Ҡатын-ҡыҙға ни кәрәк? Йәки ир-аттарға ҡулланма

Ҡатын-ҡыҙға ни кәрәк? Йәки ир-аттарға ҡулланма– Беҙ кем?
– Ҡатын-ҡыҙ!
– Беҙгә ни кәрәк?
– Белмәйбеҙ!..
– Ҡасан кәрәк?
– Хәҙер үк! (интернет селтәрендә киң таралған көләмәс).
Ҡатын-ҡыҙ – үҙе бер донъя. Матур, ябай һәм бер үк ваҡытта ифрат ҡатмарлы ла тойола. Тойола ғына, ә ысынында – ул ныҡ ябай. Үҙенә нимә кәрәген гүзәл зат бик яҡшы белә. Тик был турала ҡысҡырып әйтмәй. Ҡатын-ҡыҙға иренән өс нәмә кәрәк (тун, машина, фатир тип уйлаусылар ҙа барҙыр). Ә ул бары һөйөклөһөнөң йылыһына, рәхмәтенә, ҡурсалауына мохтаж.


Йылылыҡ
Ир-аттар үҙ-ара партнер, дуҫ булараҡ аралаша. Аралашыуҙа һәр ваҡыт күпмелер ара һаҡлай. Ә ҡатын-ҡыҙ – башҡасараҡ. Уларҙың яҡын аралашҡан, йәнеләй күргән, һәр серен белгән кешеләре бар. Уларҙан тыш, дуҫ-әхирәттәре бихисап. Сөнки ҡыҙҙар аралашыуҙан, бер-береһе менән фекер алышыуҙан кинәнес, көс ала. Нескә затҡа кемгәлер яҡын, файҙалы, кәрәкле булыу мөһим.

Ғаилә терапевы Вирджиния Сатир әйтеүенсә, әсәгә балаһын көнөнә кәмендә һигеҙ тапҡыр ҡосаҡларға кәрәк. Баҡтиһәң, әгәр унан да әҙ булһа йә иһә бөтөнләй яратмаһа, иркәләмәһә, бала үҙен кәрәкмәгән тип тоя икән. Әсә эргәһендә өйөрөлә, мыжый, ризаһыҙлыҡ белдерә. Тимәк, балаға әсә тәненең, күңеленең йылыһын тойоу ышаныс, тыныслыҡ бирә. Автор был кәңәш өлкәндәр өсөн дә урынлы тип таба. Шул уҡ хәл ир менән ҡатын мөнәсәбәттәренә лә ҡағыла. Әйтәйек, ирҙең эшкә китер алдынан, ҡайтҡас ҡатынын ҡосаҡлауы, бергә киске табын артында матур итеп һөйләшеүе, иғтибар бүлеүе (бер ыңғайҙан телевизорға, компьютерға, телефонға текләп ултырмауы!), һөйөклөһөнөң көнө нисек үткәнен, нимә шатландырғанын, борсоғанын һорашыуы, ғөмүмән, битараф булмауы ҡатын-ҡыҙҙың күңелен май кеүек иретә.

Аңлашыла, көнө буйы эштә булып, күп кешеләр менән аралашып, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеп арып ҡайтҡан ир өйҙә, тыныс мөхиттә ял итергә теләй. Шуға уның кисен һөйләшмәй, тиҙ генә ашап, диванға ауғыһы ла киләлер. Әммә нисек кенә арыуға ҡарамаҫтан, һөйөклөгөҙгә, балаларығыҙға аҙ ғына булһа ла ваҡыт (коллегаларығыҙ менән тотош көндө үткәрһәгеҙ, өйҙәгеләр бит һеҙҙе көнө буйы күрмәгән!), иғтибар бүлегеҙ, йылығыҙҙы бирегеҙ! Яҡындарығыҙға ул ныҡ кәрәк!

Рәхмәтле булыу
Егет менән ҡыҙ өйләнешә. Хәҙер ир һәм ҡатын булараҡ, өйҙә һәр кемдең үҙ эше, вәкәләттәре бар. Әгәр ата йортонда ҡыҙ бала өйҙәге эште әсәһе, апай-һеңлеләре менән берлектә башҡарһа, бынан ары улар тулыһынса кәләш иңенә һалына. Егеткә килгәндә, әгәр ул өйләнгәнсе ата-әсәһе менән йәшәһә, быға тиклем әсәһе башҡарған эштәрҙе һөйөклөһө үтәгәнен күрә. Тәү ҡарашҡа, артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәгән кеүек.

Әйтәйек, ул ата-әсәнән айырым (дөйөм ятаҡта, казармала, фатирҙа) йәшәп, шунан өйләнһә, тәү осор кәләшенең тырышлыҡтары (шул уҡ ашарға бешереү, кер йыуыу, үтекләү, өйҙө тәртиптә тотоу, ботинкаларын таҙартыу) уны сикһеҙ шатландырыр. Ғаилә башлығы кәләшенә ихлас рәхмәтле булыр. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, ҡатынының өй эштәрен башҡарыуы ир өсөн ғәҙәтигә әүерелә. Ул элеккесә шатланмай ҙа, рәхмәт тә әйтергә онота. Ә ҡайһы саҡ шелтәләп тә алыуы ихтимал (ни өсөн костюмым әҙер түгел; ашҡа тоҙҙо тағы бер нисә ҡалаҡ өҫтәп булмай инеме). Эйе, бәхәсһеҙ, өй эше – ысынлап та, ҡатындың ғәҙәти, ул башҡарырға тейеш бурысы. Әммә эшләнгән эш күҙгә күренмәй. Ниңә тиһегеҙме? Мәҫәлән, ашарға бешерелгән булһа – ашайҙар. Ә бына бешерелмәһә – шунда уҡ күренә. Эйе, өйҙө йыйыштырһаң, һәр нәмә үҙ урынында, яҡты, бөхтә. Көн дә бер үк нәмәне үтәү ҡатын-ҡыҙҙы арытып та, ялҡытып та китә. Шул саҡ иренең: «Рәхмәт, ҡәҙерлем, киске аш бигерәк тәмле булды!» йәки «Һин үтекләгән күлдәктәрҙе кейһәм, тәнем ҡулыңдың йылыһын тойғандай була» тигәндәйерәк бер-ике һүҙе лә (әҙерәк шыттырырға ла мөмкин бит!) гүзәл затты дәртләндереп, ҡанат­ландырып ебәрә. Рәхмәт һүҙе ишеткән ҡатындың хатта көнө буйы эшләп арыуы ла онотола! Ни бары бер-ике һүҙ!!! Шул рәхмәт, маҡтау, дәртләндереү ҡатынға үҙенең яратылыуы, ҡәҙерле икәнлеге тураһында һөйләй бит!

Ҡурсаулылыҡ
Ҡатын-ҡыҙ сабып барған атты ла туҡтатырҙай, янып торған өйгә лә инерҙәй тойолһа ла, барыбер көсһөҙ зат булып ҡала. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың эсендә ҡыйыуһыҙ, ҡурҡаҡ, нескә генә бәләкәй ҡыҙсыҡ йәшәй. Шуға ла беҙ нисек кенә көслө, һәр нәмәне үҙебеҙ атҡарырҙай ҡыйыу күренһәк тә, күңелебеҙ түрендә һәр саҡ «ир-ат беҙҙе хәстәрләһен, ярҙам итһен, ҡурсалаһын» тигән теләк йөрөтәбеҙ.

Мәҫәлән, ҡатынға эштә бер аҙ тотҡарланып, һуңға ҡалырға тура килде, ти (ҡышын ҡараңғы иртә төшә). Ул: «Минең менән барыһы ла яҡшы, тик эштә тотҡарланам», – тип иренә хәбәр итә. Әммә эстән генә: «Их, һуң булып китте, ҡаршы алһын ине», – тип уйлай. Ә ире: «Ярай!» – ти ҙә үҙ эше менән була. Туҡталыш өй эргәһендә генә, урамдар яҡты, кешеләр үткеләп йөрөй. Ысынлап та, хәүефләнерлек түгел, әммә шул мәл ир иренмәй генә сығып ҡатынын ҡаршылаһа, һөйөклөһө сикһеҙ шат буласаҡ бит! Иренең был эшен ул шундай ҙур итеп баһалаясаҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡурсаулы булыуы тигән төшөнсәгә уның хәүефһеҙләнмәүен, борсолмауын да индерергә мөмкин. Мәҫәлән, әгәр теге йәки был хәл килеп сыҡҡан осраҡта ир, ярай, кәләш үҙе хәл итер әле, тигән ҡарашта булһа, ул ҡатыны алдында ир булараҡ үҙ дәрәжәһен, хөрмәтен төшөрә. Сөнки тормош юлында килеп сыҡҡан проблемаларҙы үҙе хәл итә алған көслө зат янында ғына ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡурсаулы, тыныс тоя.
Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА.



Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook