Хуш, иҫке йыл!
Яңы һәм иҫке йыл. Араларын бер нисә секунд ҡына айыра. Әммә яңы осорға кеше элекке ауырлыҡтан арынып, еңеләйеп инә. Иртәгә барыһы ла һәйбәт буласаҡ, икенсе мөмкинлектәр асыласаҡ, йондоҙҙар башҡа төрлө теҙеләсәк, тигән уйҙар өмөтләндерә, йәшәтә бит уны.Тормош барыбер алға бара. Яңыраҡ ҡына иҫем китеп кешеләрҙең шәм яҡтыһында китап уҡығанын, беҙгә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаған эштәрҙе атҡарып сығарыр өсөн бик күп яфа, ыҙалар үтеүен иҫкә төшөрөп, шөкөр итергә кәрәк, тигән ҡарарға килгәйнем.
Әлеге заман кешеһенә иң етмәгәне – ваҡыттыр. Яҡындарыбыҙға йән йылыһын өләшеү, ауыр саҡтарында иң ҡуя белеү, кәрәккәндә мөһим һүҙ әйтеү – артыҡ ҡыйын да түгел һымаҡ. Әммә туҡтап, уйланып, ваҡиғаларҙың төбөнә төшөү, тамырҙарын юллау, киләсәкте күҙаллау өсөн... ваҡыт юҡ. Шуның өсөн дә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителмәй, билдәләп ҡуйылған эштәр артҡа шылдырыла. Аҙаҡ һуң булмаһа ярай ҙа.
Иң үкендергәне, моғайын да, өҫкә ябырылып килгәндәренән иң мөһиме һайланмауылыр. Ваҡ мәшәҡәттәргә күмелеп, өлгөрөп еткән һәм хәл итеүҙе һуҙырға ярамағандарын ситкә һалыуҙа һуңынан әрнетеүе ихтимал.
Өр-яңы битте асҡанда, үкенестәрҙе лә, һағыштарҙы ла елгә елгәреп, тик ҡыуаныс, өмөт менән тулышыу хәйерле лә бит. Әммә кешенең тартып барған йөгө, үҙе теләп бушатмаһа, бер ҙә еңеләймәй шул. Һәр кем үҙе килә был ҡарарға. Һәр кемдең үҙ һынауы был Ерҙә, үҙ яҙмышы.
Әммә көслө ихтыярлылар хәҙер хөрмәттә. Улар һис бер ҡаршылыҡҡа ҡарамай алға бара һәм кешелекте үҙенең йөрәк яныуы, изге эштәре менән байыта. Шундайҙарҙың күңел ярһыуы, ышанысы, өмөтө менән беҙҙең баҫмабыҙҙың да кәсәләре тулы. Уларҙың тынмаҫ дәрте уҡыусыларыбыҙҙың һыуһынын баҫа, рухын күтәрә, йәшәүгә сәмен, көсөн арттыра. Шуға сикһеҙ ҡыуанабыҙ һәм шөкөр итәбеҙ.
Киләһе йылда ла ошо бәйләнеш өҙөлмәҫ, уҡыусыларыбыҙ менән дуҫлыҡ ептәре нығыныр, тигән өмөт ышаныс өҫтәй. Яңы йылда ла журналыбыҙ менән ҡалырға ҡарар итеп, уға яҙылып ҡуйғандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Күк йөҙө аяҙ, йортоғоҙ ҡыуаныс-шатлыҡтар менән тулы, күңелегеҙ тыныс, яҡындарығыҙ имен булһын, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Төклө аяғың менән уҙ, Яңы йыл!

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: