Икмәгендә– ҡулдарының ҡото

...Әлшәй район үҙәге Раевка ауылына ингән юл сатында «Зариф» икмәк йорто әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. «Зариф» икмәген бер тәмләгән кеше бында туҡтамай үтмәй. Күптәр Раевкаға махсус боролоп керә. Бигерәк тә ял көндәрендә ҙур сират теҙелеп китә: һәр кем көтөп торған ҡәҙерле кешеләрен мейестән саҡ сыҡҡан икмәк менән ҡыуандырырға тырыша.

Бер мәл икмәкхана эше менән танышырға килгән юғары ҡунаҡ уға ошондай һорау бирә: «Башҡалар ҙа икмәктәрен шул уҡ он, ҡәҙимге һыуҙан һала. Һеҙҙең ризыҡ ни эшләп шул тиклем уңа? Бүтәндәр белмәгән серегеҙ бармы әллә?» Хужа, һис йәшермәйенсә, ҡунаҡты цехтар буйлап алып китә һәм ҙур мискәләрҙә бызырҙап ултырған әсеткегә күрһәтә:
– Бөтөн серебеҙ ошонда. Беҙ икмәкте боронғоса, өләсәйҙәр рецебы буйынса – ҡомалаҡтан яһалған әсетке ҡушып бешерәбеҙ. Шуға ла ул тәмле, мамыҡтай йомшаҡ булып күпереп тора, боҙолмайынса оҙаҡ һаҡлана, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ҙур.
Был үтә лә тыйнаҡ кеше ҡамырҙы тын алышынан, еҫенән тойоуын, юғары оҫталыҡҡа һынауҙар, эҙләнеүҙәр аша килеүен, ун дүрт йыл элек мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән еренән икмәк бешерә башлағандағы ауырлыҡтарын һөйләүҙе кәрәк тип тапмай. Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен мәктәпкә арнаған абруйлы мөғәллимде ҡырҡ биште уҙғас һөнәрен алмаштырырға нимә мәжбүр иткән икән?
...Ул бәләкәйҙән спортсы булып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә хыяллана. Хыялы Стәрлетамаҡ физик тәрбиә техникумына, артабан Ырымбур педагогия институтына илтә. Еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат, марафонсы, киң һулышлы йүгерек Зариповтың уйҙарына яҙмыш төҙәтмә индерә – ғаилә ҡорғас, егет тыуған яғына ҡайта. «Чемпиондар тәрбиәләрмен!» – тигән ниәте лә аҡланмай, эшен бик яратһа ла, санаторий мәктәбендә спорт йондоҙҙары үҫтереү мөмкинлеге юҡ кимәлдә. Тик күңелгә тынғылыҡ бирмәгән, гел үргә, үҙен иҫбатларға, ҡат-ҡат һынарға әйҙәгән еңеү ҡомарын нисек баҫырға?!
– Шул заман донъялар сыуалып китеп, үҙгәртеп ҡороуҙар башланыуы минең өсөн ҙур этәргес булды. Шафран мәктәбенең аш йортон арендаға алып, икмәк бешерергә тотондом.

– Ҡара әле, бынау машинанан алған күмәс шул тиклем тәмле!
– Эйе шул. Гел ошонда килергә кәрәк икән!
Башымды күтәреп күҙ һалһам, яныбыҙҙа һыу буйындай сират баҫҡан. Шул мәлдә мин үҙемде күктең етенсе ҡатындағылай бәхетле тойҙом!
...Был татлы хистәрҙе татыр өсөн Зариповҡа ике йыл баш күтәрмәй эшләргә тура килә: «Ул саҡта уҡытыусының хеҙмәт хаҡы ике мең һум самаһы ине. Айына шул хәтлем аҡса инһә, ҡәнәғәтмен – он һатып алырға етә». Тәүге йылдарҙа яңы эшкә бөтә ғаилә көсөн һала. Мәктәптә уҡып йөрөүсе улдары Азамат менән Айрат, аталарының сауҙа итеүҙән оялыуын күреп, йыш ҡына икмәк һатырға үҙҙәре сыға. Ҡатыны, Шафран урта мәктәбендә директор вазифаһын башҡарыусы Эльмира Бәхтигәрәй ҡыҙы, кистәрен икмәк йортонда иҙән йыуырға килә.
Ир кешенең көслө затҡа хас булмаған шөғөлгә тотоноуына сәйерһенеп ҡараусылар ҙа була, әлбиттә. Ләкин бер кеше уның ниәте тормошҡа ашасағына тамсы ла шикләнмәй – хәләл ефете Эльмира. «Сөнки Ринаттың ниндәй эш башлаһа ла, камиллыҡҡа өлгәшмәйенсә туҡтамауын беләм. Был уның һәр ғәмәлендә, донъя көтөүендә лә сағыла. Уҡытҡанда балалары ярыштарҙа алдынғы булды. Ә ул баҡҡан баҡсаны күреп, үҙен «Мичурин» тип йөрөттөләр. Берәү ҙә үҫтермәгән, һыуыҡҡа сыҙамлы йөҙөм үрсетһенме, ҡурай еләгенең алын ғына түгел, ағын, һарыһын, көрәнен әллә ҡайҙан табып, яңы алым менән ултыртһынмы, ул ваҡытта бер кемдә лә булмаған компьютер алып ҡайтып, улдарыбыҙ менән мәж килһенме – ғүмерҙең һәр осоронда тормошҡа ижади ҡараны. Икмәк бешереү ҙә уның өсөн кәсеп түгел – ысын-ысындан ижад», – ти иренең бөгөнгө танылыуға килтергән һәр аҙымын дәртләндереп тороусы ҡатын.

Әле икмәкхана бәләкәй мәктәп ашханаһында түгел, мөһабәттәй ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Цехтар абруйлы күргәҙмәләрҙә һайлап алынған заманса сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Дүрт сменала һикһән кеше эшләп, көнөнә ике ярым тонна ризыҡ етештерә. Икмәк-күмәстең егермеләгән төрөнән тыш, ҡамыр аштары ғына ла – урама, бәлештәр, бәрәмәс, ҡабырсаҡ һәм башҡалар – илленән ашып китә. «Ошонда уҡ бәләкәй сәйхана асырға, милли ризығыбыҙ – көлсә бешерергә теләйем. Ҙур бинаны сафҡа индергәс, икенсе һулышым асылғандай булды, яңы хыялдар менән янып йәшәй башланым. Ләкин етештереү мөмкинлектәрен киңәйтеү маҡсаты – өҫтәмә табыш алыу түгел, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Сөнки әле бешергәнебеҙ етмәй ҡала.
Ә нәфсегә килгәндә, уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһына һис тә күп кәрәкмәй. Ҡулға аҡса керә башлағас, яҡшы машина алғанда ла әллә ни ҙур ҡыуаныс кисермәнем – ултырып йөрөй торған тимер ат бит инде ул. Ярты донъяны гиҙҙем – ҡабат ул илдәргә тартмай ҙа. Минең өсөн бәхет – тыуған еребеҙҙә йәнеңә кинәнес алып эшләп, хеҙмәтең менән башҡаларҙы ҡыуандырып йәшәү», – ти изге ризығыбыҙҙы бешереүҙе сәнғәт кимәленә күтәргән ижадсы Ринат Мөхәмәтғариф улы.
«Әгәр илдә оҫта икмәк бешереүсе юҡ икән, халыҡ хуш еҫле икмәк тәмен белмәйәсәк», – тигән боронғо бер аҡыл эйәһе. Һәр ҡабымы шифа ризыҡ менән халҡын һыйлаусы оҫтаға илһамлы асыштар теләйек!
Альмира Кирәева.
Әлшәй районы.
Әлшәй районы.
Теги: