ВӘҒӘҘӘ – ИМАН

ВӘҒӘҘӘ – ИМАН «Ебәк тирмә» – ҡыҙ-ҡырҡын тирмәһе, ул еңгәләр, апайҙар, ағинәйҙәр фәһем бирә торған тирмәгә әйләнер тип өмөт итәбеҙ», – тигәйнек ошо рубрикаға тәүге мәҡәләне биргәндә.
Был юлы тирмәбеҙҙә ҡунаҡта – Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһының төп героиняһы Нурия.

Нурия бәләкәйҙән һәр кемде отҡорлоғо, күҙәтеүсәнлеге менән һоҡландыра. Һабаҡ бирерлек, үрнәк алырлыҡ бер кем дә, бер ни ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ә кемдәр һуң уның остаздары? Үҙен уратып алған мөхит – кешеләр һәм тәбиғәт. Ҡартәсәһе Зирәк Рәйхана – ейәнсәрен шифалы үләндәрҙе танырға өйрәтеүсе, исемдәрҙең мәғәнәһен аңлатыусы, иман-әхлаҡ шарттарын танытыу­сы, өләсәһе Зөлхизә – баҫалҡылыҡ, уңғанлыҡ өлгөһө, ҡиәмәтлек олатаһы, Бүреһуҡҡан ҡушаматлы Әхмәҙин һунарсы – ҡыҙ баланың күңел һандығына атай-ҡартатайҙар бирергә тейеш вәғәздәрҙе һалыусы, һәм башҡалар, һанай китһәң, бихисап улар. Йәнә бер аҡыл сығанағы бар, ул да булһа, серле ишаралар менән тулы, Нурия инанғанса, йәне генә түгел, теле лә, күҙе лә булған Тәбиғәт.
...Бер көндө ҡартәсәһе, Нурия менән текә тау һуҡмағынан китеп барышлай, ейәнсәренең шөрләй төшкәнен һиҙеп, тынысландыра:
– Үҙен тамырҙары менән тотоп торған үлән-ҡыуаҡтар барҙа, ишелмәй ул тау, ҡурҡма, – ти ҙә осонда кескәй генә аҡ сәскәләре булған нәҙек кенә үләнгә ымлай.
– Нимә генә инде ул үлән остоғо, бынауындай тау ҡаршында? – ти Нурия.
– Күр, тау тишеп үҫеп сыҡҡан был тәүәккәл үлән, тамырҙары тәрәнгә киткән уның, тупраҡ-ташты тотоп тора. Уйлаһаң, хәҙер әйтәһең һин уның исемен.
– Таутотар үләнме? Таутишәрме, әтеү?
– Таутишәр шул, тап өҫтөнә баҫтың, ҡолоҡасым! Ана нисек оҫта нарыҡлай беҙҙең халыҡ, бәләкәс кенә ҡырағай гөлдөң дә үҙенә тейәр исеме бар.
– Әй, батыр гөл, таутишәр! Һин булмаһаң, тау нишләр?! – Шулай тип шиғыр һамаҡлап та ҡуя Нурия.

Бер мәлде иһә Бүреһуҡҡан ҡарт уны ауылдан алыҫ ҡына ятҡан сәтләүеклеккә эйәртеп алып бара, осар тейендәрҙе күрһәтә. Ыңғайында аҡһаҡал ҡыҙ балаға борон Ебәк юлы үткән Дөйә үркәсе тигән ҡалҡыулыҡтың тарихын һөйләй, Зәңгәр шишмәнең шул ҡалҡыулыҡты артылып ағыуын иҫләп ала. Ҡайтышлай, Нурия һорап ҡуя:
– Олатай, теге ҡалҡыулыҡҡа Зәңгәр шишмә нисек аға икән ул, йылғалар үргә аҡмай ҙаһа, аға алмай!
– Ә нишләһен, аҡмай сараһы юҡ! – Аҡһаҡалдың яуабы тағы уйға һала төпсөр ҡыҙыҡайҙы...

Таутишәр гөл ныҡлығы, Зәңгәр шишмә тәүәккәллеге кәрәкмәнеме ни Нурияға үҙенең иләҫ-миләҫ тәүге хистәренән баш тартҡан сағында, кәрәкте! Уҡыйыҡ әле:
– Һөйөүемде кире ҡаҡма, Нурия! – тине Кәбир, йөрәкһенеп, – ысын мөхәббәт ғүмергә бер генә осрай.
– Беләм, меңгә берәү генә татый уны, – тинем дә ниңәлер өҫтәп ҡуйҙым: – Ҡартәсәйем әйтә. – Ниңәлер, тиеп танмайым әле, аңлы рәүештә, махсус өҫтәнем, сөнки Зирәк Рәйхананың фиҙакәр рухына таяныу миңә әлеге минутта ифрат та кәрәк ине.
– Беҙ шул меңгә берәүҙәр рәтендә, тоймайһыңмы ни? Тояһың! Һин бит минең тиңем, хисле, фантазиялы ишем! – Кәбирҙең дөп-дөрөҫ әйткәнен белһәм дә, үҙ уйҙарымды үҙем кино итеп күҙаллап, хәтер сәсмәүерендә ҡиссалар үреп йөрөһәм дә, «эйе» тимәнем.
Шулай хәл итә Нурия. Күңелендәге үлсәүҙәрҙә ул алдан уҡ үлсәп ҡуйғайны инде барыһын да. Сөнки Кәбирҙең яҙмышы ижад мөхитендә, Мәскәү-Париж тарафтарында икәнлеген, ә үҙенең иһә йәнтөйәгенән айырылмаясағын аңлай. Вәғәҙә – иман, тигәнде ишетеп үҫкән ул. Атаһының ҡала һөнәренә ылығыуы арҡаһында әсәһенең өс бала ҡосаҡлап ултырып ҡалыуын да онотмаған. Ләйсән ямғырылай саф беренсе хистәрҙең ғүмерлек мөхәббәт икәненә лә ышанып бөтмәгән әле...

«Ҡатындар» трилогияһы – мөхәббәт ҡиссалары, йәштәргә фәһем-нотоҡ булырҙай тоғролоҡ һәм хыянат тарихтары тығыҙ үрелгән әҫәр. Унда милләтебеҙ ҡыҙҙарының ҡолағына әҙәплелек, инсафлыҡ ҡанундары мәҡәл-әйтемдәр, йолалар аша киртеп үк ҡуйылған.
Һуғыш осоронда эвакуация еле менән Толпарлыла йәшәп киткән апалы-һеңлеле ҡыҙҙар Анка менән Фроська (Фрүзкә) әҫәргә осраҡлы ғына килеп инмәгән, был – дауамлы ваҡиға: Фрүзкә ауыл егете Аҡмандан малай таба, һуғыштан һуң улар тыуған яғына, Харьков ҡалаһына, ҡайтып китә, ә күп йылдар уҙғас, Арсен исемле бер ҡара сәсле һылыу егет, ҡойоп ҡуйған башҡорт, Толпарлыға килеп төшә. Халыҡ бер күҙ ташлау менән сырамыта: Аҡман Ҡараның улы! Шул ике арала егеттең Нурияның һеңлеһе Камилаға күҙе төшә. Ошо тәңгәлдәге һүҙгә ҡолаҡ һалайыҡ:
«Ике көн тороп китте Арсен Толпарлыла. Шул арала килешеп тә өлгөргәндәр: йәйгә өйләнешергә. Һеңлем был хаҡта әйткәс, яуаплылыҡтың тап минең елкәлә икәнен белгәнгә күрә, асыуланып алдым: «Нишләп улай, атаң-әсәң иҫән, мин бар, ана, күҙ ҙә йоммай күҙәтеп, ҡолағын ҡарпайтып тыңлап торған ауыл бар, бәс, килһен өйгә, һоратһын ҡыҙҙы! Шартына уҡ килтермәһә лә, әҙәмгә һанап, кәңәш-төңәш итһен. Әлүктән баһаңды төшөрмәй тор, Камила!»

– Ярар, апай, ярһыма. Иртәгә төштән һуң юлға сыға, шуңарсы өлгөрөр. Әсәйемдәргә иртүк хәбәр итербеҙ.
– Атаһын, Аҡман Ҡара ағайҙы, эйәртеп килһен. Мотлаҡ. Тыңлармы икән, егетеңде әйтәм?
– Тыңламай түгел, тыңлар! – минең шартыма ыңғай ғына тороуына ҡыуандым әле үҙ һүҙле һеңлемдең. Юҡ, бындай ҡыҙ бәҫен юғалтмаҫ. Улай ҙа һорамай булдыра алманым:
– Никах уҡытырға кәрәкмәҫме, ул-был булманымы арағыҙҙа?
– Апай. Үпкәләйем хәҙер! Юлдан яҙғанмы әллә мин?
– Үпкәләмә, мин юрамал һорайыммы ни? Китте-барҙы-юғалды – тот ҡойроғон булыр. Загс мисәте ҡуйһын башта, шунан һуң ғына – үҙенекен. – Шулай тип әйттем дә ҡуйҙымсы? Камила шарҡылдап көлөргә тотондо. Мин дә ҡушылдым. Мәҙәк килеп сыҡты.
Иртәгәһенә Арсен атаһын, үгәй әсәһен эйәртеп килде, уңарсы әсәйем менән Самат ағай беҙҙә ине. Аҡман ағай, ниәттәрен асыҡлап, һүҙ башланы:
– Һеҙҙә аҫыл ҡош булһа, беҙҙә мәргән уҡсы бар! – шулай тигәс, әллә онотоп, туҡтап ҡалды ла дауам итте: – Һеҙҙә лә бар бешкән алма, беҙҙә лә бар бешкән алма... – Атай кеше ифрат тулҡынлана ине, буғай, тағы ярты юлда бүленде. Өләсәйем, йыр-һамаҡҡа хәтере шәплеген белһәм дә, йәнә аптыратты:
– Ул ике бешкән алма, бәлки, бер ергә төшөр. Балалар риза булһа, тәүәккәлләрлек булыр, – тип ослап ҡуйҙы.
Йәштәрҙе йәрәштерҙек, вәғәҙәләшеү­ҙәренә шаһит булдыҡ».

Вәғәҙәләшеү, яусылау, йәрәшеү, ижәп, никах, туй... Әүәл сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙарҙың ҡолағын тешләтеү йолаһы ла булған. Хәҙер ҙә ата-әсә ихтыяры менән сәстәрен сәскә бәйләүселәр осрап тора, уларҙың күбеһе ғаиләлә уңып китә, сөнки донъя күргән өлкәндәрҙең һынсыл аҡылы, күңел күҙе иш һайлашыуҙа яңылышып бармай. «Ҡатындар»ҙа атай аманатын тотоп өйләнешеү осрағы ла Нурия тарафынан бәйән итеп кителгән:
«Ҡурай һәм мылтыҡ» тигән мәҡәләне уҡырға тотондом. Фронтовик ауыл хәбәрсеһе яҙған: «Күккә ҡарап һөйләшмәй-нитмәй көнбағыш баҫы­уында боҫоп ятабыҙ. Томра, эҫе. Арыраҡ ятҡан һалдат бер көнбағыштың һабағын киҫкеләп, юнғылап-тишкеләп хитлана. Башҡорт ул, Ырымбурға сик­тәш бер ауылдан. Ҡурайсы икән. Яҡташ булғас, ныҡ дуҫлаштыҡ, әлбиттә. Иҫән ҡайтһаҡ, ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ, ҡоҙа булышырбыҙ, тип һүҙ-вәғәҙә беректерҙек: уның улы, минең ике ҡыҙым бар. Бына яҡташым, яныма килеп, миңә һөйәнеп ултырҙы ла ҡурай тарта башланы. Көнбағыш һабағының эсен нисек итеп ҡыуышлатҡандыр, үҙе генә белә. Ҡурай оҙонлоҡ итеп киҫкән дә бармаҡ уйнатырға уйымдар тишеп, һәттойоҡ көй сығара. Шул саҡ беҙҙең флангыға танкылар килеп терәлде, «Атакаға!» тигән фарман яңғыраны...» Артабан – һуғыш картинаһы. Балыҡ ҡармаҡлағандай, үҙемде ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте генә эләктереп алдым: ҡурайсы һәләк булған, ә иҫән ҡайтҡан дуҫы уның ғаиләһен барып күргән. Һәм, бәрәкалла, ике ҡыҙын да эйәртеп алып барып, ҡурайсының улына күрһәткән. Береһен һайлаған егет!»

Нурия класташы Фатих менән тормошлана. Ете үлсәп бер киҫә, холҡо шундай, йәшләй генә төрлө һынауҙарға ду­сар иткән яҙмышы шулай өйрәтә. Әммә ҡыҙҙың аҡылы ғына түгел, йөрәге лә һайлай Фатихты, мөхәббәтен, сафлығын уға бүләк итә. Ә ир-егет өсөн был – иң ҙур, иң ҡәҙерле, ғүмергә бәҫе китмәҫ бүләк. Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә, тимәгәнме ни халыҡ мәҡәле? Әхлаҡ бәхет бирмәй, әхлаҡ бәхеткә лайыҡ итә, тигән фекер ҙә бар. Сер түгел дәһә: үпкән-ҡосљан – елгә осҡан... Һәр егеттең күңелендә, сәмле-ғәмле хыялында ғиффәтле ҡыҙға өйләнеү, кәләшенең беренсеһе булыу хыялы йәшәй! Нурия үҙенең туйын, кисерештәрен бына нисек тасуирлай:
«Һәм шул кисте... Ҡушылдыҡ. Ул хәлде, сәйерерәк яңғыраһа ла, бүтән һүҙ менән атарлыҡ түгел икән. (Зөфәф кисәһе инде – боронғоса). Ҡушылыу... Йәремдең ҡулдары мине һаҡ ҡына иркәләй, ҡолағыма һөйөү һүҙҙәре яғыла, ирендәрем үҙ ирке менән уның ирендәренә тартыла һәм... Ҡапыл, ғәрәсәт алдынан була торған мәлдәгеләй, һауала йәшен сатнаны, тындарыбыҙға, гүйә, ут тоҡанды ла, күк көмбәҙе өҫкә ауа башланы... Ярабби, шул уттан хасилдыр, ҡайнар хәнйәр есемемә үтеп инде! Үләмме?! Юҡ икән... Ниңәлер әҙгә генә үҙемде легендаларҙа, үлемһеҙ картиналарҙа йәшәгән Даная итеп тә тойоп алдым: тәҙрәм асыҡ, унан, йәйғор күпер буйлап, илаһи мөхәббәтем килде һәм сихри ямғыр булып яуҙы, йәнемә-тәнемә – тотош...

– Нуриям, һин – минеке! – Фатихтың тауышында шатлыҡ, ризалыҡ һәм тағы әллә күпме хистәр бергә урғыла. Ҡайнар ирендәре шундай наҙлы, ҡулдары тотанаҡлы-дәртле, уларҙың ҡағылыуынан тәнем иҙрәп-иреп китеп ләззәтләнә. Үҙем дә уға тартылам, ирендәремде битенә, күҙҙәренә тейҙерәм һәм... ярабби, тоҙ тәмен тоям? Әллә илай минең йәрем?! Ниңә?!
– Вәғәҙәләшкәндә, тәү тапҡыр үпкәнемдә, һиҙгәйнем һинең сафлығыңды, хатта бүтән берәү менән үбешеп тә ҡарамағаныңды. Нуриям! Мин – һинеке, һинең... Беренсең. Эйе, йөрәкһенеүем шул хәтлем, күҙемдән йәштәр атылып сыҡты – ирлек ғорурлығы, рәхмәте.
– Мин биш йәшемдә үҙемә үҙем ант иттем, балаларымды атай икмәге ашатып үҫтерергә. Атайлы – арҡалы... – шулай тинем дә ҡуйҙымсы.
– Бер ҡасан да үҙгәрмәйһең кеүек, ҡайсаҡ... – икенсе ҡараһаң, һине танырлыҡ та түгел – серле йомғаҡһың, Нуриям.
– Йомғаҡ? Мин – ҡатын-ҡыҙ заты, тимәк, серле донъя, тотош Йыһан, белгең килһә.
– Ә мин – Йыһангир, шул серле донъяның юлдашы-спутнигы. Рөхсәт итһәң?
– Рөхсәт иттем бит инде...»

Әхирәттәр! Тирмәбеҙҙең ҡунағы Нурия беҙгә ниндәй фәһемдәр бирҙе? Ҡыҙ бала бәләкәйҙән киләсәктә үҙенең Ҡатын, Әсә буласағын, йәшәйештә шул бөйөк, изге, яуаплы бурысты атҡарыр өсөн тыуғанын аңларға, физик һәм рухи көс, сабырлыҡ һәм фиҙакәрлек туплай башларға, яҡшынан аҡыл, ямандан ғибрәт алырға өйрәнергә тейеш, тине, эйеме?

Заһиҙә СӘЛӘХОВА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook