Аҡса иҫәп ярата

– Рафаэль Мәхмүтович, Рәсәй халҡының күпселеге финанс белеме яғынан таш быуатта ҡалған, тигән киң таралған фекергә ҡарашығыҙ нисек?
– Был фекер менєн ризалаша алмайым. Дәүер финанс мєѓлүмєтлелеге кимәленә ҙур талаптар ҡуя, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Минеңсә, кешеләрҙең, бигерәк тә йәш быуындың, был тәңгәлдәге мәғлүмәтлелеге элеккерәк ваҡыт, әйтәйек, Советтар Союзы заманы менән сағыштырғанда күпкә юғары. Ул осорҙа дәүләт үҙе үк хәстәрлек күргәнгә, йүнәлеш биргәнгә, кешегә финанс мєсьєлєлєрендє бөгөнгө кимәлдә кеүек үк үҙ аллы булыу кәрәкмәгәндер. Мәҫәлән, юғары уҡыу йортон бөткән белгес заводҡа килеп, ике-өс йыл яҡшы ғына эшләһә, бер бүлмәле фатир ала торғайны. Балаһы тыуғас, ике бүлмәлеһен, ғаилә артабан ишәйһә, өс бүлмәлеһен бирҙеләр. Хәҙер бушлай фатир юҡ, ләкин торлаҡ буйынса льготалы төрлө программалар эшләй. Кешеләрҙең байтағы уларҙың ҡулайын һайлап, мөмкинлектәрен барлап, финанс сығанағын билдәләрлек белемгә эйә. Ћуңғы осорҙа юғары уҡыу йорттары артығы менән иҡтисадсылар, менеджерҙар әҙерләне. Әлбиттә, барыһы ла һөнәре буйынса эшләмәй, ләкин алған белемдәрен улар көнитмештә иркен файҙалана.
Әлеге тормошта финанс өлкәһендә мәғлүмәтле булыу зарурлығы көн кеүек асыҡ. Тик төп финанс төшөнсәләре менән таныш кеше генә уларҙы ғәмәлдә файҙалана ала, аҡсаһын тотоу һәм һаҡлау буйынса дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә. Был табыш һәм сығым иҫәбен алып барыуға ла, бурысҡа батмайынса ғаилә бюджетын планлаштырыуға ла, ғөмүмән, аҡса менән бәйле бөтә нәмәгә ҡағыла.
Оло йәштәгеләргә финанс белеме үҙ бюджетын алып барыу, һаҡлауҙағы «маяһын» отошлораҡ итеп арттырыу, заманса финанс инструменттарынан файҙаланыу, ошо күнекмәләрен камиллаштырыу өсөн кәрәк булһа, урта йәштәгеләр тормоштарын ырыҫлы көтөү, ҡартлыҡҡа пенсия туплау өсөн мәғлүмәтле булырға тейеш. Бигерәк тә йәштәргә был тәңгәлдә ғилем мотлаҡ: егеттәр һәм ҡыҙҙарға ул аҙым һайын тиерлек талап ителә. Финанс әлифбаһын балаларға ла өйрәтеү мөһим: улар ғаиләләге аҡса ҡиммәтен белеп үҫергә тейеш.
Ғөмүмән, һеҙ аҡса менән көн дә эш итәһегеҙ: кредит алаһығыҙ (ябаһығыҙ), банкта үҙ иҫәбегеҙҙе асаһығыҙ, һалым түләйһегеҙ, ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы страховкалайһығыҙ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшәһегеҙ, тик ҡайҙа аҡсағыҙ күберәк сығыуын, ҡайҙа янға ҡалыуын иғтибарға ла алмайһығыҙ. Аҡсағыҙға үҙегеҙ идара итергә өйрәнмәһәгеҙ, мутлыҡ ҡылып, халыҡты алдарға әҙер тороусыларҙан (шул уҡ финанс пирамидаларынан) һаҡланыуы ла бик ауыр.
– Бөгөн ҡайҙа ҡарама, «тиҙ аҡса» таратыусы кооперативтар саҡырып тора, үҙҙәре үк тиерлек аҡсаны усыңа тоттороп сығарғанда, ымһынмаҫ ереңдән ымһынырһың. Күптәр, башҡа кредиттарынан ҡотолмаған килеш, йәнә бер тоҙаҡҡа эләгә...
– «Тиҙ аҡса», «Уңайлы аҡса», «Эш хаҡы алғансы биреп торабыҙ» һәм башҡа исемдәр аҫтында эшләүсе кредит кооперативтары, микрофинанслау ойошмалары миңә үҙгәртеп ҡороу башланғас, ямғырҙан һуң бәшмәктәй таралған сауҙа палаткаларын хәтерләтә. Ваҡыт үҙгәреү, закондар камиллашыу, баҙар мөнәсәбәттәре үҫешеү менән урамда һатыу юҡҡа сыҡты, заманса сауҙа үҙәктәре ҡалҡып сыҡты. Финанс өлкәһендәге закондар аҙағынаса эшләнеп бөткәс, аҡса һатыусы кооперативтарҙың да эшендә үҙгәреш буласаҡ, әлбиттә.
Улар әле кешеләрҙе аҡсаны анһат (бер-ике документ күсермәһен ҡалдырып) ҡына биреүҙәре менән ҡыҙыҡтыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бурыстарын нисә тапҡыр арттырып ҡайтарасағын төшөнөп етмәй. Айына 10 процент түләргә тиҙәр икән, ул йылына 120 процент була. Тимәк, 1000 һум алһағыҙ, йылына уға өҫтәп 1200 бирергә тейешһегеҙ. Көнөнә 1 процент иһә – йылына 365 процент тигән һүҙ. Сағыштырыу өсөн иҫегеҙгә төшөрәм: бөгөн банктарҙа кредит йылына яҡынса 14-22 процент менән бирелә.
– Нисек уйлайһығыҙ: халыҡтың йыш ҡына аҡса мәсьәләһендә аяуһыҙ отолоуына уның мәғлүмәтһеҙлеге генә түгел, артыҡ ышаныусанлығы, хатта бер ҡатлылығы ла сәбәпсеме икән? Юғиһә, мөғжизә көткән сабыйҙай, ҡайһы берәүҙәрҙең финанс пирамидаларына ышаныуын нисек аңлатырға?
– Рәхәт генә байыу теләге, ҡомар әйҙәйҙер әҙәм балаһын. Елгә осҡан аҡсаһы еңел килгән, артып барған булһа, ярай ҙа, тиһең. Ә ғаиләһенең ауыҙынан өҙөп әрәм итә икән, был аҙымы – ҙур хата ғына түгел, аҡылһыҙлыҡ.
Шуларҙы уйлайым да һуғыштан һуңғы быуындың – әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең аҡсаға нисек һаҡсыл булыуын иҫкә төшөрәм. Аҡсаға ғына түгел, ризыҡҡа, кейемгә, бәләкәй генә донъя малына һаҡсыл ҡарашы аслыҡты, яланғаслыҡты үткәреүҙәренән булғандыр. Ләкин халҡыбыҙ бер ҡасан да булғанды самаһыҙ исраф итеп, әләф-тәләф тотоноп йәшәмәгән. Ата-бабаларыбыҙҙың тәбиғәткә ҡәҙерле ҡарашы донъя көтөүгә лә күскән. «Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл», «Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ», «Алырыңдан алда биререңде уйла» – ошо һәм башҡа бик күп алтын әйтемдәр бөгөн әһәмиәтен юғалтҡанмы ни? Һис кенә лә юҡ. Ләкин ҡулланыу баҙары көнө-төнө «теге әйберҙе ал, быны ал» тип ҡыҙыҡтырып, матур йәшәргә саҡырып торғанда, әҙәм, нәфсене ауыҙлыҡлау хаҡында онотоп, ҡапҡанға ҡабыуын һиҙмәй ҙә ҡала.
– Ошондай хәлгә ҡалмаҫ өсөн финанс белемен күтәрергә теләгән уҡыусыларыбыҙға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Тәүге кәңәшем – юғарыла һөйләп үткән әсәй-өләсәйҙәребеҙҙәге һаҡсыллыҡты үҙҙәрендә булдырыу. Юҡты бар итеп, һаҡсыл тотоноуҙары ярҙамында улар ауыр заманда ғаиләһен иҫән иткән бит. Һәр ҡатын-ҡыҙ ғаилә бюджетын оҫта алып барған иҡтисадсы булырға тейеш, тип уйлайым.
Икенсенән, финанс белемен күтәреү өҫтөндә эшләү мөһим, төрлө курстар, семинарҙар, тренингтарға йөрөп алығыҙ. Уларҙа бөтә керем-сығымдарҙы күҙҙә тотоп, ғаилә бюджетын дөрөҫ алып барырға, фатир, машина кеүек ҙур нәмәләр алыу өсөн финанс планы төҙөргә генә өйрәтеп ҡалмайҙар, банк тәҡдим иткән кредиттар, депозиттар, улар буйынса проценттарҙың нимәнән ғибәрәт булыуын, кредит карталарын тотонған өсөн күпме аҡса алыныуын аңлаталар һәм башҡа бик күп файҙалы мәғлүмәттәр бирәләр. Закондарҙы өйрәнеү мөһим – финанс мәғлүмәтлелеге хоҡуҡи белем менән үрелеп бара.
Оло йәштәгеләр өсөн халыҡ университеттарында финанс курстары уңышлы эшләй. Уларҙа һаҡлауға һалынған аҡсаны арттырыу ысулдары менән таныштыралар, бөгөнгө иҡтисади хәлдән сығып фекер йөрөтөргә өйрәтәләр. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында иһә Финанс белеме көндәре, уйын рәүешендәге саралар уҙғарыла. Йәштәр, минеңсә, финанс ғилеменең киләсәк, бөгөнгө өсөн мөһимлеген аңлап, үҙҙәре үк уны арттырырға ынтылып тора.
Ә махсус курстарға, семинарҙарға йөрөргә мөмкинлеге булмаған хужабикәләргә ныҡышмалы рәүештә үҙ аллы белем алырға кәңәш итер инем. «Ғаилә бюджеты», «Шәхси бюджет», «Финанстар» тигән журналдарҙы, ошо юҫыҡтағы бүтән ваҡытлы матбуғатты өйрәнегеҙ. Машинала китеп барғанда күңелле көй генә түгел, Бизнес-FM радиоһын да тыңлағыҙ, аш-һыу әҙерләгәндә сериалдар түгел, иҡтисади, аналитик тапшырыуҙар ҡарағыҙ. Мотлаҡ донъя, ил яңылыҡтары менән танышып барығыҙ. Бөгөн нефть барреле күпме тора, доллар, евро ниндәй кимәлдә, инфляция проценты ни саҡлы – барыһын да иғтибарға алығыҙ.
– Рафаэль Мәхмүтович, ябай ҡатын-ҡыҙға нефть барреленең күпме тороуын белеү ни өсөн кәрәк һуң?
– Нефть хаҡы – донъя иҡтисады торошоноң сағыу күрһәткесе. Ҡара алтын һатыусы ил булараҡ, уның хаҡы төшөүе Рәсәй иҡтисадына кире йоғонто яһай, һумдың арзанайыуына, инфляция үҫеүгә, хаҡтар күтәрелеүенә килтерә. Нефть ҡиммәтләнеүе иһә тотороҡлолоҡто нығыта. Быларҙың барыһын да белһәгеҙ, ҡасан билде биштән быуырға, ҡасан ҡыйбатлы әйбер алырға тип аптырап тормаясаҡһығыҙ. Элек ҡолағығыҙға салынмаған ошо һәм шуға рәүеш мәғлүмәттәр тиҙҙән һеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр, ниндәй ваҡиғаларҙың теге йәки был эшмәкәрлек өлкәһенә, мөһим финанс күрһәткестәренә нисек йоғонто яһауын төшөнә башларһығыҙ. Шулар нигеҙендә үҙегеҙ һығымта яһарға өйрәнерһегеҙ. Ә мәғлүмәтле кешене алдау мөмкин түгел.
Ғаиләнең финанс тотороҡлоғона өлгәшеү өсөн, ай һайын ингән аҡсаның, мөмкинлеккә ҡарап, 50 процентҡа тиклемен тотонмайынса, һаҡлауға һала барығыҙ.
Аҡсаға бәйле ҡарарҙарҙы ете ҡат үлсәп ҡабул итегеҙ, был һеҙҙе бурыс упҡынына батыуҙан һаҡлар. Ҡәтғи баҙар шарттары тантана иткән бөгөнгө көндә үҙегеҙ ҡабул иткән ҡарарҙар өсөн бары үҙегеҙ яуаплы.
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: донъялағы ваҡиғалар илебеҙҙәге хәлгә, беҙ йәшәгән төбәктең тормошона туранан-тура йоғонто яһай. Тимәк, һеҙҙең көнитмешкә лә ҡағыла. Ә тормош ҡотон һаҡлаусы хужабикә уңған булыу өҫтөнә финанс яҡлап мәғлүмәтле лә икән, ғаиләһенә бер ниндәй көрсөк тә ҡурҡыныс түгел.
Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.
Теги: