Йыһан ҡануны – изгелек

Йыһан ҡануны – изгелек
...Үткән быуаттың 60-сы йылдары. Ҡояшлы Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендәге Федченко ҡасабаһында Ғәлибай тигән тырыш шахтер ғаиләһе йәшәй. Йомшаҡ күңелле, йөрәгендә динебеҙ тәғлимәттәрен йөрөткән ҡатыны Мәҡмүнә менән биш бала үҫтерәләр.
Ғаилә башлығының хеҙмәт хаҡын әсә кеше башлыса мул итеп аҙыҡ-түлеккә, хужалыҡ кәрәк-ярағына тотона. Балаларының өҫтәре бөтөн була, ләкин аллы-гөллө күлдәктәр менән осондормайҙар. Ә кескәй Римманың ҡурсаҡ кеүек кейенеп йөрөгөһө килә! «Күлдәгең менән түгел, күңелең, матур эшең менән алдыр!» – ти диндар әсә, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм уңғанлыҡтың иң күркәм сифаттар булыуын һеңдереп.


…...Йомарт ҡуллы хәйриәсе, билдәле эшҡыуар, «Домовенок» ғаилә кафелары селтәре һәм «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийы хужабикәһе Римма Ғәлибай ҡыҙы Еникеева бәхет затлы күлдәк менән хан һарайындай йортта булмауын, әҙәм балаһына был донъяла бөтөнләй аҙ кәрәклеген бик йәшләй төшөнә һәм ҙур уҡыуҙар тәтемәгән әсәһенең ни тиклем хаҡ булыуына таң ҡалыуҙан туҡтамай. Табышын үҙенә түгел, ә эшен үҫтереүгә, изге ғәмәлдәргә йүнәлтеүҙән әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек алыусы ханым хыялдарҙың, улар йөрәктә ярала икән, мотлаҡ тормошҡа ашыуына ышана…
…Римма Ғәлибай ҡыҙы баштан уҡ хәйриәлекте эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше итеп алған. Дини байрамдарҙы үткәргән көндәрҙә һәр кемде бушлай ашатып сығарһынмы, балалар йорттарына табындар ҡорһонмо, инвалид сабый тәрбиәләүсе ғаиләләргә күстәнәстәр илтһенме, эргә-тирәләге әбейҙәрҙе йыйып, сәй эсергә, яңы ризыҡтарҙы тәмләргә саҡырһынмы…

…«Ауыртҡан арҡаларын һылап-һыйпап яҙған саҡта «Балаҡайым, ҡарт һөйәктәремде йомшарттың, ҡулдарыңдан ҡыуан», – тип теләүсе әбейҙәремдең доғалары юлдарымды асып ебәргәндер тием – бер мәл йәмле Дим буйында нефтселәрҙең элекке профилакторийы һатыуға сығарылыуын белеп ҡалдым да йәһәт кенә банктан кредит алдым. Бөтәһе лә шул тиклем ыңғай барҙы – ярты йылдан шифахананың хужабикәһе инем. Бер ҡулың менән бирһәң, икенсеһенә Хоҙай үҙе килтереп һала. Йыһандың был ҡанунының теүәл эшләүенә мин тағы бер тапҡыр ышандым», – тип һөйләй Римма Ғәлибай ҡыҙы…
…«Хыялға ышаныуҙан туҡтамағыҙ. Тик уның ҡоло булмағыҙ, уны үҙгәртеүҙән ҡурҡмағыҙ! Сөнки бөтә нәмә йәшен тиҙлегендә үҫкән заманда йәшәйбеҙ, тормош менән бергә беҙ ҙә үҙгәрәбеҙ. Ғөмүмән, нимәгәлер артыҡ ныҡ бәйле булыу ынтылыштарыбыҙҙы сикләй», – «Йыл меценаты», «Бизнес корифейы» булып танылған һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә Рәсәй, республика кимәлендәге бихисап башҡа абруйлы премияларға лайыҡ Римма Еникеева шулай ти. «Ҙур хыял ҙур көс, ҙур мөмкинлектәр бирә», – хыялдарын ысын иткән ханымдың был һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ ята...
Альмира Кирәева.
Александр Данилов
фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Әсә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook