ҮР ЮЛЫ БУЙЛАП

ҮР ЮЛЫ БУЙЛАПКисеүҙәрҙә ат алмаштырмай, алған йүнәлештән тайпылмай, үргә ҡарай үҙ һуҡмағынан барған һәм уның ныҡлығын хәстәрләп йәшәгән кешеләр һәр саҡ хөрмәт уята. Улар үткән юл, ылыҡтырғыс сергә сорнап, башҡаларҙы ла изгелеклеләр һәм уңғандар ғына артыла алған тау түбәләренә ынтылырға сәмләндерә. Күгәрсен районы үҙәгендә ғүмер иткән Зилә Мәхмүт ҡыҙы менән Хәниф Хәмит улы Псәнчиндар – тап шундайҙарҙан. Башҡаларға көнләшмәй, әммә үҙ бәхет ҡошон да ситкә ебәрмәй, татыулыҡта һәм ихласлыҡта көн итә улар. Зилә ханым – яҙмышын балаларһыҙ күҙ алдына килтермәгән тынғыһыҙ, ижади күңелле уҡытыусы, Хәниф уҙаман – райондың абруйлы табибы, оҫта хирург. Иркәләп, ҡәҙерләп үҫтергән Гөлсимә ҡыҙҙары – хәҙер үҙе ике сабыйҙың хәстәрлекле әсәһе, атаһы юлын дауам итеп, ҡулдарында име булған табип-гинеколог.


ҮР ЮЛЫ БУЙЛАП
... Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш ғаилә хеҙмәт юлын 1983 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында башлай. Зилә апай тәүҙә район гәзитендә тәржемәсе була, артабан мәктәпкә күсә, ә тормош иптәше дауаханала эшләй. Ете йыл дауамында намыҫлы хеҙмәт менән район халҡының хөрмәтен яулап өлгөрә улар. Әммә Хәниф Хәмит улы белемен камиллаштырыу ниәте менән Өфөгә йүнәлә. Бер йылдан кәләше лә уға ҡушыла. Баш ҡалала Зилә Мәхмүт ҡыҙы Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәреслектәр бүлегенә белгес булып эшкә төшә. Билдәле ғалимдар менән райондарға экспедицияға йөрөү, китап яҙыусылар менән аралашыу уға бик оҡшай, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең һәр береһен хөрмәтләп иҫкә ала ул. Ғаилә Мораҡҡа күсергә ҡарар иткәс, яратып өлгөргән эшен ҡалдырыуы бик моңһоу була. Ләкин ҙур даирәлә ҡайнап, ижади эшмәкәрлектең тәмен татып өлгөрөүе артабанғы хеҙмәт юлында ярап ҡала. Мораҡта асылып ҡына торған «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы менән биш йыл дауамында етәкселек итеп, ойошма эшмәкәрлеген яйға һалып ебәргәндә лә, Мораҡ башҡорт гимназияһында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булғанда ла, әлеге уҡытыусылыҡ һөнәрендә лә ул эшкә ижади ҡарашты өҫтөн күрә, ерлекте, мөхитте иҫәпкә ала. Йәштән шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан һылыуға мәктәптә «Тамсылар» әҙәби ижад түңәрәген алып барырға ҡушҡас, иң тәүҙә үҙем өлгө булырға тейеш тип, ул яңынан илһамланып ҡәләмгә тотона. Байтаҡ хикәйәләре район һәм республика баҫмаларында донъя күрә. 2004 йылда «Аҙна» гәзите ойошторған хикәйәләр бәйгеһендә еңеп сыға. Балаларҙың һәр береһенә шәхес итеп ҡарап, һәләттәрен үҫтерергә ынтылған мөғәллимәнең тырышлығы бушҡа китмәй. Элекке уҡыусылары ла онотмай, хәлен белешеп, үҙҙәренең уңыштары менән бүлешеп тора. Зилә Мәхмүт ҡыҙы – БР-ҙың мәғариф отличнигы, республикабыҙҙың «Йыл уҡытыусыһы–1999» бәйгеһе лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ул – «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы– 2006» номинацияһында еңеп, Президент Грантын алған һәм «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2015» еңеүсеһе грантына лайыҡ тәжрибәле остаз. Мөғәллимә үҙен күп балалы әсәйгә тиңләй. «Көн дә миңә йөҙ ҙә егерме бер пар күҙ төбәлә. Беҙ улар менән Юлтый, Сәләм, Рәми йыһандарын гиҙәбеҙ. Мин уларҙы туған тел һәм әҙәбиәт донъяһына алып инәм, шул асманда беҙ бергә бәхетле», – ти һөйкөмлө ханым...
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Күгәрсен районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook