Сынығыуҙар аша бәхет

Сынығыуҙар аша бәхетБашҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидовтың бер туған һеңлеһе Сараның ҡыҙы Нурия Килмөхәмәтованың «Минең ҡәҙерлеләрем» иҫтәлектәр китабы донъя күрҙе. Хәтирәләрҙә тотош быуатҡа һыйған яҙмыштар тарихы бәйән ителә, һәр шәхескә теүәл ҡылыҡһырлама, эшмәкәрлегенә баһа бирелә. Нурия Абдрахман ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Союзнефтеавтоматика» берекмәһенә ҡараған махсус проект-конструктор бюроһының технология бүлеге мөдире, баш конструкторы вазифаларын башҡара. Фотоһүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. Бөтә Союзда ул төҙөгән проекттар буйынса объекттар юғары сифаты өсөн баһалана һәм тормошҡа ашырыла. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, заказдарҙы кәметмәй, үҙе етәкләгән бүлекте һаҡлап ҡала. Эш тип йәнен биргән ҡатын илебеҙҙе арҡыры-буйға йөрөп сыға.

Рухи тамырҙар
Өләсәһе менән олатаһының, Өмөлхаят (Сатлыҡова) һәм Әхмәтша Вәлидовтарҙың, ун өс балаһы була. Өмөлхаяттың, һөйләй башлаһа, тыңлап ултырыусыларҙың ҡоштар булып осҡоһо килеү халәтенә килтерә торған һәләте булғанлығын әле лә онотмайҙар. Ул үҙе Ғафури районы Үтәк ауылында ғына түгел, бөтә тирә-яҡҡа абруйы таралған имам-хатип Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улы Сатлыҡовтың ҡыҙы була. Мөғәллимлеген ун өсөнсө балаһы Зәкиә тыуғас ҡына ҡалдыра.
Сара ауыл мәҙрәсәһен тамамлағас, артабан уҡыр өсөн, Стәрлетамаҡ ҡалаһына килә. Абдулҡадир Инан Сөләймәновтан һабаҡтар ала. Әхмәтзәкиҙе Сталин Мәскәүгә саҡыртып алғас, уҡыуы өҙөлә. Ҡыҙҙы кире ауылға ҡайтарып ҡуялар. Бер аҙҙан атаһын өс айға төрмәгә ябалар, аҙаҡ өс йылға Башҡортостан еренән сығарып ебәрергә хөкөм итәләр. Әсәһе лә, атаһын йәлләп, Верхнеуральскийға күсенә. Ул ваҡытта Сара Белорет районы Һаралы ауылы муллаһы Мәсәлим Вәлиевтың улы Абдрахман Вәлиевҡа кейәүгә бирелгән була.
16 йәшлек ҡыҙын Әхмәтша хәлле йәшәгән мулла улына биреүҙе үҙе хәстәрләй. Белмәгән-күрмәгән кешегә тормошҡа сығасағын аңлағас, ҡапланып илаһа ла, 17 йәшлек егетен күреп аралашҡас, уны ысын күңелдән яратып китә. Ҡайныһы ла ҡыҙҙың ата йортона яҡыныраҡҡа күсергә вәғәҙә биргән була. Һүҙендә тора. Ғафури районы Ҡаранйылғаға күсенәләр.
Һөргөнгә китешләй ҡыҙҙарының инеп хәлен белеп сыға Әхмәтша менән Өмөлхаят. Бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ, тип, милиция хужаһы уларҙы ваҡытынан алдараҡ ҡайтара. Көҙән халҡы ярҙам итергә тырыша, ике йылдан бәләкәй генә өй һалып инәләр. Әммә элекке кеүек бәхетле тормош күрмәйҙәр. 1937 йылда Әхмәтша ҡулға алына. Бер аҙҙан Ғәбделрәүеф, Ғәбделхәй улдары ла зинданға ябыла. Улар өсөһө лә атып үлтерелә. Унан алда Ғәбделбарый дауаханала ауырып донъя ҡуйған була. Ишембайҙа йәшәгән бәләкәй ҡыҙы Зәкиә, ире һуғышҡа киткәс, әсәһен янына ала. Ауыр ҡайғылар күргән ҙур йөрәкле ҡатын һынмай, кешеләргә изгелек өләшеүҙән туҡтамай, бары тик аяҡтан яҙа. Улар йәшәгән ер иҙәнле өй емерелә, фронтовик ғаиләһе тип, бер барактың кухняһын бирәләр, шунда көн күрә ул, алдан билдәләп ҡуйылған Көҙән зыяратына ла ерләүҙәренә өмөтө өҙөлә. Ишембай районы Көҫәпҡол зыяратына ла ерләргә рөхсәт ителмәгәс, төндә генә индереп ҡуялар. Билдәле, ата-әсәләре яғынан барлыҡ күренекле кешеләр «халыҡ дошманы» тигән мөһөр тағылып, һөргөнгә ебәрелеп, атылып бөтә. Барлыҡ үс уларҙың сыбыҡ осо булһа ла туғандарына, ҡатындарына, балаларына төшә. Белорет районы Хоҙайбирҙе ауылынан Сара, балаларын уҡытыр өсөн, һыйырын һатып, ғаиләһен Маҡарға күсерә.
Ваҡиғаларҙы көнө-сәғәтенә тиклем теүәл иҫләгән Сара Әхмәтша ҡыҙының иҫтәлектәрен ҡыҙы Нурия теркәй бара. Уларҙан яҙыу-һүрәтләүгә маһир булыуы аңлашыла: стиле төҙөк, ваҡиғаларҙы кино таҫмаһылай күҙ алдынан үтерлек итеп теҙә, юл аша ярһыу хистәр, сараһыҙлыҡ, өмөт тойола. Ире һуғышҡа алынған биш балалы 35 йәшлек ҡатын ғәзиз балаҡайҙарын астан үлтермәҫ өсөн нимә генә эшләмәй. Ауыр йөк тә күтәрә, боҙло һыуҙан да йөҙөп сыға, утҡа ла инә – уларҙың тамағын ғына түгел, белем алыуын да хәстәрләп, сабыйҙарын кеше итәм тип йәшәй. Ысынында һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ, ауырлыҡ хаҡында күҙ алдына ла килтермәгәндәргә ошо яҙмаларҙы уҡытыр кәрәк ине ул, тип уйлайһың ирекһеҙҙән күҙ йәштәрен һөртөп. «Уҡырға ынтылыу нәҫелебеҙҙең иң ҙур маҡсаты булды. Күбеһе уға иреште», – тиер Нурия «Минең ҡәҙерлеләрем» китабында.

Һуғыш йылы балалары
Ул үҙен өс йәшенән хәтерләй. Нәҫеленә төшкән ауыр һынау атай-әсәй эргәлә булғанда һиҙелмәҫкә тейеш һымаҡ та. Әммә Нурияның кескәй йөрәген ярып үтә ул хәлдәр.
«Атайым Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, Маҡарҙан Белорет районы Һаралы ауылына ҡайттыҡ, унда йортобоҙ бар ине, уны биләгән ғаилә сыҡмай ыҙалата. Әсәй тимер мейес ҡуйған да, ҡайҙандыр картуф тапҡан, сөгөндә уны бешерә. Йәйҙең матур көнө, хәтфә үләндәр күпереп ята, бөгөнгө кеүек әле лә иҫемдә, теге ҡатын, тимер мейесте тибеп осороуы, сөгөндөң түгелеп китеүе, әсәйемдең илап, картуфты сүпләүе бер ауыр күренеш булып хәтеремә уйылған», – тип һөйләй ул. Ғаилә яғылмаған өйҙә ҡыш сыға, астан миктәй. Еңеү яҙы килә. Әммә атай кеше һаман ҡайтмай, «ҡара ҡағыҙ»ы ла юҡ. Бер аҙҙан уның әсир төшкәнлеге асыҡлана. Балаларҙы уҡытыу маҡсатынан әсәһе йәнә лә уларҙы Маҡарға күсерә. 1947 йылдың 1 сентябрендә Нурия беренсе класҡа уҡырға бара. «Мин ялан аяҡ, өҫтөмдә йыртыҡ күлдәк. Көн шул тиклем йылы булғандыр, ахыры, тупраҡ ҡыҙыу, тик кенә баҫып тора алмайым – аяҡтарым бешә. Ул көн мине тәрбиәләп оҙатырға әсәйем өйҙә юҡ ине. Әлеге беҙҙең йәнде аҫрарлыҡ аҙыҡ табыр өсөн ҡайҙалыр киткән. 1 сентябрь ҡайтып инде, бер аҙ ризыҡ тапҡан. Рәхәтләнеп ултырып тамаҡ туйҙырҙыҡ. Әсәйем мине йыуындырҙы. Миңә күлдәклек зәңгәр сатин тауар ҙа алып ҡайтҡан. Төнө буйы ултырып күлдәк текте. Иртәгеһен яңы күлдәкте кейҙереп, матур итеп сәсемде үрҙе. Мин мәктәпкә киттем», – Нурияға уҡыу еңел бирелә, әммә аслыҡ, кейемһеҙлек бәғерен телә.
«Иң ҡыйын бер мәл – ул атай тотҡонда саҡта. 8-се синыфтамын. Түләп уҡыйбыҙ. Уҡытыусы һәм хәрбиҙәрҙең балалары түләмәй. Директор, кемдең атаһы һуғыш ветераны, ҡул күтәрегеҙ, ти. Миңә ул ваҡытта атайҙың ҡайҙалығын аңлатмағандарҙыр инде, аярға тырышыуҙары ине микән. Ҡул күтәрәм. Фуат ағай өндәшмәй. Уҡытыусыларыбыҙ шул тиклем тәрбиәле ине. «Ниңә ҡул күтәрәһең, атайың тотҡонда бит», – тип әйтһә була бит. Класта тып-тын. Нимәлер дөрөҫ түгел икәнен аңлағас, ипләп кенә ҡулым һәленеп төшә», – быныһын да Нурия апай күҙ йәштәре менән иҫләй. «Вәлиди ҡалдығы» тигәнгә тағы бер ауыр йөк өҫтәлә. Атаһынан хаттар килгеләй.
«Лесхоз аша үтеп барам, шымсы арттан килә. «Вәлиди ҡалдығы, ни эшләп лесхоз аша йөрөйһөң?» – тигән тауыштан ҡурҡып Нурия йән-фарман йүгерә. Ярһып илап ингән баланы әсәһе ҡосағына алып тынысландыра. Ул ваҡытта берәүҙән дә «Зәки Вәлиди кем?» тип төпсөнмәй. Ә бары тик нәҫеле шулай, һәр аҙымы иҫәпле икәнен тоя. Маҡар халҡының изгелеген ул һөйләп бөтөрә алмай. Ихластар, ярҙамсылдар. Ғаиләлә уйын-көлкө, белемгә ынтылыш көслө. «Мәрйәм апайым, Камил ағайым йырлай, Рәмил ағайым бейей, көлдөртә, шундай шуҡ һүҙле ине. Йыйылышып өҫтәл артына ултырһаҡ, беҙҙә һәр ваҡыт күңелле, ошо мәлдәр – үҙе бер байрам булған бит. Мине ныҡ иркәләттеләр. Яратыу минең һәр күҙәнәгемә һеңгән.
Йәй Камил ағайым менән апайыма бесән сабышырға барҙыҡ. Кипкән бакуйҙы йыйып барам. Йыбандыра. «Эй, мин сәй ҡайнатайым әле», – тием иркәләп. Тегеләр көлөшә. Миңә, 22 йәшлек ҡыҙға, һаман бала тип ҡарайҙар», – тип хәтирәләргә бирелә Нурия ханым.

Атай
Абдрахман Вәлиевты Сталин үлгәс иреккә сығарғандар, әммә ҡайтырға рөхсәт итмәй, шунда эшкә ҡушҡандар, ә ул бер ҡатынға инеп йәшәй башлаған. Ошо хаҡта хат килә, сабыйҙары тыуған, фотоһын да һалған. Балаларына һиҙҙермәй, әсәй кеше ут йота. Оло улдары Шамил, техникум тамамлағас, яңы йорт һала, ишеге лә ҡуйылмаҫ борон балаҫ эләләр ҙә күсеп сығалар. Әсәләре: «Йышланмайынса ҡалған таҡталарҙың араһынан баҙҙан килгән һалҡын һауаны һулап йөрәгем ялҡынын баҫтым», – тип һөйләй аҙаҡ. 9-сы класта уҡығанда Нурияға атаһының ҡайтыуын хәбәр итәләр. Ғүмер буйы көтөп, ул тип хыялланып йәшәһә лә, ҡапыл ғәзизенең үҙенә ят булыуын аңлай. Үпкәһе быуып бара. Халәтен бүтәндәргә белдермәҫ өсөн, урамдан түгел, картуф баҡсаһы аша ҡайтҡанын, урмансыларҙың тәҙрәгә ҡапланып үҙен күҙәткәнен, ағаһының, ниңә унан йөрөйһөң, тип асыуланғанын әле булһа хәтерләй. Ҡайтыуына ихатаға, атаһын күрергә тип, халыҡ килеп тулған була. Атаһы бер аҙ төшөргән. Уныһына ла йәне көйә. Кискә табан, йәнәш ултырып, атаһының әсәһе тубығына ҡулын һалыуын күргәс, шартлай яҙыуҙары! Үлә яҙып ҡыҙғана. Атаһының хәлһеҙ, ҡоро һөлдә ҡалыуы ла йәлләү тойғоһо уятмай. Ә Сараға йәштән яратҡан иренең ҡайтыуы икенсе һулыш бирә.

Сынығыуҙар аша бәхетӘсәй
Сара балаларын ситтән генә күҙәтә белгән. Нурияға ла һәр аҙымында терәк булып, маҡсатына етергә, хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән. Әммә бер ваҡытта ла уның ихтыярын сикләмәгән. «21 йәшемдә ҡала советы депутаты итеп һайландым, фатир алырға сиратым етеп килә, Мәскәүҙәге Губкин исемендәге нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалының киске бүлегендә уҡып йөрөйөм. Әммә белем алыуымдан ҡәнәғәт түгелмен: көндөҙгө бүлеккә күскем килә. Әсәйем теләгемә ҡаршы килмәне», – ти Нурия Абдрахман ҡыҙы. Шулай итеп ул, Салауаттағы тормошон ҡалдырып, Куйбышев политехник университеты студенты булып китә. Русса терминдарҙы йүнләп белмәгән ҡыҙға уҡыу ауыр бирелә, лекцияларҙы тыңлаһа ла, яҙырға өлгөрмәй, шуның өсөн кистәрен иптәштәренең дәфтәрен алып күсерә. Ныҡышмал, тырыш ҡыҙға һабаҡташтары ихлас ярҙам итә. Шаулы студент тормошо артта ҡала. Нурия Өфө энергетика техникумына уҡытыусы итеп алына. Студенттары – эштә дәрәжәле вазифалар башҡарып та, тейешле ҡатырғалары булмаған ағайҙар. Бында ла һынатмай үткер ҡыҙ.
«Атайым ҡан ауырыуы менән сирләп китте, әсәйем донъяһын күршеләргә ҡалдырҙы ла ике ай буйы уны тәрбиәләне. Хәле насарайғас, табиптар ауылға ҡайтарғандар, ә мин бер аҙна уҡытам да, икенсеһендә Маҡарҙа торам. Атайҙың әсәйҙе үҙе менән алып киткеһе килеүен кисереү ауыр булды. Ғаилә менән өйөлөшөп сәй эсәбеҙ, атайым сымылдыҡ эсендә ята, ыңғырашыуына эргәһенә йүгереп киләм. Әсәйҙе саҡырта. «Шул тиклем бәхетлемен, әзмәүерҙәй ирҙәр яуҙа башын һалды, ә мин һинең йомшаҡ ҡаралдыңда китәм», – тигән. Ағайымдың ҡулында, тәрбиәле йән бирҙе бахырым. Ул үлер алдынан ҡайтыуымда соландың ишегенән сыҡҡас: «Нурия!» – тип әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Әсәйҙе тыңлап, кире боролманым. Ә ул һуңғы күрешеү икәнен һиҙенгән. Эске донъяһын, хистәрен асылып һөйләр тип көттөм. Сиселмәне», – тиһә лә, Абдрахманға ла иң ҡәҙерлеһе – Сараһы һәм унан тыуған балалары булғанын хәҙер аңлай.
Әсәһе, ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, атаһынан егерме һигеҙ йыл ҡалып, 1997 йылда донъя ҡуя. Балалар әсәйҙәрен ҡарай. Бишеһенең дә үҙ донъяһы, торлағы бар. Ҡайтһа, ауылда йорто, малы көтөп тора. Уларҙың шәхес булып етешеп, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш тәрбиәләгәненән ҙур ҡәнәғәтлек алып, үҙен сикһеҙ бәхетле тойған әсә кеше.

Сынығыуҙар аша бәхетӨлөшкә төшкән алтын
Нурияға, тимер юл эшсеһе булып киткәс, дөйөм ятаҡта урын бирәләр. Шул тиклем бейергә яратҡан ҡыҙ Салауат комбинаты клубына йөрөй башлай. Шунда танышалар улар Ишембай районы Байғужа ауылы егете Мәғәфүр Килмө­хәмәтов менән. Парлашып бейеп йөрөйҙәр. Аҙаҡ Нурия Кумертауҙағы махсус белем биреү училищеһына уҡырға инә, ә Мәғәфүр Иҙрис улы хәрби бурысын үтәргә китә.
Алтын ҡуллы, нимәгә тотонһа, шуны урын-еренә еткереп эшләгән, иғтибарлы, йүнсел, бөхтә, үҙе менән бер көндә донъяға килгән тормош иптәше менән иҫ киткес мәғәнәле, мөхәббәтле ғүмер кисерергә яҙыуы менән бәхетле Нурия апай. Айгөл ҡыҙҙары ике юғары белем алып, Өфө ҡалаһында судья булып эшләй. Тормош иптәше Азат менән улар Алһыу, Дамир исемле балалар үҫтерә.
Нурия апай нефтселәрҙе йылы менән тәьмин итеүсе ҡоролмалар проекттарын тормошҡа ашыра. Татарстандағы Аҙнаҡай ҡалаһына килеп ингәндәге йылылыҡ торбаларын сәләмләп, ана бит, юғары исемдәрем булмаһа ла, тере саҡта үҙемә үҙем һәйкәл һалғанмын, тип шаярта.
Тиҙҙән һикһәнгә аяҡ баҫасаҡ матур ғаилә ҡотло тормоштарынан ҡәнәғәт булып, туғанлыҡ хистәрен өҫтөн ҡуйып, тамырҙарын барлап, был ерҙә лайыҡлы йәшәй. Башҡорт халҡына шундай бөйөк шәхесте бүләк иткән нәҫел тамыры өҙөлмәгән. Быуындар сылбырын Нурия апай һымаҡ сымыры, сыҙамлы шәхестәр генә дауам итеүенә Аллаһы Тәғәлә үҙе лә көс биргәндер.
Йәмле йәйҙәрҙе Мәғәфүр ағай менән Нурия апай Дим буйындағы баҡсаларында үткәрә. «Бында тын алыуы рәхәт, Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп, икебеҙ бер бөтөн булып йәшәйбеҙ», – ти улар. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?!
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook