Йылылыҡҡа сорнап көҙҙәрҙе


Салауат педколледжын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Ғафури һылыуы Лилиә Монасипова алған һөнәре менән генә мөрхәтһенмәй, Башҡорт дәүләт медицина университетына документтарын тапшырып, бер ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йорто студенты булып китә. Шунда осрата ла инде тәүге мөхәббәте һәм буласаҡ тормош иптәше – Баймаҡ егете Заһит Шәңгәрәевты. Дауалау факультетында уҡыу ҡатмарлы, күп көс һәм таһыллыҡ талап итә, икәүләшеп ҡулға-ҡул тотоношоп тигәндәй бөтә ауырлыҡтарҙы еңә бара йәштәр. Интернатурала уҡығандарында мөхәббәттәре емеше – Бәхтийәр донъяға килә. Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайтҡан дипломлы йәш белгестәр ике йылдан Өфөгә кире күсеп килә. «Шамонинда йортобоҙ һалынып ята ине, баш ҡала һағындырып үҙенә тартты», – ти Лилиә Салауат ҡыҙы. Заһит Шәһит улы Өфө районы поликлиникаһында – невролог, ә хәләл ефете Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә терапевт булып урынлаша. Ғаиләне бәхет-һөйөнөскә күмеп, икенсе улдары Тимур тыуа. Һөнәренә тулыһынса бирелгән, ипле, хәстәрлекле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән йәш табипты Мәскәүгә махсус уҡыуҙарға ебәрәләр.
Белемен камиллаштырып ҡайтҡан тәжрибәле табипҡа оло йәштәгеләрҙе дауалауҙы ышанып тапшыралар һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале поликлинаһында гериатрия кабинеты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Республика гериатрия үҙәге лә ошо поликлиника базаһында эшләй, йәғни район-ҡалаларҙа асылған бөтә гериатрия бүлмәләре лә улар ҡарамағында.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә