Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә

Ил күрке – мөхәббәтле ғаилә Йылы ҡояш нурҙары һәм ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ҡойон-дауылдар, ыжғыр бурандар ҙа һәр кеше яҙмышында осрамай ҡалмай. Тышҡы ҡатмарлыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен дә һалғандар күп арабыҙҙа. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс парҙар Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында ла бар.

Донъя йәме, ғәме – балаларҙа
«Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән һүҙҙәр тап бына улар хаҡында әйтелгән», – тип алдан уҡ кәрәкле «тулҡынға» көйләп бара беҙҙе Кушнаренко районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңзәлә Тәлғәт ҡыҙы Вәлиева. Емеш ағастары уратып алған, сәскәләргә күмелгән, һәр нәмә урынында торған бөхтә ихатаға инеү менән уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә инанаһың.

Йорт хужалары Зилә һәм Динил Иҙрисовтар дүрт бала тәрбиәләй. БДАУ-ның мәғлүмәт технологиялары һәм идаралыҡ факультетында белем алған Альбина банк системаһында эшләй. Данияр быйыл мәктәпте тамамлаған. Көрәш менән ныҡлап мауыҡҡан егет спорт сараларында теләп ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Киләсәктә үҙен хәрби кеше итеп күрә ул. Динислам дүртенсегә күскән, ә алты йәшлек Карина балалар баҡсаһына йөрөй. «Бала үҫтереү күп көс талап итә, әлбиттә. Тик ошо бәләкәстәр арҡаһында кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы нимәгәлер алмашып буламы һуң!? – ти Зилә. – Һәр береһен ниәтләп, көтөп алдыҡ. Инде бына буй етеп, ҡул араһына ла инделәр, үҙҙәре беҙгә ҙур терәк. Һәр ерҙә ярҙамсы, үҙ аллылар. Ҡәйнәм, атай-әсәйем дә ярҙам итеп тора, бергә-бергә йәшәгәндә, бер-береңә терәк булғанда, бәхетлелер кеше».

Ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙанған Динилды староста итеп һайлайҙар. Әле ул МТС-та механизатор булып эшләй. «Иптәшем ныҡ тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ, балалар өсөн үлеп бара, – ҡатындың һүҙҙәрендә хәләленә ҡарата ихтирам да, һөйөү ҙә һиҙелә. – Бал ҡорто аҫрауҙың һәр нескәлеген белә, умартаһын да үҙе эшләй, балта оҫтаһы ла». Зилә үҙе иһә күп йылдар почтала эшләй, тик, хеҙмәт хаҡы хушһынырлыҡ булмағас, ҡалаға юллана. Әле Өфөгә йөрөп, Республика кардиология үҙәгенең балалар реанимацияһы бүлегендә санитарка хеҙмәтен атҡара. Йөрәгенә операция яһалған балаларҙы тәрбиәләй ул. Сабыйҙарға йылы мөнәсәбәте, сабыр аҡылы һәм эшһөйәрлеге һайлаған хеҙмәтендә лә сағылыш тапҡан кеүек ҡатындың.

Зилә – Шаран ҡыҙы. Өфөлә уҡығанда Иҫке Ҡормаштағы әхи­рәтенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй, шунда буласаҡ тормош иптәше менән таныша ла инде. Бер-береһе менән аңлашып, ғаилә ҡорғас та, Динил менән Зилә үҙ оялары хаҡында хәстәрләй башлай. Көн һайын бер генә аҙым яһаһаң да, маҡсат иткән ереңә яҡыная бараһың, тигәнме әле бер аҡыл эйәһе? Шуның кеүек, йәштәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе булып бер нисә йылдан иркен йорт ҡалҡып сыға.
Иҙрисовтар мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, өс һыйырҙың һөтөн эш итәләр. Теплицаларында барыһыныҡынан алдараҡ өлгөргән ҡыяр-помидорҙарҙы, үҙҙәренән артып ҡалған һөт-ҡаймаҡты һатҡан аҡса кейем-һалым, уҡыу кәрәк-ярағына ярап ҡала. Бөтмөр хужабикә әҙерләгән йәшелсә-емеш, ҡайнатма-компот оҙон ҡышҡа етә.

«Күп балалы ғаилә мотлаҡ аслы-туҡлы, етешһеҙ көн күрә, тип уйлаусылар күп. Ысынында иһә бөгөн тап киләсәккә өмөтө, ышанысы булған, үҙ көсөнә инанған мөхәббәтле, уңған ғаиләләр был аҙымға бара. Иҙрисовтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал – балаларын яҡшы ҡарайҙар, улары ла рәхмәтле һәм тәрбиәле, уҡыуҙа ла һынатмайҙар, донъялары матур», – ти ауыл советының эштәр идарасыһы Лилиә Дамир ҡыҙы Ахунова.
Йән биргәнгә – йүн бирә, тигәндәй, булдыҡлыларға һәр эштә яйы ла сығып тора. Дәүләт биргән әсәлек капиталын тағы бер йорт төҙөүгә йүнәлтәләр, күп балалы ғаилә булараҡ ер ҙә алалар. Шулай итеп буй еткереп килгән балаларының киләсәге хаҡында хәстәрлек күрәләр.
«Әсәйем бәләкәстән һәр нәмәгә һөйөү менән ҡарарға өйрәтте. Яратып бешергән икмәк яҡшыраҡ уңа, наҙлап үҫтергән сәскәләр сағыуыраҡ, күркәмерәк була. Шул кәңәште тотам ғүмер буйы. Атай-әсәй кәңәше, изге доғаһы ла һаҡлап баралыр мине, ғаиләмде», – ти Зилә.

Ил күрке – мөхәббәтле ғаиләСәләмәт киләсәкте хәстәрләп
Кейәүгә сығып, яңы тормош башлаған апаһы янына Кушнаренкола техникумда уҡыған һеңлеһе Зөлфиә ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Зиләнең ҡәйнәһе, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған Роза апай уңған килендең туғанын да һынап йөрөй, күрәһең. Армия сафынан ҡайтҡан күршеһе Ринатҡа: «Һинең өсөн бер бик матур кәләш ҡарап ҡуйҙым әле, һаҡлап ҡына тоттоҡ уны», – ти. «Ҡуйсы, апай, ҡайтып етмәгәнмен, кәләш ҡайғыһымы ни әле», – тип яуап бирә йәш егет. Шулай тићє лє, үҙен кескәйҙән белгән һиҙгер күңелле апайҙың юҡҡа ғына һүҙ башлама­ғанын һиҙеп, күңеленә һалып ҡуйғанмы, әллә һылыу ҙа, уңған да, инсафлы ла ҡыҙҙы тәү күреүҙә оҡшатҡанмы? Нисек кенә булмаһын, бөгөн Зөлфиә һәм Ринат Йыһангировтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ғаилә башлығы ауыл мәктәбендә хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре уҡытыусыһы, директорҙың хәрби-патриотик тәрбиә буйынса урынбаҫары. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы уҙаман спорт менән дуҫ булыуы, насар ғәҙәттәрҙән алыҫ йөрөүе менән уҡыусыларына ла, улдарына ла өлгө.

Ҡатыны ла туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтыла: машина йөрөтөргә лә өйрән­гән, сәхнәлә бейей ҙә, әлеге ваҡытта Башҡортостан дәүләт аграр универ­ситетында юғары белем ала. Зөлфиә Кушнаренко район эске эштәр бүлегендә хисапсы булып эшләй. Ҡырыҫ һандар, киҫкен ваҡиғалар солғанышында хеҙмәт иткән полиция прапорщигының күңеле тулы йыр-моң. Ғаилә менән төрлө сараларҙа, байрамдарҙа ҡатнашалар. Ике ул үҫтерә­ләр. Олоһо Айнур – аграр университеттың төҙөлөш факультеты студенты, кесеһе Руслан 10-сы синыфҡа күскән, быйыл музыка мәктәбен дә тамамлаған, районда «Йыл уҡыусы­һы» тип танылған. Малайҙар икеһе лә спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Шулай булмай, атай-әсәй өлгөһөндә тәрбиәлә­нәләр бит улар! Йыһангировтар һәр ял көнөндә, бер аҙна ла ҡалдырмай, ғаилә менән мәктәптәге боҙ майҙансығына конькиҙа йөрөргә йә булмаһа саңғыла шыуырға юлланалар. Йәйен дә төрлө уйындар уйнайҙар.

Былтыр өйҙәрен «Юғары мәҙә­ниәтле йорт» тип билдәләгәндәр. Иркен йорттары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора шул. Өйҙөң һәр мөйө­шө ентекләп уйлап эшләнгән, ҡаласа уңайлыҡтар булдырылған. Бар гүзәл­лек – Зөлфиә менән Ринаттың ҡул эше, фантазияһы емеше. Бындай ҙур йортто күтәреү өсөн йәш ғаиләгә тырышып мал-тыуар аҫрарға, бал ҡорто ла тоторға тура килә. Төҙөлөш кәрәк-ярағын йыйғансы ғына ун йыллап ваҡыт үтеп китә. Был ҙур эштә атай-әсәйҙәре, туғандары ла ярҙам итә.

«Уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтенә һоҡланып туя алмайбыҙ, – ти Ринаттың хеҙмәттәше, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәлиә Єсљєт љыґы Иҙрисова. – Биге­рәк тә нескә затҡа, ололарға булған ихтирам иғтибарға лайыҡ. Күршелә генә йәшәгән Ринаттың әсәһе Лия апайҙы ла ололап, хужалыҡ эштәрен­дә ярҙам итешеп торалар».

Бер яҡтан ҡарағанда, бөгөнгө геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаиләләр. Икенсе яҡтан – тормошта үҙ урынын тапҡан, лайыҡлы балалар үҫтергән, йәшлектәге һөйөүен һаҡлап ҡала белгән һоҡланғыс парҙар. Хушлашҡанда Зилә Иҙрисованың: «Иң татыу, иң йәшел урам беҙҙә. Барыһы ла уңған, бөтмөр, матур итеп донъя көтәләр», – тиеүе лә күңелгә май булып яғылғандай. Һәр кем шулай ғаиләһендәге бәхеттең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәһә ине лә...

«Бер нигеҙ бажалары» тип атағыҙ мәҡәләгеҙҙе, тип шаярта юлдаштарым. Ә минең башымда совет заманы лозунгыһы булған, күптән тапалған бер һөйләм өйрөлөпмө-өйрөлә: «Ғаилә – йәмғиәттең нигеҙе». Һәр ғаилә – үҙе бер дәүләт ул. Ошо кескәй дәүләттәр ныҡ, матур булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, бәхетле булыр.

Гөлшат ҠУНАФИНА.
Кушнаренко районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook