ШАУ СӘСКӘЛЕ ДОНЪЯ ТӨҘӨЙӨК

«Ҡыҙ күңеле менән күркәм; йыр – сазы менән, ҡыҙ – наҙы менән; һылыулыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк; матурлыҡ – күҙ өсөн, аҡыллылыҡ – күңел өсөн; килен – килбәтле, һүҙе шәрбәтле булһын» тигән мәҡәлдәрҙә халыҡ аҡылының гүзәл затҡа ҡуйған талаптары асыҡ сағыла.
Ҡатын кеше асылда зирәклеге менән ваҡиғалар, хәрәкәт, хәл-торош яҫылығын күҙаллаусы, ә ир аҫылы уны ғәмәлгә ашырыусы. Боронғо яҙмалар буйынса ҡатын-ҡыҙҙың уй көсө ир-аттыҡынан алты тапҡырға көслөрәк. Күренмәгән донъяны төҙөү һәләте иҫ киткес юғары! Шуға ла теләге, доғалары, хыялдары тиҙ генә бойомға аша. Элек-электән уның уй ҡөҙрәтен белгәнгә күрә, менталь көсө менән донъяны зил-зибәр килтермәһен өсөн, ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлағандар, яҡлағандар. Шуға ла ошо ҡөҙрәт йырылып икенсе йүнәлешкә китеп, бәлә-ҡаза тыуҙырып ҡуймаһын өсөн, моғайын, халҡыбыҙҙа «ҡыҙҙы ҡырҡ ерҙән тый» тип туҡып ҡына торғандарҙыр. Йыш ҡына был энергияны тыйып, биктә, һаҡта тотоу ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең генә хәленән килмәй. Шуға ла эргәһендә һәр ваҡыт энергияһын кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтеп тороусы аҡыллы ир кәрәк. Бына ҡайҙа ул «алтын башлы ҡатындан баҡыр башлы ир артыҡ» мәҡәленең аҫыл асылы! Ә ир аҡылы ҡатын-ҡыҙҙыҡынан алты тапҡырға күберәк икәнлеге билдәле. Ҡатын-ҡыҙ көсһөҙ зат һаналһа ла, ул ир-аттан бер ҙә ҡайтыш та, кәм дә түгел. Айырма бары беҙҙең төрлөлөктә. Ә ул үҙенсәлек, моғайын, беҙгә яртышарҙарҙан бөтөн булып, бәхетле, тиң йәшәр өсөн бирелгәндер.
Бәхәскә инмәй, аҡыллы тигән затҡа буйһоноп, баш һалып, уға тиң иш булып йәшәүҙәргә ни етә?! Ысынбарлығыбыҙҙы үҙебеҙ күҙаллау көсөнә эйәбеҙ икән, ниңә ошо ҡөҙрәтте матур, яҡты, күркәм донъя төҙөүгә йүнәлтмәҫкә? Яҡшыраҡ, бәхетлерәк йәшәү өсөн тырышмаҫҡа? Бары тик яҡты уйҙар, киләсәккә изге ниәттәр, мәртәбәле теләктәр йөҙөбөҙҙө балҡытһын! Ныҡ, көслө булайыҡ, ҡөҙрәтте донъяны матур төҙөүгә бағышлап, бәхетле тормош ҡорайыҡ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: