Яҙмыштарҙа – йәйғор төҫө
Бөрйән районы Байназар ауылында иң өлгөлө һәм уңған ғаиләләрҙең береһе һаналған Ғәтифә менән Нәҙир Вәлиевтарҙың ихатаһына ингәндә, ишек алдында бер бабай йөрөй ине. «Атайым», – тип таныштырҙы хужабикә. Олоғайып, йөҙөн бураҙналар йырып үткән бабайҙың моңһоу ҡарашы тәрән һағыш менән тулған. Уй-хистәре менән ул ҡайҙалыр алыҫта – йәшлек йылдарында ҡалған, әйтерһең…
Ошо татыу ғаилә хаҡында һүҙ башлағанда, алға китеп, күңелемдә уйылып ҡалған бер ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Бөрйән районы Аҫҡар ауылына кейәүгә сығып, шунда төпләнгән апайым менән еҙнәмә ҡунаҡҡа барған һайын, Фәүзиә апай сәйгә саҡырып ала торғайны. Оҙаҡ йылдар Аҫҡар ауыл билємєћенењ хакимиәт башлыѓы булып эшләгән иренең ул уң ҡулы ла, иң ышаныслы терәге лә булды: өйөн дә гөл итеп тотто, балаларын да тәрбиәләне, ауылдаштарына ауыр саҡта ярҙамын да, күңел йылыһын да йәлләмәне. Фәүзиә апайҙың йөрәк өҙгөс моңло йырҙары әле булһа ҡолағымда сағылғандай. Уны һуңғы тапҡыр күргәнемдә, күңелемдә ниндәйҙер ауыр тетрәнеү кисергәнем хәтеремдә ҡалған. Балаларын аяҡҡа баҫтырып, инде үҙҙәре өсөн йәшәйбеҙ тигәндә, ғүмерлек һөйгән йәрең ғаиләнән китһен әле?! Йырҙарында ла, һөйләгән хәтирәләрендә лә ирен яратыу һәм һағыныу ғазабы ине. Һөйөүгә һәм иғтибарға мохтаж сағыңда яңғыҙлыҡ хәсрәтенә сум инде! Оҙаҡ йәшәмәне ул, иртә гүр эйәһе булып ҡалды. Изге кешеләренә яҙмыш ниңә миһырбанһыҙ, шундай оло тойғо – мөхәббәт тә ваҡыт алдында көсһөҙмө икән ни, тигән һорау һыҙып үткәйне йөрәгемде. Һуңынан йылдар үтеп, редакция менән Бөрйән районына барғаныбыҙҙа, яҙмыш Байназарҙа йәшәгән уның бер бөртөк ҡыҙына юлыҡтырыр ҙа күңелемде өйкәгән һорауға яуап алырмын, тип кем уйлаһын инде. Ғәжәп икән яҙмыш тигәнең. Ул бер нәмәне лә яуапһыҙ ҡалдырмай, күрәһең…
«Олоғайҙы инде атайым, йыш сирләй, хәтере лә насарайҙы, шуға үҙебеҙгә ҡарауға алдыҡ, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре янында тынысланып, шәбәйеп киткәндәй була, нимә тиһәң дә, үҙ атайыбыҙ», – тип яғымлы ғына өндәшә хужабикә. Баҡтиһәң, Ғәтифә Вәдүт ағай менән минең күптәнге танышым Фәүзиә апайҙың иң өлкән ҡыҙы икән.
Дүрт ҡустыһын да ҡарашып, бәләкәйҙән хәстәрлекле, ярҙамсыл, эшһөйәр булып үҫә ул. Атаһы ауыл хєкимєте башлыѓы булғас, көн-төн өйҙәренән кеше өҙөлмәй: хужалыҡ мәшәҡәте менән дә, ғаиләлә үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ тыуһа ла, уларға киләләр. Бер көндө өйҙәренә ниндәйҙер ағай менән әҙәпле генә бер егет инә. Уның ҡайнар ҡарашынан йөрәге иреп, йәне наҙға күмелгәндәй була йәш һылыуҙың. Тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ йәштәр тиҙҙән өйләнешә. Ул ваҡытта Байназар егете Нәҙиргә – 23, ә Ғәтифәгә 21 йәш була.
«Тормош иптәшемдең әсәһе йәшләй мәрхүм булған да өйҙә береһенән-береһе бәләкәс дүрт етем бала ҡалған. Күҙ терәп торған берҙән-бер таяныстары – Нәҙир ағалары. Уны яратҡас, туғандарын да яҡын күреп ҡабул иттем. Үҙҙәре лә ихлас булғандыр инде, бер татыу ғаиләләй йәшәнек тә киттек. Күңелемә ауыр саҡтарҙа ла рәнйетмәнем, ситкә типмәнем, ҡырыҫлыҡ күрһәтмәнем, йөрәгем йылыһын йәлләмәнем. Һәр береһенә тәрбиә, белем биреп, оло тормош һуҡмағына баҫтырҙыҡ. Ваҡытында атай-әсәйем дә ныҡ ярҙам итеште. Яуымбайҙа йәшәгән иң өлкән апалары Айһылыуға ла рәхмәтем ҙур, һеңлеләренә изге кәңәшсе лә, хәстәрлекле апай ҙа була белде.
Бәхет күгебеҙҙе һөйөү нурына сорнап, мөхәббәтле ғаиләбеҙҙе ишәйтеп, ике ҡыҙыбыҙ Алиса менән Алина тыуҙы. Аллаћља шөкөр, уларҙы ла уҡытып, башлы-күҙле иттек. Әлеге көндә икеһе лә кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡорған, үҙҙәре лә егәрле хужабикә, хәстәрлекле әсәй хәҙер.
Йәш саҡта «шулай кәрәк», «шулай тейешмен» тип йәшәйһең, йылдар үткән һайын тормош мәғәнәһен, яҡындарыңдың, йәшәүҙең ҡәҙерен тәрәнерәк, нескәрәк тояһың әллә. Ғүмерҙең һәр сағылышы, йөрәк тибешеләй, ҡәҙерлегә, ғәзизгә әйләнә бара. Нәҫел ептәренең ныҡлығы ла булмышыңа, киләсәгеңә йоғонто яһағанын аңлай башлайһың. Улар һине йә көслөрәк итә, йә төпһөҙ упҡынға ташлай. Ни сәсәһең, шуны ураһың, ғөмүмән. Яҡындарыма булған мәрхәмәтлелегем, ярҙамым бөгөн мине көслөрәк итәлер, балаларымдың тормошон нурландырып торалыр, тип тә уйлап ҡуям. Яҡындарығыҙҙы ҡайғы-хәсрәттә яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ, балаларҙы ситкә типмәгеҙ, тип әйтәм йәштәргә һәр саҡ. Был донъяла бар нәмә лә инешенә әйләнеп ҡайта. Изгелеккә әйткән һүҙең дә, ихлас ярҙамың да, яманлығың да, көҙгөләгеләй, киләсәгеңдә, йөрәгеңдә сағыла. Ошо тормош ҡанунын һис оноторға ярамай», – ти Ғәтифә Вәдүт ҡыҙы.
Уларҙың татыу ғаиләһе, ысынлап та, яҡташтарының һоҡланыуын уята. Ауылға йәшләй генә килен булып төшкән һылыуҙың йылыға, наҙға, әсә һөйөүенә һыуһаған балаларҙың яралы йәндәрен имләп, сынығып та өлгөрмәгән йөрәктәренә ышаныс, бәхет ҡуҙы һала алыуы – ихтыяр һәм йөрәк көсө талап иткән оло хеҙмәт ул. Бөгөн, ауырлыҡтан ҡурҡып, хатта үҙ балаларынан баш тартҡан әсәйҙәр барлығын иҫәпкә алғанда, был, әлбиттә, ҡаһарманлыҡҡа тиң аҙым, тиер инем мин. Ә әсәләре фатихаһына тоғро оло йөрәкле ағайҙарының туғандарына атай хәстәре менән бағыуында ла ысын мосолман ир-атының аҫыл сифаттары сағыла. Ҡайҙа ул абруйлы атайҙар, тип саң ҡаҡҡанда, бына ошондай ир уҙамандарынан фәһем алырға тейештер йәш егеттәр.
«Тормоштағы һәр һикәлтәне: шатлығын да, хәсрәтен дә бергә кисергәнгә, бикәстәрем, үҙ туғандарым, балаларым кеүек, ҡәҙерле миңә. Хәҙер инде һәр кеме ғаиләле булып, үҙ аллы донъя көтһә лә, йыш ҡына хәбәрләшеп, ҡунаҡҡа саҡырышып торабыҙ, әүәлгеләй һөйөнөстәребеҙ ҙә, көйөнөстәребеҙ ҙә уртаҡ. Нәфисә район үҙәк дауаханаһында балалар фельдшеры булып эшләй, ике ул үҫтерә. Наилә – Татарстанда, уның бер ҡыҙы менән бер улы бар. Тағы бер бикәсем – Филиә – өс бала әсәһе, ашнаҡсы булып эшләй», – тип ҡыуанысы менән бүлешә оло йөрәкле ҡатын.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән был яғымлы ханымдың ғүмер күге гел аяҙ һәм ҡояшлы ғына булған, тип уйларһың! Ә бит яҙмыш күперҙәрендә күпме тетрәнеү, һыҙланыу аша үтергә тура килгән уға.
2001 йылда үҙҙәре ҡарап үҫтергән Фәйләрә бикәсе, ун йәшлек Илназ менән дүрт йәшлек Фәнгизде етем ҡалдырып, ваҡытһыҙ һәләк була. Һис көтөлмәгән ҡайғы ғаиләне ауыр ғазапҡа һала. Вәлиевтар һеңлеләренең улдарын үҙ тәрбиәһенә ала. Ҡайғынан йөрәк яралары тартылып, инде һөйөнөп кенә йәшәп ятҡанда, тағы бер бәлә төшә иңдәренә. БДУ-ның Сибай филиалында тарих факультетының өсөнсө курсын тамамлап ҡайтҡан Илназды урамда машина бәреп китә. Ауыр йәрәхәттән егет шунда уҡ йән бирә. Киләсәгенә өмөттәр бағлаған йәш кенә уланды әсәһенең ҡәбере янына ерләйҙәр. Ғәтифә апайҙың шул саҡта һығылып илауҙары... Һөйөп кенә үҫтергән инде икенсе баланы мәңгелеккә оҙат та, артабан ниндәй йөрәк менән йәшәргә тейеш һуң кеше?
Күп тә үтмәй Аҫҡарҙа йәшәгән бер туған ҡустыһы – Шаймораттың һәләкәте хаҡында хәбәр итәләр. Бер аҙҙан иң кесе туғаны – Заһир яҡты донъянан китә. Икеһенең дә ғаиләһендә – әле аяҡҡа баҫып та өлгөрмәгән өсәр бала. Заһирҙың иң бәләкәсенә бер йәш тә тулмаған була әле ул ваҡытта. Һәр береһе өсөн күңеле әрнеп, нисек ярҙам итергә белмәй өҙгөләнә ул. Яҡындарын юғалтыу хәсрәте үҙәгенә үтеп, төнгө йоҡоһон алғанда ла, көслө ҡатын бирешмәй, ҡайғынан һынмай, киреһенсә, бәхетле булырға һәм башҡаларға ла ошо йәшәү нурын өләшергә үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
Әле Ғәтифә менән Нәҙир Вәлиевтарҙың ғаиләһе ауылда иң тырыштарҙан иҫәпләнә. Ғәтифә Вәдүт ҡыҙы магазинда һатыусы булып эшләй, ә Нәҙир Фәсхетдин улы – водоканал директоры, яҡташтарын иң ҡөҙрәтле шифа – һыу менән тәьмин итә. Ҡыҙҙары Алиса Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса – психолог. Кейәүҙәре Азат – компьютер технологиялары белгесе. Йәш ғаиләлә Азалина менән Ильяс исемле ике матур бала үҫә. Кесе ҡыҙҙары Алина әсәһенең тыуған ауылы – Аҫҡарҙа йәшәй. Тормош иптәше Алик менән Ирхан исемле ул тәрбиәләйҙәр. Алина БДУ-ның Сибай филиалында физкультура бүлеген тамамлап, әле мәктәп уҡыусыларына сәләмәт тормош серҙәрен төшөндөрә. Әсәһенән дүрт йәштә генә ҡалған Фәнгиз быйыл 11-се класты тамамлай. Уның маҡсаты – юғары белем алып, әсәһе менән ағаһыныњ рухы һәм уны тәрбиәләп үҫтергән ҡәҙерлеләре хаҡына бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисереү.
Ғәтифә апай балаларына маҡсатлы, уңышлы, мөхәббәтле оҙон ғүмер теләгәндә, бер туған ҡустылары Сәлих менән Рәхим өсөн дә доға ҡыла. Иң ауыр минуттарҙа ла ауырлыҡҡа бирешергә юл ҡуймаған һәм һәр ваҡыт яратып, ҡурсалап ҡына торған ышаныслы ҡалҡаны – Нәҙиренә сикһеҙ рәхмәтле ул. Тормош, йөрәк көстәрен һурып, ҡайғы-хәсрәттәр менән быуһа ла, бер-береһенә булған оло мөхәббәт, уларҙы аһ-зарҙан, хаталарҙан ҡурсалап, бөгөнгө бәхеттәренә юл асҡандыр, моғайын. Шул сама тетрәнеүҙән һуң да, донъяны йәмләп, йәшәү ҡәҙерен белеп, яҡындарын хәстәрләп йәшәгән оло йөрәкле һәм миһырбанлы апай менән ағайҙың фиҙакәрлегенә һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Эйе, улар ябай ғына ауыл кешеләре. Йөрәктәрҙе йән йылыһы менән солғап, ғәмәлдә ниндәй оло изгелек башҡарғандарын бөтә нескәлегендә, бәлки, үҙҙәре лә аңлап етмәйҙер. Ҡәҙимге генә тормош ағышында бары үҙҙәре булып ҡалыу менән көслө һәм әһәмиәтле улар. Тап ихласлыҡ, изге күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, эскерһеҙлек кеүек изге сифаттар Ғәтифә апай менән Нәҙир ағайҙы, эске балҡыш менән нурландырып, йәшәү рухы менән һуғара һәм һөйкөмлө итәлер.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.
Бөрйән районы.
Теги: