Атайлы үҫһен сабыйҙар

Бала яҙмышы өсөн икәү яуаплы

Адвокатлыҡ тәжрибәмдән күптән түгел булған бер хәл хаҡында һөйләргә теләйем. Ҡасандыр бик татыу йәшәгән, әммә бер көн килеп тарҡалған ғаилә тураһында һүҙем. Хәҙер әсә менән бала бергә, ата айырым көн итә. Ир кеше айына 8 мең һум самаһы эш хаҡы ала.
Шул аҡсанан бәлиғ булмағандар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләмендә улының әсәһенә алимент түләргә тейеш – апелляция инстанцияһы суды шундай ҡарар ҡабул иткән. Атаның йәшәүгә мең ярым һум тирәһе аҡсаһы ҡала.
Суд үҙенең ҡарарын шулай тип дәлилләй: ир – эшкә һәләтле кеше, шуға күрә балаһына лайыҡлыраҡ тормош тәьмин итеү өсөн яҡшыраҡ эшләп, күберәк аҡса таба ала.

Әммә былай тип раҫлау нигеҙһеҙ. Бала хоҡуҡтары хаҡында конвенцияның 27-се статьяһына ярашлы, бала тәрбиәләүсе ата-әсә йәки башҡа кешеләр үҙ мөмкинлектәре сиктәрендә балаға мөһим тормош шарттарын тәьмин итеү өсөн яуаплы. Рәсәй Конституцияһының 38-се статьяһында иһә балалар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү ата-әсәнең тигеҙ хоҡуғы һәм бурысы булыуы хаҡында әйтелә. Тимәк, ата менән әсә бәлиғ булмаған балалары, уларҙы тәрбиәләү, аҫрау хаҡында үҙ һәләттәре, финанс мөмкинлектәре сиктәрендә бергәләп хәстәрлек күрергә тейеш. Ләкин ата-әсәнең балаға лайыҡлы тормош тәьмин итеү өсөн ҙур табыш алырға тигән бурысы юҡ. Уның бары тик үҙ һәләттәрен һәм милкен эшҡыуарлыҡта, башҡа эшмәкәрлектә, хеҙмәттә ирекле файҙаланыу хоҡуғы бар. Судтың был апелляция ҡарарын яңынан ҡарау өсөн ғариза бирелде. Атаның һәм баланың мәнфәғәттәре тигеҙ күҙәтелер, бәлиғ булмағандар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумын иҫәпкә алып, баланы аҫрау атайға ғына йөкмәтелмәҫ, тигән ышаныс аҡланды.

Илдең Төп законы нормаларынан ғына түгел, ғөмүмән, йәшәйеш ҡанундарынан сығып, шуны әйтергә була: ата-әсәлек хоҡуҡтары мөмкинлектәр менән генә үлсәнмәй бит, ул кешенең ∆ҙен тотошонан, балаға мөнәсәбәтенән дә ғибәрәт.
Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексында билдәләнеүенсә, ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ дәүләт яҡлауы аҫтында булыуы Конституция тарафынан нығытылған. Күреүебеҙсә, атайлыҡ та дәүләтебеҙ тарафынан яҡлана.
Кодекста шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләү генә түгел, уларға белем биреү, хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, балаһынан айырым йәшәүсе атай менән әсәйҙең ата-әсәлек хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу хаҡындағы положениелар ҙа яҙылған. Унда атайлыҡты суд тәртибендә раҫлауҙың, атайлыҡты таныу фактын билдәләүҙең, атайлыҡты дәғүәләүҙең хоҡуҡи нормалары ла бар.

Бәпесте кем ҡараһын?..
Бөгөн ҡалыптар юйылған заманда йәшәйбеҙ. Әгәр, мәҫәлән, ҡатындың хеҙмәт хаҡы иренекенән ун тапҡырға ҙурыраҡ икән, ниңә бәпес ҡарап атайға ултырмаҫҡа? Бер йәш ғаилә лә шулай тип уйлай. Сабый тыуып, ай ярым үткәс, әсә эшкә сыға. Ләкин атай эшләгән ойошмала уға баланы йәш ярымғаса ҡарау буйынса отпуск биреүгә ҡырҡа ҡаршы төшәләр. Әлбиттә, суд атаның хоҡуҡтарын күрәләтә боҙоуға юл ҡуйманы. Сөнки атайҙың был отпускыға хоҡуғы бар. Ошондай осраҡтарҙа «Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары хаҡында»ғы Федераль Законға ярашлы, атайҙарға бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие ла түләнә.

Атайҙарҙың хоҡуҡтары шулай уҡ РФ Хеҙмәт кодексында һәм башҡа закондарҙа билдәләп үтелгән. Мәҫәлән, биш йәшкә тиклемге балаларын үҙе генә тәрбиәләүсе атайҙы хеҙмәт командировкаһына, эш көнөнән һуң ҡалып эшләүгә, төнгө ваҡытта эшкә, ял көндәрендә һәм байрам көндәрендә эшкә яҙма ризалығы менән генә йәлеп итергә ярай. Ун дүрт йәшкә тиклемге ике һәм унан күберәк бала тәрбиә­ләүсе, шулай уҡ ун һигеҙ йәшкә тиклемге инвалид балаһы булған хеҙмәткәргә, әсәһеҙ ун дүрт йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләүсе хеҙмәткәргә, коллектив килешеү буйынса, йыл һайын хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса улар өсөн уңайлы ваҡытта 14 көнгә тиклем өҫтәмә отпуск бирелергә мөмкин.

Ғаиләнең сирле ағзаһын ҡарарға кәрәк саҡта, башҡа осраҡтарҙа атайҙар ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие алырға хаҡлы – был РФ Конституция Судының 2009 йылдың 6 февралендәге ҡарары менән билдәләнгән.

Атай кеше балаларын берҙән-бер тәрбиәләүсе (мәҫәлән, әсә бәпес тапҡанда вафат булған осраҡта) икән, икенсе бала тыуғас бирелә торған әсәлек (ғаилә) капиталын алыуға уның да хоҡуғы бар. Был хоҡуҡты суд аша юллап алыусы атайҙар барлығын да беләбеҙ.
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында»ғы 1993 йылдың 5
ноябрендәге Законы хаҡында айырым әйтеп үтергә кәрәк. Унда ир менән ҡатындың репродуктив (бала табыу) функцияларын һаҡлау, ирҙәргә, ир балаларға уроандрологик тикшереү үткәреү хаҡында бик мөһим положение бар.

Күреүебеҙсә, әлеге мәлдә атайҙарҙың хоҡуҡтары тәңгәлендәге Рәсәй закондары киң һәм улар даими үҫешә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер закон акттарының тормошҡа ашырылыуы борсолоу тыуҙыра.

Ғаилә бәхәсе ҡаралғанда, ҡағиҙә булараҡ, атайҙар мәнфәғәтенә ҡаршы йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителә, сөнки, бәләкәй баланы тәрбиәләү хаҡында һүҙ барғанда, судтар күп осраҡта әсәнең бер үҙенең генә өҫтөнлөгөн таный. Бала яҙмышы өсөн бер үк дәрәжәлә яуаплы атай менән әсәйҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу – ҡанундарға һыймаған эш.

Йомғаҡлап, шуны әйтке килә: атайлыҡ, әсәлек менән бер рәттән, Рәсәйҙә дәүләт башлығының даими иғтибары аҫтында тора. Мәҫәлән, РФ Президентының 2009 йылдың 12 майы Указы менән раҫланған илдең 2020 йылға тиклемге Милли именлек стратегияһында ғаилә институтын, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау сифатын камиллаштырыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге осорға Демография сәйәсәте концепцияһында, ата-әсәлек статусын күтәреү, аҙ балалы ғаиләнән кәмендә ике бала үҫтереүсе ғаиләгә күсеүгә йүнәлтелгән дәүләт мәғлүмәт кампанияһының хоҡуҡи нигеҙен эшләү кәрәк, тип яҙылған.
2012 – 2017 йылдарға балалар мәнфәғәтендә Милли стратегияла «ир менән ҡатын айырым йәшәгәндә баланы тәрбиәләү буйынса ата-әсәнең икеһенең дә ҡатнашыу мөмкинлеген тәьмин итеүсе хоҡуҡи механизмдарҙы камиллаштырыу зарурлығы» билдәләнә.

Юғарыла атап үтелгән положениеларҙы тормошҡа ашырыу атайҙарҙың хоҡуҡтарын нығытыуға килтерер, тип ышанам. Ғаилә тарҡалған хәлдә лә атай кешене бала тәрбиәләүҙән ситләштерергә ярамай. Әсә наҙы менән ата терәген берҙәй тойоп үҫкән баланың ғына күңеле бөтөн.

Надежда КРЫЛОВА,
адвокат, Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы,
БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзаһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook