Медицина полисының көсөн беләбеҙме?

Медицина полисының көсөн беләбеҙме?
Йөрәге тулауға зарланған йәш хеҙмәттәшебеҙҙе участка терапевы кардиологҡа ебәргәс, регистратурала уға: “Кардиологҡа ай аҙағында ғына яҙыла алаһығыҙ!” – тиҙәр. Әрһеҙләшеп өйрәнмәгән ҡыҙыбыҙ йөрәген усына тотоп ҡайтып китә.

Ай башланып торған саҡ. Әмәлгә ҡалғандай, тап шул мәлдә мотлаҡ медицина страховкалауы полисы биргән мөмкинлектәр хаҡында мәҡәләбеҙ баҫылырға тора. “Махсус белгес консультацияһын ауырыу мөрәжәғәт иткән көндән һуң ун дүрт көндән дә ҡалмай алырға тейеш!” – БР Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фондының Үҙәк филиалы эксперты Светлана Минһажева шулай тип яуап биргәйне. Интернеттан поликлиниканың телефонын табып, баш табипҡа шылтыратабыҙ:

– Мин кардиологҡа яҙылырға теләгәйнем. Ай аҙағында килергә ҡуштылар. Махсус белгескә ике аҙна эсендә инергә тейешмен түгелме?
Баш табип эске телефон аша кемгәлер шылтыратты ла иртәгәһен төшкө сәғәт бергә кардиологҡа саҡырҙы! Иғтибар итегеҙ: беҙ “Башҡортостан ҡыҙы”нан икәнебеҙҙе әйтмәнек.

Бер журналисыбыҙ ике ай буйы офтальмологҡа инә алмай йөрөй ине. Был һөйләшеүҙе тыңлап дәртләнеп, шунда уҡ үҙ поликлиникаһының баш табибына шылтырата һалды. Уға иһә ике сәғәттән (!) килергә ҡуштылар. Кемдер, һеҙ журналистар бит, тиер. Ҡабатлайым: ҡайҙа эщләүебеҙ хаҡында ләм-мим, ҡыҙҙарыбыҙ ҡәҙимге ауырыу булараҡ һөйләште. Уларҙың бик тыйнаҡ, йомшаҡ тауышлы икәнен дә әйтеп үтәйем. Ике медицина ойошмаһында ла етәкселәр мәсьәләне минуты-секунды менән хәл итте. Шулай итеп, яҙғандарыбыҙҙың ғәмәлдә “эшләүен” үҙебеҙ һынап ҡараныҡ.

Ҡулыбыҙҙағы медицина страховкалауы полисының беҙгә биргән мөмкинлектәре хаҡында тулыраҡ журналыбыҙҙа уҡый алаһығыҙ. “Башҡортостан ҡыҙы”нан айырылмағыҙ – үҙ хоҡуҡтарығыҙ хаҡында тағы ла файҙалыраҡ мәғлүмәттәр белерһегеҙ!
Альмира КИРӘЕВА.


Полис буйынса медицина ярҙамы алыуға хоҡуҡтар боҙолһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

1. Медицина ойошмаһы хакимиәтенә (баш табибына, уның урынбаҫарына, бүлек мөдиренә).
2. Үҙегеҙҙең медицина страховкалауы ойошмаһына (телефоны полисығыҙҙа яҙылған). Унда шылтыратып ҡына ҡалмайынса, офисына бара алаһығыҙ.
3. Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауының төбәк фондына, уның филиалдарына. Мөрәжәғәттәр яҙма рәүештә лә, телдән дә, телефон аша ла, сайтта ла ҡабул ителә. Тел. 8-800-77-55-395, 8-347-216-10-81, 8-347-272-58-64. Сайты: www.tfoms-rb.ru
4. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына (йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, тел. 8-347-250-08-62).
5. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына. Тел. 8-347-250-30-22. Сайты: www.roszdravnadzor.ru




Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook