«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»

Бай тәбиғәте, саф һауаһы, файҙалы ятҡылыҡтары, уңдырышлы ере менән дан тотҡан Ишембай төбәге. Беҙҙе һарғылт сәсле, һомғол кәүҙәле, һылыу йөҙлө бер йәш кенә ҡатын ҡаршыланы. Сериалдарҙағы героиняларға хас нәзәкәтле ҡиәфәтте күргәс, уны ауылда ике йөҙләп һыйыр тотҡан фермер тип уйламаныҡ та тәүҙә. Ауылда бер һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәт әле күптәргә, бесәнен, һаламын әҙерләргә кәрәк, ҡышлығын, көтөүен хәстәрләргә, һөтөн һауырға һәм эшкәртергә... Төрлө яғын барлай китһәң, эре мал аҫрау – бик күп көс, оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм таһыллыҡ талап иткән ҡатмарлы ғына эш. Ә бына Венера уны бер ҙә ҡатмарлыға иҫәпләмәй, киреһенсә, эшең булыуы үҙ көсөңә ышаныс өҫтәй, тыуған ереңдә туған халҡың өсөн күңел һалып хеҙмәт итеүгә дәртләндерә, ти. Улар нәҫелдәре менән Ишембай районыныҡы булһа ла, Венера үҙе ата-әсәһе Себерҙә йәшәгән саҡта тыуған. Һуңынан уларҙың ғаиләһе Ишембай районы Көҫәпҡол ауылына күсеп ҡайта. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ бухгалтер һөнәрен һайлай. «Әлеге аҡылым булһа, ветеринарға уҡыр инем, – ти ул үкенгәндәй. – Дөрөҫ дауа, ҡарау етмәгәнлектән дә интегә меҫкен мал. Талпан да, төрлө сирҙәр ҙә һағалап ҡына тора. Ваҡытында сараһын күреү мотлаҡ. Тоҡомло һыйырҙарға үҙенсәлекле тәрбиә, ашатыу тәртибе ҡаралған. Китаптар уҡыйым, Интернеттан өйрәнәм, әммә һаман да минең өсөн асылмаған серҙәр бар. Шуға балаларыма тормошсаныраҡ, мал аҫрау, ер эшкәртеү тармағында ҡулайыраҡ һөнәр һайларға кәңәш итәсәкмен. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән юғары сифатлы, тәбиғи ризыҡтар ҙур ихтыяж менән файҙаланыласаҡ. Ғаилә эшҡыуарлығының бөтә нескәлектәрен һәм мөмкинлектәрен күреп үҫһәләр, бәләкәстәрем бер ҡыйынлыҡһыҙ беҙҙең эште уңышлы дауам итер, тигән ышанысым бар».

Ҡәҙерле кешеһенең күңелен нисек тә бөтәйтер өсөн улар бергәләшеп шәхси эш асырға ҡарар итә. Ике трактор һатып алалар һәм ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса ҡала хакимиәте менән килешеү төҙөйҙәр. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылда ҡар әҙ яуа. Әммә улар өмөтһөҙлөккә бирелмәй, сәскә кибеттәре асып ебәрә һәм, «Ҡаланы йәшелләндереү» программаһында ҡатнашып, маҡтау ҡаҙана.
Һаман да йәненә толҡа тапмаған атаһы өсөн һыҙлана Венера. Бер һөйләшеп ултырғандарында, атаһының ауылын, элекке тормошто һағыныуын сырамытып ҡала. Гөрләп торған колхоз баҫыуҙары, көтөү-көтөү малдар... Яҡынының һағыныу һағышын баҫыр өсөн, Венера, тыуған ауылынан ер алып, йорт һалырға һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеп ҡарарға ниәт итә. Тормош иптәше лә ҡатынының ҡарарын хуплай. Хатта улдары Германдың тыуыуы ла оло эшкә тотоноуҙарына ҡамасау була алмай. Киреһенсә, ир бала ата менән әсәне яңы көс, яңы һулыш менән һуғара, әйтерһең. Оло Байыҡ ауылында 100 гектар ерҙе ҡуртымға алып, йорт менән һарай ҙа төҙөп ҡуйғас, Стәрлетамаҡтан ит тоҡомло һыйырҙар ҡайтарталар.

«Ҡулыбыҙҙа әҙерәк аҡса бар ине, шуға малсылыҡ эшенә ҡыйыу тотондоҡ. Был өлкә иң ауырҙарҙан һәм хәүефлеләрҙән иҫәпләнә. Бөтә көсөңдө, иғтибарыңды һалғанда ғына, уңышҡа өмөт итергә мөмкин. Ауырлыҡтарын һанай китһәң, был эшкә тотонмауың хәйерле, тип туҡтап ҡала күптәр. Ә бит уның матур, ыңғай яҡтары ла бихисап. Йәйрәп ятҡан сикһеҙ туғайҙар; саф һауала күкрәк киреп тын алаһың; ялан кәртәләге һыйырҙар, аяҡ тауышыңды танып, мөңрәп яныңа килә; быҙауҙар, шаярышып, сабыша башлай... Ә яңы һауылған һөттөң шифалы ҡөҙрәте талсыҡҡан тәнде йәшәү көсө менән һуғара, таҙалығы, паҡлығы йәнде, йөҙҙө нурлай – бына бит ғүмеремдең сафлыҡ инеше! Ошоно бер тапҡыр тойғандан һуң, үтәгән эшеңдең мөһимлеген аңлап, нисек тыуған ереңә, башҡарған эшеңә ғашиҡ булмайһың?! Атайым менән тормош иптәшемдең дәртләнеп йөрөгәнен күреү ҙә йәшәү көсө өҫтәй», – ти Венера.
Йәш ғаилә бының менән генә сикләнмәй, ҡуртымға тағы ер алып, биләмәләре күләмен мең гектарға еткерә. Йәштәрҙең тырышлығын күргән Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте «2011—2015 йылдарҙа крәҫтиән хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» республика программаһы сиктәрендә Венера Фаил ҡыҙы менән Руслан Рәшит улына субсидия бүлә. Хөкүмәт ярҙамы Ғиззәтуллиндарға районда тәүгеләр иҫәбендә малсылыҡты үҫтереүгә етди аҙым яһарға булышлыҡ итә. Улар Алаҡай ауылындағы емерек ферманы яңыртып ҡороп, тирә-яғын кәртәләтеп, 100 баш һауын һыйыры һатып ала. Әле унда быҙауҙары менән бергә 160 баш эре мал иҫәпләнә. Һыйырҙарҙы, таналарҙы һалам, бесән, сенаж, фураж менән туҡландыралар. Үлән һәм иген сәсеү өсөн алты трактор һәм ике комбайндары бар. Уларҙың ҡулы аҫтында ундан ашыу кеше эшләй: ике һауынсы, ике механизатор, ветеринар, ике һатыусы һәм мал ҡараусылар.

«Венера ҡыҙым бәләкәстән үткер булды, холҡо менән олатаһына тартҡан, атайым Ғариф Ғәзиз улы Ғәбиҙуллин Байыҡ ауылында күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Ярҙамсыл, киң күңелле, тәүәккәл, егәрле ине, яҡташтары уны әле лә һағынып иҫкә ала. Венера ла кешелекле һәм ярҙамсыл. Ошо Алаҡай ауылына күскәс, күптәрҙең өйөнә, еренә ҡағылышлы документтарын тәртипкә килтерергә ярҙам итте ул. Әле лә, эшем күп, тип тарһынып тормай, ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Ауылдағы бер нисә ир-атты, эскелектән дауалап, эш менән тәьмин итте. Махсус программа сиктәрендә эшселәренә йорт һалыу уйы ла бар уның», – ти Венераның атаһы Фаил Ғариф улы.
Бөгөн Ғиззәтуллиндар ғаиләһе «500 ферма» республика программаһына инеү ниәте менән йәшәй. Һөтсөлөктө үҫтереүгә йүнәлтелгән программа яңы мөмкинлектәргә юл асасаҡ. Субсидия төҙөлөш-монтаж эштәренә, силос-сенаж соҡорҙары төҙөүгә бирелеп, яңы ҡорамалдарҙың, техниканыњ, нєѕелле малдар хаљыныњ бер µлµшµн љаплауҙы үҙ эсенә ала. Әлбиттә, уның шарттары ла байтаҡ. Шуға йәш ғаиләгә ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй, уларҙың һәр сәғәте, һәр минуты һанаулы. Райондың малсылыҡ һәм һөтсөлөк тармағы үҫешенә оло өлөш индереүҙе маҡсат итеп алған татыу ғаиләгә уңыш ҡына юллайыҡ!
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ишембай районы.
Ишембай районы.
Теги: