Шәжәрә – үҙ-үҙеңде аңлауға тәҙрә

Шәжәрә – үҙ-үҙеңде аңлауға тәҙрә Ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрҙәре ябай ғына кеүек: үҙенең бәләкәй генә донъяһындағы тыныслыҡ, тәртип, таҙалыҡты ҙур яуаплылыҡ менән тота ул. Яҡындарының күңел торошон көйләй, һәр кеменә үҙенсә юл табып, көс бирә, дәрт, сәмен һала. Көсһөҙ тип билдәләнһә лә, унанда һөйкөмлөрәк, сабырыраҡ, аҡыллыраҡ, мәрхәмәтлерәк зат бар микән донъяла тип һоҡланып ҡуяһың, тормош юлында осраған уңған да, сая ла, булдыҡлы ла ханымдарға ҡарап.

Кешенең йөҙөн балҡытҡан ябай ғына матур бер сифаты ла, донъяны яҡтыртып, күңелде нурландырып ебәреүсән. Өйөндә генә түгел, тормошонда һәр әйбере, һәр уйы тәртиптә тыйнаҡ ҡатындар илһамландыра беҙҙе. Бөтөнлөк, сабыр аҡыл менән арбай улар. Ошо халәткә өлгәшеү ҙә бит туҡтауһыҙ үҙ-үҙең өҫтөндә эшләү, ыңғай, бәхет килтергән тулҡынға көйләү, төшөнкө уйҙарҙан арыныу, үпкә, көйөнөү, бошоноу, көнсөллөк тойғоларынан күңелде таҙа тотоу һөҙөмтәһе. Һәр яңы тыуған көнгә ҡыуанып, булғанына шөкөр итә белеү ғәҙәткә ингәндә киләлер был ҡаҙаныш. Әйләнә-тирәләгеләргә ярҙамға мохтаж ваҡыттарында ихластан Аллаһ ризалығы өсөн изгелектәр ҡылғанда яҡтыралыр күңел күге. Был беҙҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, донъяуи бурысы. Рухи тамырҙар нәҫелгә, затҡа, үҙең биргән емештәрҙән тармаҡланып китеүсе киләсәк быуынға ниндәй ҡеүәт өҫтәүен күптәр белеп, үҙ тарихы, ырыуында танылған билдәле, көслө, абруйлы шәхестәр менән ҡыҙыҡһына. Балаларын уларҙың миҫалында тәрбиәләй.

Элек-электән һәр башҡортҡа үҙенең ете быуынына тиклем шәжәрәһен төҙөргә тейешлеге изге һаналған, нәҫел сылбыры быуындан быуынға аманат итеп тапшырыла килгән. Баҡтиһәң, ошо ете быуын нәҫел ҡото, ғүмере, уңышы өсөн һаман да яуаплылыҡ тота икән.
Етенсе быуында 64 кеше һанала. Улар яҙмыш, өй, ер кеүек милек менән идара итеү бурысын алған. Алтынсы быуын 32 кешенән тора. Улар ғаилә именлеге һәм һаулыҡ өсөн яуаплы. Бишенсе быуындағы 16 ата-бабаларыбыҙҙан беҙгә тышҡы ҡиәфәт, һәләт, һөйкөмлөлөк күскән. Дүртенсе быуындағы 8 шәхес рухи берҙәмлекте ҡайғырта. Өсөнсө быуындағы 4 кеше беҙҙең бурыстарҙы билдәләй. Икенсе быуындағы 2 кеше генетик фонд: ғәҙәт һәм ҡылыҡ-рәүеште биргән. Беренсе быуында – беҙ үҙебеҙ.Киләсәккә нигеҙ беҙҙән һалына. Һау, матур, уңған, тормошто, кешеләрҙе яратҡан, уңышлы быуын ҡалдырыу – төп маҡсатыбыҙ ана шул булырға тейеш. Әлмисаҡтан шәжәрә төҙөү ир кешегә йөкмәтелгән бурыс һаналһа ла, ҡатын-ҡыҙ барыһын ҡайғыртыусы, тәртиптә тотоусы булараҡ, ошо ғәмәлдең онотолмай үтәлеүен тәьмин итә.

Ғаиләгеҙгә именлек, нәҫелегеҙгә ҡот-бәрәкәт, өй йылыһы, быуындан быуынға тапшырыла килгән сылбырҙарҙың ныҡлы, ҡеүәтле булыуын теләйбеҙ һеҙгә, журнал уҡыусыларыбыҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook