Тик мөхәббәт кенә йәшәтә

Ирмен тигән ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти. Баҡһаң, нәҡ ҡыйғыр бөркөттәй ир аҫылдары саф мәңгелек мөхәббәткә һәләтле икән. Нәҡ ҡаһарман йөрәкле ир-егеттәр үҙенең һөйөүе тураһында үлемһеҙ шиғырҙар ижад итә, китаптар яҙа, хис-тойғоларын йырҙарға һала. Миҫалға «Сибай кантон» йыры. Сибай кантон да һөйгәне Фатимаға булған мөхәббәтен мәңгелек моңға, халыҡ хәтерендә йәшәр йырға һалып ҡалдыра бит.
Советтар Союзы Геройы, ҡанатлы бәһлеүән, летчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың да, баҡһаң, йөрәк түрендә мәңге һүнмәҫ, һүрелмәҫ ҡайнар мөхәббәт йәшәй икән.

Ун туғыҙ йәшлек хәрби летчиктың һөйгән ҡыҙы Маһираға булған ялҡынлы хистәре, ҡайнар мөхәббәте «Еңел ҡанатлы күгәрсенкәйем» әҙәби-документаль әҫәрендә сағылыш таба. Китапта мөхәббәт һєм һуғыш темаһы йәнәш бара. Ҡотдос Латиповтың У-2 самолетында осҡандағы тәүге аҙымдары тасуирлана. Бында йәш яугирҙың дошмандарға булған көслө нәфрәте, үҙенең ата-әсәһенә, тыуған еренә, иленә, туғандарына, яҡташтарына, бергә хеҙмәт иткән дуҫтарына булған һөйөүе сағыла. Автор әҫәрендә: «Ысын, ҙур мөхәббәт хакимлыҡ итә Ерҙә. Һуғышта ла бит беҙ Мөхәббәтте һаҡланыҡ!»– тип яҙа.
Ҡотдос Латипов У-2, ИЛ-2 самолеттарында ике йөҙ утыҙ тапҡыр һауаға күтәрелә: егерме ике танкыны көл итә, беҙҙең ғәскәргә туҡтауһыҙ үлем уты сәскән утыҙлаған орудиеның, ҡорал һаҡланған өс келәттең көлөн күккә осора, ҡырҡлаған автомашинаны, хәрби ҡорал тейәлгән ике эшелонды юҡ итә, биш дошман самолетын бәреп төшөрә, дошмандың дүрт йөҙ иллеләп һалдат һәм офицерын ҡырып һала. Илебеҙ дошмандарына сикһеҙ нәфрәт һаҡлаған штурмовиктың саҡматаштай йөрәгендә наҙлы хистәргә урын барҙыр тип кем уйлаһын! Баҡһаң, ул һөйөү менән мөлдөрәмә тулы икән! Самолетына бомбалар тейәп, һауаға күтәрелгәндә, Ҡотдос батыр һөйгән ҡыҙы Маһира бүләк иткән сигеүле ҡулъяулыҡты гел түш кеҫәһендә, йөрәге тәңгәлендә йөрөтә һәм ниндәй генә ауыр хәлдәргә дусар булмаһын, һөйгәненә булған ҡайнар мөхәббәте уны ергә имен алып ҡайта.

... Ҡотдос менән Маһира бер класта, бер парта артында ултырып уҡый. Уларҙың балалыҡ дуҫлығы һуңынан ғүмерлек мөхәббәткә әүерелә.
Физик яҡтан көслө, тәбиғәттән батыр йөрәкле, ҡыйыу булып үҫеп килгән Ҡотдосто үҫмер сағынан зәңгәр күк, икһеҙ-сикһеҙ йыһан киңлеге үҙенә тарта. Педучилище тамамлап, математиканан уҡытып йөрөгән йәш егет аэроклубҡа йөрөй башлай. Ә һуғыш башланыр алдынан осоусыларҙың хәрби авиация мәктәбен тамамлай. Яңы ун һигеҙе тулған егетте һуғышҡа алалар. Хәрби летчик һуңғы осрашыу ваҡытында һөйгәненән уйынлы-ысынлы һорай:
– Һуғышта мине үлтерһәләр, һин ни эшләрһең?
Маһира уға етди яуап бирә:
– Йөрәгем һиҙә, һинең ғүмерең бик оҙон буласаҡ. Фронттан батыр булып, еңеүсе булып ҡайтырһың һәм һаулыҡ-сәләмәтлектә ҡартайғансы бәхетле йәшәрһең. Бәлки, мин алдан үлермен, уны кем белә?

Маһираның юрауҙары юш килә. Аҙым һайын үлем һағалап торған һауа һуғышынан ниндәйҙер ҡөҙрәт менән Ҡотдос батыр һәр саҡ иҫән ҡайта. Уға партизандар менән бәйләнеш булдырыр, икенсе частарға мөһим мәғлүмәттәр тапшырыр өсөн «күгәрсенкәй»гә илле тапҡыр һауаға күтәрелергә тура килә. Йыш ҡына разведкаға ла ебәрәләр. Еңел ҡанатлы осҡосо менән уға зенит артиллерияһының уты аҫтында ҡалырға ла, сараһыҙҙан самолетын ергә ултыртырға ла тура килә. Бер шулай һөжүм итеүсе частың вәкилен фронт штабына илтеп ҡайтып барғанда, ул немецтарҙың дәһшәтле ике «Мессершмитт-109» осҡосоноң ҡамауына эләгә. Осоу уҡсы-бомбардирһыҙ булғанлыҡтан, уға бер генә юл ҡала: самолетты берсә аҫҡа ташлап, берсә өҫкә күтәреп, берсә уңға, берсә һулға тайпылтып, үҙенә тоҫҡап атылған пулемет утынан ҡотолоу. Оҫта пилот, тапҡырлығы, ҡыйыулығы арҡаһында «дошман утынан» ялтанып, эҙен йәшерергә тырыша. Шул саҡта күктә беҙҙең истребителдәр пәйҙә була, «күгәрсенкәй» артынан ҡыуып, һиҙгерлеген юғалтҡан дошман самолеттарын берәм-берәм атып төшөрә. Төрлө төҫтәге уттар сәсрәтеп, селпәрәмә килгән «мессер»ҙарға ҡарап, Ҡотдос яҙмышына рәхмәттәр әйтә. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, ҡотолоп ҡалды бит. «Күгәрсенкәй»ен имен-аман алып ҡайтып, аэродромға ултыртҡас та йөрәге тыныслана алмай уның. Төрлө хәүеф-хәтәрҙәргә осрауы бәйнә-бәйнә иҫенә төшә. Элегерәк тә, бөттөм, көл-күмергә әйләндем, тигән саҡтарында уны ниндәйҙер илаһи көс һаҡлап ҡала килә. Аллаһы Тәғәлә уны үҙе һаҡлайҙыр, атаһы Ҡәниф яҙҙырып биргән бетеүҙе лә ул инесендә йөрөтә бит. Әсәһе лә осоусы улына доғалар уҡып, фатихаһын биреп ҡалған. Һөйгән ҡыҙы Маһира ла оҙон ғүмер юрап, өҙөлөп көтә бит уны. Йәш егеттең күңелендә Йыһандар хужаһына, яҡындарына рәхмәт хистәре уяна. Ул тыуған илен, туѓандарын яҡлап, алдында торған мөҡәддәс бурысты тайпылышһыҙ үтәйәсәк. Совет яугирҙары фашистарға Ер шарында геноцид урынлаштырырға юл ҡуй­маҫ. Һау ҡалырға һәм дошманды мөмкин тиклем күбе­рәк ҡырырға! Ауыл мәктәбендә балалар уҡытып йөрө­гән һөйгән ҡыҙына яҙған бер хатында ошондай юлдар бар:
«Теге саҡта оҙон ғүмер юрауыңа ышандым. Бигерәк ихлас әйттең. Һауаға күтәрелгән һайын барлыҡ тырышлығымды, белемемде, оҫталығымды һалам. Мин дошманды ҡыйратырға һәм тере ҡалырға тейешмен. Иптәштәремдең осҡандағы хаталарын ҡабатламаҫҡа тырышам, математик булыуым да ярҙам итә, «күгәрсенкәй»ҙең бөтә мөмкинлеген файҙаланам. Юғары көстәрҙән дә ярҙам һорайым. Теләктәремдең ҡабул булырына ышанам. Беҙ изге юлда: илебеҙҙе сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлайбыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙе ҡоллоҡтан азат итәбеҙ. Һеҙҙең изге теләктәрегеҙ, һинең мөхәббәтең, Маһирам, яуыз дошманды ҡыйратҡанда миңә көс бирә. Һин һәр саҡ минең уйымда, йөрәгемдә, йәнемдә. Берҙән-берем, Маһирам, бөтә донъяға оран һалам, яратам һине, өҙөлөп яратам, яратам! Донъяла һөйгәнен минең һымаҡ өҙөлөп яратҡан башҡа кеше юҡтыр ҙа ул. Һине ҡайнар ҡосаҡлайым, наҙлап үбәм. Үҙеңде, әсәйемде һаҡла. Ҡотдосоң».

Маһираның яуабы ла таш йөрәктәрҙе иретерлек:
«Бел, һин минең өсөн бөтәһе лә. Һине генә уйлап йәшәйем. Беҙ, минең уҡыусыларым, ауыл кешеләре, ата-әсәйеңдәр, һине бик яратабыҙ. Еңеү менән ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Үҙеңде һаҡла, ҡәҙерлем. Маһираң».

Яу ҡырында летчик-штурмовик йәшәйеш, мөхәббәт тураһында йыш уйлана. Ни өсөн ергә килгәнбеҙ, тигән һорауға ул:
– Яратыр өсөн! – тип яуап бирә. – Ошондай дәһшәтле һуғышта кеше булып ҡалыу, кешелек сифаттарыңды һаҡлау өсөн дә ихлас яратыу, тыуған илеңә, иптәштәреңә ышаныс һәм һөйөү, ҡыйыулыҡ, мөмкин булғандың барыһын эшләү, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү кәрәк.
Полк командиры Н.Д.Хомутов уның тураһында: «Ҡотдос һуғышта иптәштәрен бәләнән ҡотҡарыр өсөн ғүмерен бирергә әҙер ине», – ти. 1942 йылда сержант Латипов яҡын дуҫына әүерелгән «күгәрсенкәй»ендє күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән б∆лєклєнє. Егеттең хыялы – дошмандарҙың ҡотон алған хәрби ИЛ-2 самолетында осоу. Тиҙҙән летчиктың был теләге тормошҡа аша. Подполковник Роман Андреевич Чистов уны саҡырып алып:
– Дошманды нығыраҡ ҡыйратһын өсөн, һиңә тағы ла дәһшәтлерәк ҡорал бирергә булдыҡ, – ти. – Һине Ижевскиға ИЛ-2 самолетында осоу өсөн штурмовиктар әҙерләү курсына ебәрәбеҙ.

1943 йылдың февралендә ул үҙе хеҙмәт иткән эскадрильяға әйләнеп ҡайта. Әҙерлек курсын «отлично»ға тамамлаған егерме йәшлек башҡорт егетен «күгәрсенкәй»енән «ыласын»ға, йәғни ИЛ-2 самолетына, ултырталар. Ялында летчик егет туғандарын, һөйгәнен ҡайтып күрергә форсат таба. Автор Маһира менән булған осрашыуын, бер-береһен өҙөлөп яратҡан егет менән ҡыҙҙың ҡайнар мөхәббәтен ентекләп тасуирлай. Яуҙа сынығып, күп тапҡыр үлемдән ялтанып ҡалған егеттең ҡайнар мөхәббәте икһеҙ-сикһеҙ. Әммә аҡыллы ҡыҙҙың тыйнаҡлығы, тотанаҡлығы уларҙы ваҡытынан алда ашығып ҡауышыуҙан һаҡлап ҡала. Был егеттең мөхәббәтен тағы көсәйтә. Бынан ары улар тик бер-береһе өсөн генә йәшәйәсәк. Ҡайнар мөхәббәт уларҙы үҙе әжәл тырнаҡтарынан йолоп ҡаласаҡ.

ИЛ-2 самолетына күсеп ултырғас, үҙен оҫта осоусы итеп танытып өлгөргән Ҡотдосто Волхов фронтынан алып, икенсе йүнәлешкә күсерәләр. Өлкән летчик, звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары булып, Украин фронттарында һуғыша. Молдавияны азат иткән һуғыштарҙа, Яссы-Кишинев операцияһында ҡатнаша. ИЛ-2 самолетында ул 180 хәрби осош яһай, һәр саҡ ҙур батырлыҡтар күрһәтеп, яу ҡырынан имен ҡайта. Иптәштәре:
– Һин күлдәктә тыуғанһың. Һине Аллаһ үҙе һаҡлай, – тиҙәр уға.
– Мине Маһирамдың ҡайнар мөхәб­бәте һаҡлай, – ти егет.
Ике йөрәк хат аша серләшеүен дауам итә.
«Минең ҡәҙерлем, һөйөклөм, Маһирам, һинең хатыңды уҡығас, баш осондағы ҡараңғы болоттар таралғандай, балҡып ҡояш сыҡҡандай булды. Һеҙ көс биреп, дәртләндереп тормаһағыҙ, мин әлегеләй ҡыйыу һуғыша, уңышлы була алмаҫ инем. Мөхәббәт мине батырлыҡҡа әйҙәй, ҡыйыулыҡ өҫтәй. Рәхмәт, йәнем. Ҡотдосоң».
Туҡһанын артылған яугирҙың бирелеп китеп йәшлек мөхәббәтен тасуирлауын уҡығандан һуң мөхәббәттең ниндәй илаһи ҡөҙрәткә эйә, мөғжизәләр тыуҙыра алырға һәләтле икәненә, ниндәй генә йәштә булмаһын, ерҙә кешене мөхәббәт йәшәтеүенә инанаһың. Ниндәй генә бөйөк шәхес йәки шөһрәт эйәһе булмаһын, Кешене Кеше иткән, бөйөк иткән, ҡанатлы иткән, ҡөҙрәтле иткән ул – Мөхәббәт.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook