзәм улы Хәйруллин – һәр башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алыусы бағыусыбыҙ, уның ярҙамы менән милли костюмдар тектерҙек. Хәйбулла ҡыҙы Роза Шубина, Нөгөш һылыуы Гөлсәсәк Зөбәйерова, Дәүләкәндән Минзирә Бәширова, Пермь башҡорто Әлфирә Мөстәҡимоваларҙы, Әлшәй районынан Гөлнур һәм Хәтмулла Миңләхмәтовтарҙы ла билдәләп үткем килә. Хәтмулла – «Ирәндек» ансамбле өсөн һоҡланғыс бейеүҙәр ҡуйыусы хореограф. Питерҙа уҡыған осоронда Айназ Низаметдинов та ансамблебеҙ репертуарын бихисап бейеүҙәр менән тулыландырҙы, бигерәк тә балалар менән ихлас эшләне. Яҡташтар менән үткәргән саралар мәлендә йәштәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп, халҡыбыҙҙың матур кәсептәре, шөғөлдәре менән таныштырабыҙ. Мәҫәлән, Альбина Бүләкова – шәл бәйләү, Нурания Йәһүҙина ҡорама ҡорау серҙәрен төшөндөрә. Гөлназ Ибраһимова, Зөлфирә Хандога, Лилиә Абдуллина һәм уның тормош иптәше Михаил Малышев, Альбина һәм Азат Бүләковтар барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. Хәҙер инде уларҙың балалары «Ирәндек»тең йәш көстәре булып үҫеп килә.

Питерҙағы милли ойошмалар араһында һәр ваҡыт иң әүҙем, берҙәм булараҡ билдәләнеүебеҙ ғорурлыҡ уята. Һабантуйҙа, ҡала байрамдарында, «Милләттәр балы» кеүек сараларҙа, этнокүргәҙмәләрҙә ихлас ҡатнашабыҙ. Еңеү көнөндә Ленинградты азат иткән башҡорт яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалабыҙ, «Үлемһеҙ полк» акцияһында башҡа милләт вәкилдәре менән бергә «Милли полк» сафтарында үтәбеҙ.
Төньяҡ баш ҡала башҡорттарын берләштереүсе ойошмалар һәм «Ирәндек» фольклор ансамбле бихисап йәштәргә үҙ яртыһын табып, ғаилә ҡорорға булышлыҡ иткән. Берләшмәнең иң әүҙем ағзаларының береһе Дим Байназаров һыҙҙырып ҡурайҙа ла уйнай, йырлай ҙа, бейей ҙә. Санкт-Петербург политехник университетын уңышлы тамамлаған егет быйыл Хәйбулла һылыуы Гөлназ менән сәстәрен сәскә бәйләгән. Йәштәр Питерҙа ҡалырға хәл иткән.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы егете Шамил Моталов та студент тормошона аяҡ баҫыу менән милли ойошма эшмәкәрлегенә ҡушыла. Санкт-Петербург дәүләт университетының геология факультетында уҡыған йылдарында «Ирәндек» ансамблендә бейей. Ғүмерлек йәре буласаҡ Баймаҡ һылыуы Эльвира Тулыбаеваны ла тап ошонда осрата. Бөгөн улар икеһе лә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй. Стәрлетамаҡ егете Азамат Түзбәков менән Кушнаренко һылыуы Лилиә Бүкәнова ла бер-береһе менән табышып ҡауышыуы өсөн милли берләшмәгә рәхмәтле. «Ирәндек» ансамблендә бергә башҡарған ялҡынлы бейеүҙәр улар йөрәгендә һөйөү сатҡылары тоҡандырған. Лилиә РФ Президенты ҡарамағындағы Төньяҡ-көнбайыш дәүләт хеҙмәте академияһын, Азамат Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институтын тамамлаған.

Тағы ла бер матур башҡорт ғаиләһенең – Алина Байзакова менән Марат Такаловтарҙың мөхәббәт тарихы ла ошо һоҡланғыс ҡалала башланған. Марат Санкт-Петербург политехник университеты дипломына эйә булып, эш башлаған. Быйылғы сентябрь йәш ғаилә өсөн үтә лә иҫтәлекле: Такаловтарҙың уртаҡ шатлығы булып ҡыҙҙары тыуған.

2009 йылда үрҙә һанап үтелгән алдынғы ҡарашлы Башҡортостан студенттары тырышлығы менән Санкт-Петербургта «Аманат» исемле башҡорт йәштәре ассоциацияһы барлыҡҡа килә. Йәштәр үҙҙәренең театр-студияһын, «Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы» командаһын ойоштора. Бөгөн уларҙың эшен Нәзифә Иҫәнбаева, Мәрйәм Вилданова, Харис һәм Арслан Иҙрисовтар, Рәлиф Вәлитов, Мөхәмәт Уразбаевтар уңышлы дауам итә.

Бына шулай, берҙәмлектә – көс икәнен танытып, милли асылыбыҙға тоғро ҡалып йәшәй, эшләй, ижад итә, бер- береһен табып ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, яҡты маҡсаттарға ынтыла Санкт-Петербург башҡорттары.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Санкт-Петербург ҡалаһы.



Теги: Люциә Буканова Санкт-Петербург Ирәндек ансамбле




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook