«Асылыбыҙ – донъя ҡотайтыу»

«Асылыбыҙ – донъя ҡотайтыу»
Бәхет тынлыҡты ярата, тиҙәр. Күңелең бөтөн, донъяң йәмле, бәрәкәтле булһын тиһәң, бер-береңде уңыштарға дәртләндереп, ҡайһы ваҡыт түҙемлегеңде йыйып, тигеҙ генә ғүмер итеүҙең сауабы оло, ҡөҙрәте киң барыбер. Федоровка районы Батыр ауылында бер урамда уйнап үҫеп, ғаилә ҡороп, әлеге көндә Мәләүез ҡалаһында тормош көткән Гөлназ менән Флүр Аҡсуриндарҙың тырышлығы, зирәк тормош аҡылы һәм рух ныҡлығы һоҡландыра. Спорт һөйөүсе йәштәр ике батыр ул, һәләтле ҡыҙ тәрбиәләп, мөхәббәткә тулы изге ояларын гөлдәй балҡытып, нәҫел ҡотон байытып йәшәй.

Барыһынан юғары – бала хаҡы
Айнур менән Азамат улдары – Мәләүез, Башҡортостан, Рәсәй данын бөтә донъяға танытҡан алдынғы спортсылар. Егеттәрҙең икеһе лә дзюдо, самбо, джиу-джитсу буйынса спорт мастеры, Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау университетын тамамлағандар. Айнур Санкт-Петербургта автоматлаштырыу системаһы менән идара итеү департаментында эшләй. Дзюдо буйынса халыҡ-ара турнир чемпи­ондары һәм еңеүселәре ҡайҙа ғына көс һынашмаған. Финляндия, Италия тамашасылары ла ҡул сапҡан уларға. Яңыраҡ Азамат Латвиялағы турнирҙа көмөш миҙалға лайыҡ булған. «Спорт уларҙы сыныҡтырҙы, уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмайҙар, ихтыяр һәм рух көсө менән ҡаршылыҡтарҙы еңә баралар», – ти аталары. Өйҙә оло бер мөйөштө биләгән еңеү ҡомартҡылары: миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар, кубоктар – һөйөнөс кенә түгел, ә күңел һыҙланыуҙары, тән йәрәхәттәре аша яуланған үрҙәр ул.
«Асылыбыҙ – донъя ҡотайтыу»
Яратып ҡына үҫтергән кескәй ҡыҙҙары Алина 9-cы класта белем ала. Һүрәт төшөрөүгә, дизайнерлыҡҡа оҫта. Ошо юҫыҡта сәнғәт мәктәбендә махсус шөғөлләнә.

Һанай китһәң, һәр кешегә был донъяла төрлө роль билдәләнгән: төҙөүсе, ашнаҡсы, психолог, тәрбиәсе, шофер... Шулар араһында иң изгеһе – атай-әсәй ролелер, моғайын. Һәр башланғыс, изге ойотҡо ғаиләлә һалына. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған Аҡсуриндар ҙа балаларында спортҡа, ижадҡа һөйөү ҡабыҙып, тәндәрен сыныҡтырыу, күңелдәрен үҫтереү менән бергә, уларҙа маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләүгә өлгәшкән. Татыу ғаилә, артабан да илгә биҙәк һәм ныҡлы терәк булып, ҡаҡшамаҫ рух, бәхет солғанышында ғәмле йылдар, йәмле көндәр ҡаршылаһын!
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook