Тамырыбыҙ ике быуат аша Салауатҡа барып тоташа…

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исеме халыҡ хәтерендә быуаттар буйы һаҡланған. Һәр заман уның образын үҙенсә баһалай, үҙенсә аса, үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләүен дауам итә. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, бер нисә китап, шул иҫәптән «Салауаттың шәжәрәһе» китабы авторы Радик ВАХИТОВ менән әңгәмәбеҙ – Салауат Юлаевтың вариҫтары хаҡында.

–  Совет осоронда, Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» әҫәренә нигеҙләнеп, милли батырыбыҙҙың вариҫтары ҡалмаған, документтарҙа иҫкә алынған ҡатындары һәм балалары, йәнәһе, эҙһеҙ юғалған, тигән ҡараш йәшәне. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы эҙләүсе лә булманы. Салауат­тың тыуған ауылын карателдәр яндырғандан һуң, күрше-тирәһендә иҫән ҡалған иң яҡын ауылдарҙың береһе булған Шағанайҙа, Мәнзүмә исемле апайым уҡытыусы булып эшләп алды. Ул унда үҙҙәрен Салауат­тың тоҡомо тип иҫәпләүселәр барлығы хаҡында һөйләгәйне. Был хәбәр тыныслығымды урланы һәм, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында, бер нисә йыл архивтарҙа эҙләнгәндән һуң, Салауат Юлаевтың шәжәрәһен төҙөнөм. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа ул бөгөн йәшәгән замандаштарыбыҙға килеп тоташты.

–  Шәжәрәне коллектив хеҙмәт емеше тип әйтергә булалыр, сөнки уны төҙөүҙә әллә күпме кеше ҡатнаша, ул йылдар буйы тулылана, камиллаша бара. Шулай ҙа Салауат Юлаевтың шәжәрәһе беҙҙең көндәргә килеп етеүенә кемдәргә рәхмәтле булырға тейешбеҙ?
– Бар ғүмерен туғанлыҡ ептәрен эҙләүгә арнаған Хәйрулла Ҡол­мөхәмәтов 1950 йылда был шәжәрәне үҙен Салауат Юлаевтың вариҫы тип һанаған Гөлсафия Исламованан яҙып ала, уны үҙенең мәғлүмәттәре менән тулыландыра. Шәжәрәнең осона ул үҙенең ейәндәре Фәнил менән Илдарҙы, шулай уҡ Вәрис ағаһын һәм уның балалары Фәүзиә менән Энгельсты ла өҫтәй. Миңә бабайҙың ҡулъяҙмаларын уның Ҡыйғыла йә­шәгән Әминә исемле ҡыҙы бирҙе. Уларҙың араһында үҙемдең шәжә­рәмде, унда атайым Шакирйәнде, бабайым Ҡазыханды, башҡа туғандарымды күргәс, аптырауымдың сиге булманы. Уның яҙмалары менән сағыштырып, өҫтәп, тағы ла байыраҡ шәжәрә төҙөнөм.

Нәҫел ағасының башҡа тармаҡтары ла бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы Салауаттың бөгөнгө туғандарына алып сыға. Шулай итеп минең төҙөгән шәжәрәмдең дөрөҫлөгөн иҫбатлаусы яңынан-яңы дәлилдәр бер епкә теҙелә барҙы.

Алда телгә алған Гөлсафияға килгәндә инде, ул 1875 йылда Йонос ауылында тыуа. Әсәһе Кинйәбикә, Салауат Юлаевтың бүләсәре, Шағанай ауылында йәшәй. Йонос ауылына Дусмөхәмәт Фәрхетдиновҡа (1851 йылғы) кейәүгә сыға. Метрика кенәгәһендә уларҙың никахы теркәлгән (Ф.И-295. Оп.9.д.1015. Метр. кн№136, л.8. д. Шиганеевой). Был тантанала ҡатнашыусы кешеләр ҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Кәләш яғынан ағаһы Килдейәр (29 йәштә) Салауат Юлаевтың бүләре була. Шаһиттар милли геройҙың ейәндәре – Ғабдрахман (55 йәштә) һәм Заһиҙулла (49 йәштә) – Салауаттың улы Рәхмәтулланың балалары. Был ғаиләлә тәүге бала булып Гөлсафия тыуа ла инде.

1892 йылда Гөлсафия, Байрамғол Исламовҡа кейәүгә сығып, Ҡаратаулыға күсә. 1904 йылда ошо ауылда тыуған Хәйрулла бабайҙар менән, күрәһең, улар күрше йәшәгәндәрҙер. Сөнки Хәйрулла бабай үҙенең яҙмаларында бала сағында Гөлсафияның ҡыҙы Хасмия менән уйнауын иҫкә ала.
Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡу­йыр юлына, ти бит халыҡ мәҡәле. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивы хеҙмәткәрҙәре Салауат районының Урмансы ауылында тыуған һәм 90 йәшкә етеп барған Мәрфуға Хәбибулла ҡыҙы Ғиззәтова инәйҙең нәҫеле Салауат Юлаевҡа барып тоташҡан шәжәрәһен законлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүе ха­ҡында әйтте. Беҙ уны эҙләп табып, яҡташтар ойошмаһының йыйылышына саҡырҙыҡ. Минең менән һөй­ләшкәндә атайым Шакирйән һәм олатайым Йомаҙил хаҡында һүҙ башлағас, иҫем китте. Феноменаль хәтерле әбейҙең шәжәрәһен уҡып шаҡ ҡаттым!
Мәрфуға Ғиззәтова үҙенең атаһы аша Салауат Юлаевтың улы Рәх­мәтулла менән туған булыуын раҫлай. Был – замандашыбыҙҙың Салауат Юлаевтың улының исемен, уның то­ҡомон ғаилә риүәйәттәре аша белеүе менән бәйле үҙенсәлекле осраҡ.

Шулай уҡ 1994 йылда Салауаттың шәжәрәһе беренсе тапҡыр донъя күргәс, мине район һабантуйында эҙләп табып, үҙҙәренең милли батырыбыҙҙың вариҫтары булыуын белдереүселәр, шылтыратыусылар, хат яҙыусылар күп булды. 2010 йылда Лаҡлы ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Гранит Зинуров менән таныштым. Ул Лаҡлыға тәүге күсенеүселәр араһында Мансур, Мортаза, Моратбаҡый һәм Мәсәғүт исемле улдары менән башҡорт Арыҫланбәктең булыуын да асыҡлай. Уларҙың береһе – Мортаза Юлай Аҙналиндың һеңлеһенә – Мәликәгә өйләнгән була. Мәликә Аҙналинанан өс бала тыуған: Әбделнасир, Мәрхәбә, Әбделхәким Мортазиндар. Гранит Зинуровтың китабындағы Лаҡлы ауылы халҡы исемлегендә уларҙың вариҫтары еңел табыла, теләүселәр үҙҙәренең Юлай Аҙналин һәм Салауат Юлаев менән туғанлығын тергеҙә ала.

– Салауат Юлаевтың вариҫтарының сит илдә лә булыуы хаҡында әйтә биреп ҡуйғайнығыҙ...
–  Баязит – Гөлсафияның улы. Ул 1896 йылда Ҡаратаулы ауылында тыуа. 1915 йылда батша армияһына, 6-сы Гренадер Таврический полкына, 8-се рота һалдаты итеп, 1916 йылдың июлендә Рәсәй экспедиция корпусына алына. Был 30 мең һалдат һәм офицерҙан торған корпус пароходтар менән Францияға, Марсель ҡалаһына, килтерелә. Рус батшаһы Николай Икенсе үҙ граждандарын Германияға ҡаршы һуғышыр өсөн пушкаларға һәм снарядтарға алмаштыра.

Рәсәйҙәге Бөйөк Октябрь революцияһынан һәм Беренсе донъя һуғышынан һуң, Франциялағы Рәсәй һалдаттарын төрлө маҡсатта файҙалана башлайҙар. 1920 йылда уларҙы демобилизациялайҙар, әммә тыуған илдәренә ҡайтармайҙар – улар өсөн пушкалата һәм снарядлата хаҡ түләнгән. 1932–1933 йылдарҙа яҙмыш Баязитты француз коммунисы Травер Морис менән осраштыра. Уның ғаиләһе менән яҡындан таныша, ҡыҙына өйләнә һәм тиҙҙән улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.

1935 йылдың майында Баязит Совет консуллығына тыуған иленә сығыуға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Ҡатынын да үҙе менән барырға өгөтләй. 1935 йылдың июнендә улар совет пароходында СССР-ға сығырға документ ала. Ләкин һуңғы мәлдә генә ҡатыны СССР-ға сығыуҙан баш тарта. Шулай итеп, уның балалары – Виктор менән Нелли, был тармаҡ буйынса Салауат Юлаевтың вариҫтары, Францияла тороп ҡала.
Тыуған яғына ҡайтҡас, Баязит, Фатима Камаловаға өйләнеп, Яңы Ҡаратаулы ауылында төпләнә, Вәғиз исемле уланға ғүмер бирә. Энеһе Франциялағы туғандары хөрмәтенә балаларына Виктор һәм Нелли тип исем ҡуша. Әммә Салауат Юлаевтың француз тармағындағы вариҫтарының яҙмышы, үкенескә күрә, билдәһеҙ.

Әлбиттә, бөгөн белеме һәм түҙемлеге булған һәр кем, боронғо ҡағыҙҙар эсендә һаҡланған туҙанды йота-йота архивтарҙа ҡаҙынып, үҙенең шәжәрәһен төҙөүе мөмкин. Хатта Интернет аша ғына заказ биреп тә, кәрәкле тармаҡты эшләтеп алырға була. Әммә хәҙерге йәштәр күҙлегенән ҡарағанда, “ҡара наҙан” олатай-өләсәйҙәребеҙҙең телдән-телгә, хәтерҙән-хәтергә тапшырылған тоҡом сылбырының өҙөлмәй беҙҙең көндәргә килеп етеүе – үҙе бер мөғжизә. Ә инде төрлө ауылдарҙа йәшәп тә уларҙың бер үк кешеләр хаҡында һөйләүе, нәҫел ағасын бер тамырға алып барып тоташтырыуы өсөн ниндәй хәтергә эйә булырға кәрәк? Һәм әлеге күренеш бер нисек тә осраҡлылыҡ була алмай. Был бары тик тарихи хәҡиҡәттең тантана итеүелер, моғайын...

Даяна АТАНОВА һөйләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook