ОФОҠТАРҘА САҠЫРҒАНДА БЕР МОҢ

ОФОҠТАРҘА САҠЫРҒАНДА БЕР МОҢ Башҡорт кинематографында режиссер менән актерҙан торған сағыу ғаиләләр әҙ түгел. Шул гөлләмәлә Зиләрә менән Руслан да – бер матур биҙәк. Көйөргәҙе районы Ермолаев ауылында тыуһа ла, Русландың бала сағы Ырымбур өлкәһендә, йәнә лә Екатеринбург ҡалаһында үтә. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт нефть техник институты студенты булып китә. Уҡытыусылары, дуҫтарының «Ҡуйсы, юҡ менән булма!» – тиеүенә ҡарамай, ҡулынан видео­камераһын төшөрмәй егет. Диплом алғас, һөнәре буйынса эшләп тә ала, ләкин күңеле ятмауын аңлап, тормош карабын ижад диңгеҙенә бора. Ошо юлда мөхәббәтен, үҙе әйтмешләй, илһам ҡошон – Зиләрәһен осрата. «Башҡортостан» киностудияһында эш башлаған мәлдә уға Булат Йосопов төшөргән «Сөмбөлдөң етенсе йәйе», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмдарында икенсе режиссер яуаплылығы йөкмәтелә. 2005 йылда «Айыу», 2006 йылда «Арҡайым серҙәре» фильмдарына продюсер ҙа була. Ә 2006 йылда үҙе төп режиссер сифатында «Царапина», 2007 йылда «Сәк-сәк» фильмдарын төшөрөп сирҡаныс алғас, уға кино донъяһы үҙ ишектәрен аса. «Сәк-сәк»кә кастинг үткәрәм тип, Стәрлетамаҡҡа килгән режиссер буласаҡ хәләл ефетен осрата, ҡаланың театры менән дә оҙайлы хеҙмәттәшлек ҡора. 2008 йылдан шунда эшләй башлай, телевидение тамашасыһына яҡшы таныш «Күңелле йәшәйбеҙ» проектына тотона. Актерҙарҙың зәңгәр экранда күренеүе театрға яҡшы реклама икәнен һәйбәт аңлаған етәкселәре Таһир Искәндәров йәш ижадсының һәр башланғысын ҡуш ҡуллап ҡаршы ала. «Күңелле йәшәйбеҙ» тип аталған киножурналда Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрының бөтә труппаһы ҡатнаша. Биш йыл эсендә өс йөҙҙән артыҡ тапшырыу төшөрөлә һәм ике мең тапҡыр эфирҙан үтә. Мәрәкә яратҡан халҡыбыҙҙың күңеленә хуш килә ул.
ОФОҠТАРҘА САҠЫРҒАНДА БЕР МОҢ
2013 йылда йәш режиссер, тормош юлдашы Зиләрә Юлтаева, хеҙмәттәштәре Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров, Гөлйемеш Ибраһимова, Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар йөҙөндә үҙе таянырлыҡ көс барлыҡҡа килеүен самалап, ҙурыраҡ эштәргә лә йөрьәт итмәк була. Тиҙҙән яңы хеҙмәт емештәре – туғыҙ сериялыҡ «Бәхет ҡошо» Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелә. Мистикаға нигеҙләнгән «Сируси»ны ла халыҡ оҡшата. Тамашасының тағы ла шуның ише берәй ҡыҙыҡлы проект көткәнен аңлағас, шаярыуға ҡоролған «Күршеләр» сериалы тыуа. Ә үткән йыл Руслан Юлтаев сценарий авторы Дамир Йосопов һәм композитор Илшат Яхин менән берлектә тамашасы хөкөмөнә «Өс хат» ҡыҫҡа метражлы фильмын сығарҙы. «Башҡортостан» киностудияһының был ижад емеше Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған. Фильм Ишембай районының Арлар, Ғафуриҙың Мәндем ауылында төшөрөлгән. Өләсәй – Вәкилә Ҡалмантаева, Әсә – Физәлиә Рәхимова, Хазина – Зиләрә Юлтаева, хат ташыусы – Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, күрше ҡатын ролендәге Гөлнара Йәрмиевалар менән барса ижади төркөмдөң бер тулҡында эшләгәне һиҙелеп тора. Кино – ул күмәк хеҙмәт һөҙөмтәһе. Тик берҙәмлек кенә уңыш килтерә ала. Фильмдың төп фекере – ғүмер ҡәҙере, мөхәббәт көсө һәм, бер нәмәгә ҡарамай, йәшәүгә ынтылыу хаҡында. Хәбирәнең: «Ә мин бер кемдән дә хат көтмәйем, һуғыш мәлендә етем булыу яҡшыраҡ икән», Ғәйшәнең: «Яҙға һуғыш тамамланасаҡ, төндән һуң таң ата, ҡыштан һуң – яҙ, ә һуғыштан һуң еңеү килер, тыныслыҡ тыуыр», Хазинаның: «Әсәй, Мәғәфүр тере, шуға илайым», – тиеүе киноны ҡараған һәр береһенең йөрәгенә ғазап булып уйылғандыр. Юғалтыуҙар араһында йәшеренеп йәшәгән өмөт, әрнеүҙәр аша тыуған һөйөү тойғоһо кинотаҫманы көслө итә.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook