Араларҙа ятһалар ҙа йылдар, ҡушылалар икән, ти, юлдар

Араларҙа ятһалар ҙа йылдар, ҡушылалар икән, ти, юлдар Үҙен солғап алған тәбиғәттәй ихлас та, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта серле лә ул ханым. Бүлмәбеҙгә, әйтерһең, йорто эргәһенән башланған урман сафлығын, май ҡояшының көлтә нурын алып инде. Тауышы ихатаһы артынан аҡҡан йылға ағышын хәтерләтә. «Әҙәм балаһының бәхеткә илткән юлы ни тиклем ҡатмарлы, борма-борма!» – тип тыңлайһың журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, Архангел районы Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Данира Шәрәфетдинованың яҙмышы тарихын. Был юл туп-тура, ҡул һуҙымында ғына ятһа, бәхет тойғоһо ла шул хәтлем татлы, йөрәк туҡтай яҙырлыҡ ҡәҙерле булмаҫ ине, бәлки.

Тыуған ауылы Абҙандағы ағас мәктәп. 1974 йыл – Данираның туғыҙынсыла уҡып йөрөгән сағы. Дәрес бөткәс, күрше ҡыҙының «Рәйестән!» – тип тоттороп киткән ҡағыҙ киҫәге усын түгел, йөрәген өтә кеүек. Дәфтәр табағын тултырып тигеҙ хәрефтәр менән яҙылған хатты бер тында уҡып сыға Данира. Йөрәген яндырып барған ут битенә ҡаба: «Ул мине ярата! Дуҫлыҡ тәҡдим итә!» Күрше ауылдан йөрөп уҡыған зәңгәр күҙле, етен сәсле Рәйескә өлкән синыф ҡыҙҙарының яртыһы ғашиҡ. Ә үҙен һис матурҙан һанамаған Данира, егетте бик оҡшатһа ла, уның хаҡында хыялланырға ла баҙнат итмәй. Шуға көтөлмәгән, күңелен күктәргә күтәргән хатҡа байтаҡ ваҡыт нисек яуап бирергә белмәйенсә йөрөй. Рәйес ҡыҙҙың бер әхирәтенән: «Данира ни эшләп өндәшмәй икән?» – тип һорағас, тота ла, бар ҡыйыулығын туплап: «Өндәшмәү – ризалыҡ билдәһе!» – тигән бәләкәй генә һөйләм яҙып ебәрә.
Бөгөнгө йәштәр үткән быуатта хистәрҙең шулай үтә һаҡ, ҡыйыр-ҡыймаҫ, кемдер аша хат ебәреп белдерелеүенә көлөмһөрәп, «ниндәй бер ҡатлылыҡ!» тип ҡарар. Данираның, нисек кенә талпынмаһын, тәрбиә мәсьәләһендә ҡаты ҡуллы атаһынан саҡ уҙып, кистәрен осрашыуға бик һирәк сығыуын да мәҙәк күрерҙәр, моғайын...

Мәктәпте бер йыл алда тамамлаған Рәйескә армияға китер ваҡыт та етә. «Һағынғанда ҡарап, мин ҡайтҡансы һаҡларһың,– ти ул, өскә дүрт сантиметр ҙурлыҡтағы фотоһүрәтен бүләк итеп. – Иртәгә оҙатырға кил...» Рәйес­тең ауылында йәшәүсе әхирәте менән икәү атаһын көскә өгөтләп, кисәгә барырға йыйынып йөрөһәләр, әхирә­тенең атаһы ҡаршы төшә: «Ни эшләп ҡыҙ башығыҙ менән үҙегеҙ табынға килеп керергә тейеш, ни эшләп һеҙҙе Рәйес килеп алмай?!» – атайҙар ҡыҙ­ҙарында тыйнаҡлыҡты, ғорурлыҡты бар нәмәнән өҫтөн күргән, балалар ата һүҙенән сыҡмаған заман була. Бына шулай айырыла егет менән ҡыҙҙың юлдары.

...Унынсыны бөтөргән Данира Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлар йылда үҙе менән бергә уҡыған Юнир тигән егеткә кейәүгә сыға. Алмалай өс балаға – ике ҡыҙ, бер улға ғүмер бүләк итә. Махсус урта белем менән генә хушһынмайынса, ситтән тороп ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлай. Матурлыҡҡа, сәнғәткә ынтылған йәненең танһығын ҡандырыу өсөн сәхнәгә сыға – концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Ә төндәрен, донъя һил булғас, күңеленән сайпылыпмы-сайпылған шиғыр юлдарын аҡ ҡағыҙға төшөрә:
Сабырлыҡтар төбө – һары алтын,
Юҡҡа әйтмәгәндер халҡыбыҙ.
Ышанамын шуға: килер көндәр
Алтын төҫлө балҡыр, яҡтырыр.
Тормош мәшәҡәтенә күмелеп, шулай йыл артынан йыл уҙа. Ҡай ваҡытта сыйып үтте икән йөрәген «Икенсегә тәғәйен кеше менән йәшәйем ахыры!» тигән шик-шөбһә? Иренең уйҙарға уйылып ултырғанын күргәндәме? Әллә туҡталышта торған саҡта, хәләле уны шәйләмәйенсә, машинала елеп үтеп киткәнендәме? Бәлки, йылдар буйы күңел төбөнә йыйылғаны кинәт шулай ҡалҡып сыҡҡандыр ҙа тыйып торғоһоҙ тулҡын булып атылғандыр? Балалар бәләкәй саҡта, йүгерә-атлай эшкә барып, эштән ҡайтып, өйҙәге бөтмәҫ хәстәрлектәргә сумып йәшәгәндә күҙгә лә салынмаған нәмәләр олоғая төшкәс иғтибарға алына икән. Нисек кенә булмаһын, егерме биш йыл йәшәгәс, ҡапыл ғына яһаған асыш үҙе өсөн дә йәшен атҡандай тәьҫир итә: әҙәм балаһының ҡыҫҡа ғына ғүмерен бәхетһеҙ үткәрергә хаҡы юҡ! Ә бер бөтөн булып йәшәмәгәс, «башҡа берәү өсөн тыуған кешене биләйемдер» тигән уйҙан арына алмағас, ниңә ҡалған йылдарҙы бергә уҙғарырға?

Ҡасандыр осраҡлы рәүештә – кешегә эйәреп кенә бер бағымсыға ингәнен, уның, усын ҡарап: «Тормошоңда ҡырҡа үҙгәрештәр көтөлә», – тип әйткәнен иҫенә төшөрә Данира. Ул саҡта: «Булмаҫтайҙы һөйләмәгеҙ!» – тип ҡабул иткәне бер йылдан раҫҡа сыға ла ҡуя.
Ауыл хужалығындағы иҫәп-хисапты энәһенән ебенә тиклем белгән иҡтисадсы, үҙгәртеп ҡороу колхоздарҙы ҡыйратҡас, сауҙа өлкәһендә, йәмәғәт туҡланыуында, шәхси эшҡыуарҙарҙа – төрлө тармаҡтарҙа эшләп, һөнәри оҫталығын арттыра. Шулай итмәй хәле юҡ: балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Уларға матур тормош теләү генә аҙ, хыялдарын үҫтереп, ҡанаттарын нығытырға ярҙам итеү мөһим. Үҫмер саҡта ниндәй һылыу гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашырға хыялланмай икән? Тик әсәләрҙең бөтәһе лә, Данира ханым кеүек, ҡыҙының илһамлы теләген күтәреп алып, һылыуҙарҙан-һылыу булып балҡырға булышамы һуң?

«Өлкәнем Гүзәл, аҙаҡ кесе ҡыҙым Ләйсән «Һылыуҡай»ҙа үҙҙәрен һынарға булып киткәс, алдан әҙерләшеп, икеһе менән дә бәйгенең башынан аҙағынаса йөрөнөм. Гран-при алмаһалар ҙа, күңелдәре үҫеп, көстәренә ышанысы артып ҡайттылар. Бала өсөн был бик мөһим. Гүзәлдең бейергә яратыуын, аш-һыу оҫталығын дәртләндереп торҙом, Ләйсәндең һүрәт төшөрөү маһирлығын, Илшаттың спортҡа әүәҫлеген гел хупланым. Ҡыҙҙарыма ла, улыма ла уңышлы булыр өсөн яҡшы белем алыу ғына түгел, тырышып алға ынтылырға кәрәклеген һеңдерә килдем. Шөкөр, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, өсөһө лә үҙ өлкәләрендә бына тигән белгестәр булып эшләп йөрөй», – тип һөйләй бәхетле әсә.
«Өфөлә «Шиколат» тигән ресторандар селтәрендә баш бухгалтер булып эшләп йөрөгән сағымда йәшлек әхирәтемде – Рәйестең бер туған һеңлеһен осраттым, – тип дауам итә ул. – Инде биш йыл балалар менән генә йәшәүемде әйткәс, «Беләһеңме, Рәйес тә яңғыҙ бит. Ауылға атайыбыҙҙы ҡарарға ҡайтты», – тине».

Армиянан һуң Белоруссияла Эске эштәр министрлығы мәктәбендә уҡыған Рәйес ғүмер буйы транспорт милицияһында эшләй. Ғүмеренең иң ауыр, фажиғәле мәлдәрендә (ә ундай мәлдәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етерлек була) тәүге мөхәббәтен иҫенә төшөрөүҙән көс алып йәшәй уҙаман. Данираның сәләмен алыу менән, ашҡынып, юлға сыға.

«Усымда – утыҙ өс йыл элек ул ҡалдырған, шунса ғүмер ҡәҙерләп һаҡланған фото. «Хәҙер башҡа төрлөмө икән, ятмы икән?..» – тигән икеләнеүем Рәйесте күреү менән осоп юҡҡа сыҡты. Әйтерһең, беҙҙең арала тиҫтә-тиҫтә йылдар ҙа, айырым үтелгән юлдар ҙа ятмай. Шул уҡ ғәзиз йөҙ, тик ваҡыт ҡына аҙыраҡ эҙҙәрен ҡалдырған, етен сәсенә һиҙелер-һиҙелмәҫ көмөш һипкән. Шул уҡ зәңгәр күҙҙәр яратып, һоҡланып баға. Һәм был ҡараштан мин үҙемде донъялағы иң матур ҡатын итеп тоям...» – тип хәтерләй Данира ханым 2007 йылдың сыуаҡ август көнөн.

Атаһын – туҡһан өс йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын тәрбиәләргә тип ҡайтҡан Рәйес Шәрәфетдинов был ваҡытта тыуған яғында төпләнергә ныҡлап ҡарар иткән була. Заманында гөрләп торған төбәктә тормошто йәнләндерергә тип, фермер хужалығы алып барырға ниәтләй. Данираны осратҡас, эшкә икеләтә дәртләнеп тотона. Утты-һыуҙы кискән талапсан атаһы Молҡаман Ғәйнетдин улының да уны тәү күреүҙән оҡшатып, фатихаһын биреүе ҡыуандыра. «Ҡайным мәрхүм мине ишектән килеп инеү менән үҙ итте. Телдән яҙмаһа ла, ауыр һөйләшә ине. Яҡын күреүен ҡарашы менән аңлатты. Ҡулымды алды ла, улының усына һалып, үҙ ҡулдары менән ҡапланы. «Шиколат»та минең урынға кеше тапҡансы байтаҡ эшләп торорға тура килде. Ялға ҡайтҡан саҡтарымда ҡайным үҙен ҡырындырып, хушбуйҙарын һөрттөрөп көтөп ала торғайны», – Рәйестең атаһын Данира шулай йылы итеп иҫенә төшөрә.

Тәҡдир йөрөтәме әҙәм балаһын, әллә яҙмыш ҡәләмдәрен ҡулына алып, кеше уны үҙе яҙамы? Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған, сабыр аҡыллы ауыл ҡатыны был һорауға бер төрлө генә яуап бирмәҫ. Ниндәйҙер мәл яҙмыш һинән көслөрәк икән, икенсе ваҡыт һин унан өҫтөн. Ләкин, нисек кенә булмаһын, һәр ғәмәлең өсөн үҙең яуаплыһың, өлөшөңә төшкән юлды лайыҡлы үтергә тейешһең, тип уйлай ул. Тап үҙенә насип, уны күҙ ҡарашынан аңлаған кешене инде ғүмер уртаһын уҙғас яңынан осратыуын иһә тәҡдирҙең илаһи бүләге тип ҡабул итә.

Шәрәфетдиновтар, ныҡлап аяҡҡа баҫып, Данираның балалары Гүзәлгә, Ләйсәнгә, Илшатҡа, Рәйестең ҡыҙы Наиләгә, улы Динарға, ейән-ейәнсәрҙәренә оло терәк булырға ынтыла. Изге теләктәре тырыш хеҙмәт менән һуғарылған, аныҡ иҫәпкә нигеҙләнгән. Ә беҙ йәнтөйәгенең ҡотон ҡайтарырға тип уҡталған һоҡланғыс парҙың ҡорған бөтә ниәттәре тормошҡа ашырына ышанабыҙ: был хозур төйәктә, улар хыялланғанса, тиҙҙән көтөү-көтөү ҡуй үрсер, болот һымаҡ, күс ишәйер, иген ишелеп уңыр, бәрәкәт өҫтөнә бәрәкәт өҫтәлер, буш йорттарҙың тәҙрәләренә аҡ селтәрҙәр эленеп, мөрйәләренән төтөн күтәрелер – ауылдарына ырыҫ төшөүен күреп, киткән кешеләр кире ҡайтыр...

Альмира КИРӘЕВА.
Архангел районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook