«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше»

«Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше»
«Яңғыҙлыҡ – татылмаған наҙ, кисерелмәгән шатлыҡтар, күҙ йәше менән ҡаршы алған байрамдар, йәнеңде бирерҙәй булып көткәндә мәңгегә өҙөлгән өмөттәр генә түгел, тыумай ҡалған балалар, юғалған йәшәү мәғәнәһе лә». – Меңдәрсә кешеләр араһында үҙ насибын эҙләүселәргә ярҙамлашыуҙы тәҡдире тип ҡабул иткән, йөҙҙән ашыу парҙы ҡулдарынан тотоп, бәхет ҡапҡаларына илткән Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова шулай ти. Ғүмерен матбуғатҡа арнаған билдәле ҡәләмдәшебеҙ ул, оҙаҡ йылдар Ғафури районының «Табын» гәзитендә яуаплы секретарь, баш мөхәррир, артабан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығында баш белгес булып эшләгән. Тап журналист ҡыҙыҡһыныусанлығы, тынғыһыҙ йөрәге сәбәпсе була ла инде димселек менән шөғөлләнә башлауына.


…Әлфиә Ишморат ҡыҙын, димсе булараҡ, тар даирәлә белеүҙәренең сере шунда: ҡайһы бер яусылар кеүек реклама биреү түгел, үҙе хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөгәндәрен дә яратмай. Мәҡәләне яҙыуға ла абруйлы ғаилә баҫмаһын яратып уҡыусыларға ихтирам йөҙөнән генә ризалашты. «Икәүҙе ҡауыштырыу – Хоҙай эше, мин бары тик ярҙамсы, – тип ҡабатлай ул. – Бәхеткә шау-шыу түгел, тынлыҡ төҫ». Башлыса таныштары тәҡдим иткән кешеләр менән эшләүенең дә сәбәбе бар – осраҡлы, ҡайғы һалырҙай әҙәмдәр яҡынламауына үҙенә күрә ышаныс был.

Әлфиә ханымдың эш үҙенсәлеге нимәлә? Ул, никах агентлыҡтарынан айырмалы рәүештә, картотека алып бармай, анкета тултыртмай, ә һәр мөрәжәғәт итеүсене күңел һандығында тота: «Икенсе яртыңды альбомдағы фотолар буйынса һайларға әйбер һатҡан баҙарҙа түгелбеҙ ҙә баһа». Ҡылдай нескә, һаҡлыҡ талап иткән был эштә бары тик йылдар буйы тупланған бай тәжрибәһенә, эске һиҙемләүенә таяна, йөрәк тауышын тыңлай. «Кеше ишектән инеү менән күҙ алдына хәтеремдә һаҡланыусы берәү килеп баҫа: «уға тиң йәр шул!»

Әҙәм балаһының берәүгә кәрәкле, ҡәҙерле булыуын тойоуы зарур – тәбиғәттән һалынған был ихтыяж ҡәнәғәтләндерелмәй икән, ул үҙен бүтәндәрҙән кәм һиҙә башлай, йомола. Ә бәхет асыҡ йөрәкте үҙ итә бит, – ти Әлфиә ханым. – Ябыҡ ҡабырсаҡтай күңелде асыу өсөн ҡат-ҡат күрешеп, өсәр-дүртәр сәғәт һөйләшәбеҙ. Баҡһаң, йоҙаҡҡа бикләп ҡуйылған иң күркәм сифаттарын балҡытырға кешене бары тик яратып, ипләп кенә тыңлау кәрәк, проблеманан сығыу юлын, яңғыҙлыҡ сәбәбен үҙе табасаҡ…

…Яңыраҡ ҡына таныштырған бер егет менән ҡыҙҙың тарихын бәйән итеүе иһә – мөхәббәттең мөғжизәүи, мәңге асылмаҫ сер булыуына ишара: «Улар бер-береһе өсөн тыуған кеүек, төҫ-ҡиәфәте, тотоштары, бер өлкәлә эшләүҙәре, хатта ҡыҙыҡһыныуҙары менән шул тиклем тап киләләр ине. Кисәлә айырыла алмай һөйләшеүҙәрен күреп, бына тағы бер пар бәхетле, тип ҡыуандым. Иртәгәһен егеттең шылтыратыуы иһә шаҡ ҡатырҙы: «Уның менән иҫ киткес рәхәт. Ул миңә һеңлем кеүек яҡын. Тик мин мөхәббәт көтәм...» Егеттең артабанғы яҙмышы иһә һөйөү ҡошоноң сыбар йөрәктәргә – түҙемһеҙҙәргә түгел, ышанып, сабыр итеп көтә белеүселәр иңенә ҡуныуын ҡеүәтләй...»
Альмира КИРӘЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook