Ырыҫын белеп ылыҫ урмандың…

Ырыҫын белеп ылыҫ урмандың…
...Рәсәйҙә бөгөн юҡҡа сыҡҡан профессиялар араһында вздымщик һөнәре лә бар. Ылыҫлы ағастарҙың олонон йоҡартып, шунан сайыр һарҡһын өсөн улаҡтар һыҙыусы була ул. Ҡарағайҙар төбөндә бөгөн дә күренгеләгән баяғы воронкаларҙы ла ҡасандыр улар ҡулланған. Әбйәлил районы Хәмит ауылы урман хужалығында һуңғы сайырсылар ғаиләһе 1993 йылға тиклем эшләне. Улар – ғүмерҙәрен урман эшенә арнаған Рәмзиә һәм Әсләм Шәйхиндар.

Бала саҡтары һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеү мәленә тура килә. Илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп ағас талап ителә, Башҡортостандың урман биләмәләрендә эшселәр өсөн төҙөлгән барактарҙан торған байтаҡ ҡасабалар ҡалҡа. Ағасын ҡырҡып бөткәс, урмансыларҙы яңы ергә күсергәндәр, элекке урындары ташландыҡҡа ҡалған. Белорет яғындағы шундай ҡасабаларҙың байтағында пленға төшкән немец хәрбиҙәре, үҙебеҙҙең репрес­сияларға эләккән халыҡ, эш эҙләп төрлө яҡтан йыйылған кешеләр ҙә эшләгән. Мәҫәлән, Белорет районының әле ҙур ғына ауылдарынан һаналған Үҙәнбаш, Әбйәлилдең Мәйгәште ауылы шулай барлыҡҡа килгән. Боронғо ауылдарҙа йәшәгән ерле халыҡ та урман эшендә йөрөгән. Шулай итеп, һуғышҡа тиклем илебеҙҙә сайыр эше ныҡ таралһа, һуғыш бөткәс урман ҡырҡыу нығыраҡ үҫешкән, әммә сайыр йыйыу ҙа булған.

Рәмзиә инәйҙең (паспортта Зәлифә яҙылған) әсәһе Хәсбиямал Татлы ауылы ҡыҙы була. Ул да Үҙәндә егерме ике йыл буйы яңғыҙы ике диләнкәнән сайыр йыя. Сайыр йыйыуҙың ни тиклем ауыр хеҙмәт булыуын эшләп ҡарағандар ғына күҙ алдына килтерә торғандыр. Рәмзиә лә дүртенсе кластан башлап ун туғыҙ йәшендә кейәүгә сығып киткәнсе әсәһенә сайыр әҙерләшеп, урманда үҫә. Хәмит егете Әсләм Байрамғәле улы утыҙ саҡрымдар алыҫҡа, үҙ ауылына алып ҡайтҡас та әле, шул йәйҙә әсәһенә барып ярҙам итә. Үҙәндә борондан старовер урыҫтар йәшәй, инәй ҙә йәш сағында күберәк урыҫса һөйләшкән. Әсләм олатай шуға: «Инәйең мәрйә ине ул», – тип көлә. Башта Үҙәндә йәшәйҙәр, 1975 йылда Хәмиткә күсәләр, ғаилә башлығына сайыр майҙаны бирәләр. Ҡатыны тәүҙә дүрт йыл, әсәһенә ярҙам иткән һымаҡ, рәсми рәүештә урынлашмай, иренә эшләшә. Һуңынан ғына күрше Ғөбәйҙулла бабай: «Нишләп улай йөрөйһөгөҙ, хәләл ефетеңде лә сайырсы итеп яҙҙырып ал», – тигәс кенә, уның да хеҙмәт кенәгәһендә сайыр йыйыусы тигән яҙыу барлыҡҡа килә.
Диләнкәләрендә, сама менән алтмыш алты гектарҙа, ун бер мең ағас була, уны воронка һанынан ҡарап беләләр. Йылдар буйы һыҙа торғас, һәр ағасты таный башлайҙар. Рәмзиә инәй менән Әсләм апа (Әбйәлилдә бабайҙы шулай тиҙәр) эшләгән сайыр майҙандары ауылдан биш-ун саҡрым алыҫта булғанда ла, ғүмер буйы эшкә лә, бесәнгә лә гел йәйәү йөрөй. Иңдәренә ризыҡ, эш ҡоралдары һалып, һәр иртәлә ауылдан сығып китәләр, кисләп кенә ҡайталар. Ҡыш ҡарағайҙарын, сайырсылар теле менән әйткәнсә, акарить итәләр, йәғни ҡарағай битен ялтыратмай ғына йоҡарталар, шунан ай тирәһе үҙ хужалыҡтары менән булып, утын-бесән ташып ҡалалар. Ҡар асылһа, тәүҙә майҙанды таҙартып, шунан воронка ҡуйырға ашығалар. «Ул саҡтарҙа ҡар күп яуҙы, билдән кисеп тә йөрөлдө, үлән дә бейек булды, инәйең саҡ күренер ине араһынан. Себен-серәкәй, күгәүен болот һымаҡ торҙо. Аяҡ аҫтында көртмәле, еләк түшәлеп ятһа ла, иғтибар итмәйһең, гел өҫкә ҡарап, көс менән һыҙып тик йөрөйһөң, кеше үтеп китәме, хайуанмы, уларҙы күреү юҡ», – ти Әсләм Байрамғәле улы. Рәмзиә инәй ҙә хәтирәләрҙән күңелләнеп китә: «Майҙың ун алтылары ҡайындың һуты сыҡҡан һымаҡ, ҡарағай олондарына ла сайыр килә башлай, меңәрләгән ағасты эшкәртеп өлгөрөргә кәрәк, ҡабаланып, өҫкә генә ҡарап, аяҡ аҫтындағы бүрәнә-фәләнде күрмәй тәгәрәп тә киткәнебеҙ булды. Әллә нисә тапҡыр бүре осраны, бәләкәйҙән урманда йөрөгәс, ҡурҡыу тойғоһо булманы. Ағасҡа көнөнә бер генә һыҙыҡ һыҙаһың, шунһыҙ сайыр килмәй, миҙгелдә ун һигеҙ-егерме һыҙыҡ һыҙыла һәр олонға, улаҡтар өс метрға тиклем бейектә булып китә. Планды гел икеләтә бирә инек, шунһыҙ хаҡы сыҡманы».
Ырыҫын белеп ылыҫ урмандың…
Һәр ғәмәлде намыҫ менән башҡарырға күнеккән сайырсылар хеҙмәттәрен эш тип түгел, тормош рәүеше итеп ҡабул итә. Стаж, пенсия тураһында уйламайҙар ҙа, был ауыр эштә йөрөүселәргә ниндәйҙер ташламалар барҙыр, тип тә белмәйҙәр. Шуға ла, сайырҙа егерме биш йылдан артыҡ йөрөһә лә, Рәмзиә инәйҙең рәсми стажы ни бары ун өс йыл яҙылған, Әсләм апаныҡы – утыҙ йыл самаһы. Әммә заманында был фиҙакәр сайырсылар планды гел арттырып үтәп, Урман хужалығы министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән дә билдәләнгән. Ауыр һөнәргә һәр кем ынтылып тормаған. Хәмиттең заманындағы алдынғы сайырсылары араһынан Солтанғәле Ҡасимов, Йәғәфәр Мөлөков һәм башҡа бик күптәрҙе хөрмәт менән иҫкә ала Әсләм Байрамғәле улы: «Сайыр эшен комплекслы итеп, ғаилә менән алып барғанда ғына ыратып була, яңғыҙҙың эше түгел. Мастерыбыҙ Фәттәх Багаев ғәҙел кеше булды, беҙ йыйған сеймалды ауырлығын, сортын ҡабул иткәндә мутлашып яҙмаһындар өсөн, һәр ваҡыт районға үҙе йөрөнө. Инәйең менән бер миҙгелдә ике йөҙ литрлыҡ ике йөҙҙән ашыу мискәне тултыра инек. Йөрөй-йөрөй тәбиғәтте тоя башлайһың. Ағас ялбыр булһа, сайырҙы ла күп бирә, йәшен йәшнәп ямғыр яуһа, атмосфера баҫымы түбәнләй, сайыр шул ваҡытта көслө килә, ап-аҡ ҡына булып, сәсрәмәй аҫҡа бата, тағы иртәле-кисле һәйбәт килә, ныҡ эҫелә насар аға. Иң сифатлы сайыр – сентябрь айыныҡы, уныһының хаҡы ла ҡиммәт ине. Элек эште һағынып бара торғайныҡ, ҡайтҡанда өйҙә лә эш көтә, ҡатмарлы ла, күңелле лә булды».

Тырыш хеҙмәттәре арҡаһында нығынып, өй һалып сыға Шәйхиндар. Өс балаларын да уңған, сабыр итеп тәрбиәләйҙәр. Эштәрендә улар ярҙамсы ла була. Ғүмер буйы ҡарағайға ғына ҡарап торған ғаилә 1993 йылда аптырап ҡала, сайырҙы ҡабул итеүҙән туҡтайҙар. Кинйәләре Вәйсәне, шул йылда мәктәпте «бишле»гә генә тамамлаһа ла, уҡырға ебәрергә аҡсалары булмай. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырып, үҙҙәре лә лайыҡлы йәшәр өсөн пенсияға тиклем ҡалған ун йылда нимә генә эшләмәй улар. Ғаилә башлығы өс йыл «Агролес» ойошмаһында ҡарауылсы ла була. Әсләм Байрамғәле улы һәнәк-тырма, арба-сана эшләй, балта һаплай, инәй менән дегет цехына туҙ ҙа йыялар. Шунан, рөхсәт билеты алып, мүк йыйырға тотонғас, кире урмандарына ҡайтыуҙан кинәнес табалар, йөрөгән ерҙәрен бер юлы сүп булып ятҡан ботаҡ-сатаҡтан да таҙарталар.

Хәҙер сайыр менән булышҡан кеше юҡ. Ылыҫ майы өсөн генә һыҙыусылар бар ул, тик ҙур күләмдә түгел. Эшләрҙәр ҙә ине, урманды арендаға алыу ябай кешенең хәленән килмәй, ҡыйбат. Элекке СССР республикаларынан бөгөн Беларусь илендә генә сайырсылыҡ һаҡланған. Был ҡиммәтле продукцияны Бөйөк Британия, Германияла күпләп йыялар. Техника эшләү өсөн кәрәккәс, Ҡытайҙа ла хәҙер йөҙәрләгән мең эшсе сайыр йыйыу менән мәшғүл. «Беҙ ни план тип йүгереп тик йөрөгәнбеҙ. Гел хәрәкәттә булғас, һаулыҡ Аллаға шөкөр, тик бына бәләкәйҙән көс төшкәнме, аяҡтар һыҙлай, сайырҙың шул һыҙланыуҙарға һәм башҡа күп сырхауҙарға дауа икәнен дә белмәгәнбеҙ», – ти Рәмзиә инәй. Оло йәштә булһалар ҙа, Шәйхиндар әле лә теремек, ең һыҙғанып, хәлдәренән килгәнсә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк булып донъя көтә. Әсләм бабай һаман да үҙҙәре дәррәү эшләп уҙғарған йәшлектәренә тура килгән совет власы идеалдарына тоғро, йоҡо бүлмәһендә әлегәсә Ленин портреты тора. Тәбиғәт менән бер булып өйрәнгәс, улар бөгөнгө ысынбарлыҡты, урмандарыбыҙға ситтән килгән арендаторҙарҙың хужа булыуын, кешеләрҙең тәбиғәткә ҡарата аяуһыҙлығына, ауыл эргәһендә, йылғаға яҡын майҙандарҙа «тейергә ярамай» тигән ҡанун булыуына ҡарамай, ағас ҡырҡылыуына эстәре боша. Урманды уйлап, уны һағынып йәшәй улар. Әйткәндәй, күрешеүебеҙгә бер нисә көн үткәс, Өфөгә юлланғанда, уларҙы тағы Шаҡарған тауында ҡыуанып урмандан ҡайтып килгәндәрендә осраттым. Тәбиғәттең үҙе һымаҡ ихлас был ғаиләгә Хоҙай бәхетле, оҙон ғүмер бирһен!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги: 2017-Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook