Ергә тоғро ялан батыры

Ергә тоғро ялан батыры
Һәр төбәктең, ауылдың һоҡланып та, ғорурланып та һөйләрлек эштәре аша бер нисә дәүерҙе үҙендә берләштергән көслө лә, намыҫлы ла шәхестәре, етәкселәре була. Ундайҙар үҙҙәре тураһында һөйләргә ашҡынмай. Бары хеҙмәте, яҡташтары, тыуған ере хаҡына башҡарған изгелеге уларҙың исемен мәңгеләштерә, тере легендаға әйләндерә. Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Абдулхай улы Ғәйнуллин 30 йылдан ашыу ғүмерен колхоз рәйесе вазифаһында фиҙакәр эшкә бағышлаған. 1995 йылдан Мәләүез районының «Салауат» хужалығында рәйес, уға тиклем ферма мөдире, бригадир була ул. Ерҙең һәр һулышын нескә тойған етәксе тәбиғәткә зыян итмәгән яңы алымдарға, заманса технологияларға таянып, хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтауһыҙ камиллаштырыуҙы маҡсат итеп алған.

Ергә тоғро ялан батырыҒәжәп изгелекле, тырыш кеше ул Сибәғәт Абдулхай улы, ти уның хаҡында яҡташтары. Күмәк балалы ғаиләлә иң өлкәне булыуы ла унда бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойғоһо, эш һөйөүсәнлек тәрбиәләгәндер. «Атайым Абдулхай Абдрахман улы данлыҡлы комбайнсы ине, иген сәсһенме, урһынмы, бесән йыйһынмы, ун бер йәштән уға эйәреп, һәр эшендә ҡатнашып йөрөй башланым. Ун дүрт йәштән комбайнсы ярҙамсыһы итеп алдылар. Шулай ҡара ер эшенең ауырлығын үҙ иңемдә татып, ябай кеше хеҙмәтенең ҡәҙерен, әпәйҙең ысын тәмен тойорға өйрәндем», – тип хәтер йомғағын тағата рәйес. Ергән урта мәктәбендә уҡығанда уҡ отҡор егет тракторсы танытмаһына эйә була. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта махсус бухгалтерҙар курсында белем ала. Өмөтлө йәш белгесте ситкә ебәрергә теләмәй, уға тыуған ауылында ферма мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар. Был еңел булмаған тармаҡты ла тиҙ арала үҙләштереп, уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшә йәш мөдир. Егәрле, тапҡыр, маҡсатлы егетте тәүҙә Салауат хужалығында бригадир, артабан колхоз рәйесе итеп үрләтәләр. Сибәғәт Абдулхай улы белемен камиллаштырыу ниәте менән ситтән тороп Мәскәү коммерция һәм хоҡуҡ институтын тамамлай.

Ергә тоғро ялан батыры«Ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу осоро яңы заманға яраҡлашырға теләмәгән колхоздарҙы тамырынан ҡоротто. Бер көн менән генә йәшәгән хужалыҡтар үҙ-үҙҙәрен тар-мар итте, тиһәң дә була. Ә бит ниндәй генә аяуһыҙ заманалар килмәһен, урындағы аҫаба халыҡ үҙ-үҙен хәстәрләргә, бер-береһенә терәк булырға тейеш. Үҙ ереңдең ысын патриоты булып, бер быуатҡа алдан фекер йөрөтөп кенә ундай тоҙаҡтарҙы урап үтергә мөмкиндер. Әлбиттә, ил кисергәнде беҙ ҙә кисерҙек – шул йылдар иҫкә төшһә, әле лә йөрәккә ауыр булып китә. Бөлгөнлөк даръяһына ҡапмаҫ өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табырға тура килде. Дөйөм көстө туплап, тирмән төҙөп ултырттыҡ. Билмән эшләү, туҡмас киҫеү цехтары астыҡ. Иген тарттырабыҙ ҙа ондан икмәк һалып, туҡмас, билмән яһап, ҡала магазиндарына оҙатабыҙ. Шулай алыш-биреш итеп, көнбағыш майы һығыу, ҡарабойҙай ярмаһын ҡабығынан таҙартыу ҡорамалдары һатып алдыҡ. Яҡын-тирә ҡала-ауылдарҙың кибет кәштәләрендә матур итеп шешәләргә ҡойолған үҙебеҙ етештергән көнбағыш майы, ыҡсым тоҡсайҙарға һалынған үҙебеҙ үҫтергән ҡарабойҙай ярмаһы урын ала башланы. Аҡса булмаһа ла, алыш-биреш итеүҙән файҙа күреп, көрсөктән сыҡтыҡ. Эше барҙың – ашы бар, тигәндәй, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләре лә юҡһыҙлыҡтан интекмәне. Сифатлы аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп торҙоҡ», – тип ҡаршылыҡлы ваҡыттарҙы иҫкә ала етәксе.
2000 йылда колхозды ауыл хужалығы кооперативы тип үҙгәртәләр. Киҫкен заман шарттарында ауылда мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү, халыҡтың мәшғүллеген һәм табышын, агрохужалыҡтарҙың килемлелеген арттырыу өсөн был берҙән-бер дөрөҫ юл ине, ти ул. Республика кимәлендәге маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыуҙары, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән семинар-кәңәшмәләр ойоштороуҙары был алдынғы хужалыҡтың ентекле һәм етди эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.

«500 ферма» республика маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәттең ике һөтсөлөк фермаһы ла заманса йыһазландырылған. Һауыу барышы менән компьютер аша идара итәләр. Һауын мәлендә башҡорт йырҙары яңғырай, дәртле көй аҫтында һыйырҙар яҡшыраҡ эйә, тип йылмая һауынсылар. Иркен ялан кәртәләрҙә 2500 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы тоталар. Һәүкәштәрҙән көнөнә 22 литрға яҡын һөт һауып алынып, Мәләүез һөт комбинатына литры 21 һум менән оҙатыла.

Алдынғы хужалыҡ малсылыҡ менән бер рәттән үҫемлекселек, игенселек тармағында ла яҡшы күрһәткестәр яулаған. Яланда әле лә трактор тауышы тынмай. Баҫыуҙарҙы заманса «МакДон», «Челленджер» комбайндары иңләй. Бөгөн «Салауат» колхозында дүрт ауылдан 200-гә яҡын кеше эшләй. Йәштәр тыуған яҡта ҡалырға тырыша. Шуға белгестәргә ҡытлыҡ юҡ. Техника паркы ла төҙөк. Ауыл эшсәндәре йыл һайын һигеҙ меңгә яҡын гектар майҙанды эшкәртә. Бөртөклөләр дүрт мең гектарҙы биләһә, шуларҙың бер меңе ужым культуралары. Хужалыҡ 450 гектарҙа – көнбағыш, 550 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәсеп, мул уңыш йыйған. Заманса ысулдарҙы үҙҙәрендә беренселәрҙән һынаусы булараҡ та улар гел иғтибар үҙәгендә. Тупраҡты ноутилл ысулы буйынса эшкәрткән аграрийҙарҙың баҫыуында люпин культураһы гөрләп уңа.

Тотороҡло үҫеш юлын һайлаған «Салауат» колхозының башҡаларға күрһәтерлек ҡаҙаныштары, уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе байтаҡ. Бында элиталы орлоҡтар, зыянһыҙ яңы ашламалар булдырыу буйынса ла дәррәү эш алып барыла. Яңыраҡ ҡына «Салауат» колхозында үткән «Картуф яланы көнө» республика семинар-кәңәшмәһе быға асыҡ дәлил. Унда хужалыҡ картуфтың яңы сорттарын үҫтереү, орлоҡтарҙы һаҡлау серҙәре, төрлө ауырыуҙарҙы булдырмау нескәлектәре менән уртаҡлашҡан.

«Беҙҙә картуфтың алты сорты үҫә. Тәжрибә артынан Голландияға ла барып ҡайттыҡ. Картуф төрҙәрен орлоҡҡа Мәскәү, Һамар ҡалаларынан һатып алдыҡ, әммә үҙебеҙҙең орлоҡтар барыбер ҙә сифатлыраҡ», – ти Сибәғәт Ғәйнуллин.

Бында мал аҙығы орлоғо әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Заманса ферма, тоҡомло эре мал иҫәбенә тулыландырылған көтөүлек, яйға һалынған хеҙмәт шарттары – барыһы ла етештереүсәнлекте арттырыуға йүнәлтелгән. Киләсәккә ҡарап йәшәгән тармаҡ хеҙмәтсәндәре, киләһе йыл уңышын хәстәрләп, ошо көндәрҙә мал үләне орлоғон йыйыуҙы тамамлаған. 20 гектар майҙанды биләгән ҡылсыҡһыҙ күстерә орлоғо һаҡлауға һалынған. Элиталы орлоҡтар тейешле күләмдә әҙерләнгән.

«Әгәр ышанып таянырҙай хеҙмәткәрҙәрем һәр эште урынына еткереп башҡармаһа, ул хәтлем дә ғәмәлдәрҙе атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине, – ти Сибәғәт Абдулхай улы. – Уңған һәм талапсан урын­баҫарым Любовь Романова, иҫәп-хисапты теүәл алып барған баш бухгалтер Рәсимә Яковлева менән уның урынбаҫары Гөлназ Бариева, зоотехник Флүр Әхмәлетдинов, ферма мөдирҙәре Роза Садиҡова менән Илгиз Игбаев, баш агроном Денис Макеев, алдынғы бригадирҙар Николай Подякин менән Илдус Игбаев, мал табибы Артур Күсербаевтарҙың өлөшө еңел булмаған эшебеҙҙә оло әһәмиәткә эйә».
Һиҙгер йәнле, алдынғы ҡарашлы етәксе Сибәғәт Ғәйнуллиндың тырыш хеҙмәте, кешелек сифаттары, бай тәжрибәһе, оҫта ойоштороу һәләте күрһәткестәрҙә асыҡ сағыла: кооператив тотороҡло эшләй; хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә; хеҙмәткәрҙәргә социаль яҡлауҙар ҡаралған; алдынғы эшсәндәргә шифаханаларға, ял йорттарына бушлай йүнәлтмә лә бүленә. Сибәғәт Абдулхай улы ауыл хужалығы үҫешендә күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.

Әйткәндәй, етәксенең юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүендә уны оло ғәмәлдәргә дәртләндергән, ауыр минуттарында терәк була белгән хәләл ефете Нәфисә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙының да ҡатнашлығы ҙур. Йылы, мөхәббәтле ғаилә усаҡтарында баһадир йәнле ике ул үҫтергән Ғәйнуллиндар. Хәҙер үҙе өс бала атаһы Ринат «Газпром» ойошмаһында эшләй. Ә Ришаттары Ергәндә матур итеп донъя ҡорған, ике ул тәрбиәләй. Атаһының юлын дауам итеп, ауыл хужалығы тармағында үҙ эшен булдырған.

Үҙ ерен, халҡын яратҡан, сифатлы аҙыҡ-түлек етештереп, киләсәк быуындың һаулығын хәстәрләгән уҙамандың әле лә күтәренке рухы, киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәүе, кешеләргә ярҙам итергә әҙер тороуы һоҡландыра һәм уға артабан да ошо ҡеүәтле тулҡында ҡалып, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйек.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook