Ваҡытында килһен бәхет!

Ваҡытында килһен бәхет! Хужабикә ҡунаҡ саҡырһа, айырыуса бер алсаҡлыҡ менән донъяһын йыйыштыра: өй эсендәге барлыҡ әйберҙәрҙе ялтыратып йыуа-йыша, таҙалай, иҫкеләрен һепереп түгә, яңырта, ишек алдын ялт иттереп ҡуя, аш бүлмәһендә иң тәмле ризыҡтар әҙерләнә, үҙе лә өҫ-башын ҡупшылай: иң матур күлдәген кейә. Оло ваҡиға көтөү һөйөнөсө хужаларҙың йөҙөн балҡыта, сырайын аса.

Ҡунаҡ беҙҙең халыҡта айырым бер дәрәжәгә эйә. Борон-борондан саҡырылып өй тупһаһын ашатлап ингән кеше нимә әйтһә, уның теләге ҡанун рәүешендә ҡабул ителгән. Ул өй эсендә нимәне тотоп ҡарап оҡшатһа, шуны бүләк итер булған ҡунаҡсыл халҡыбыҙ. Күҙен ҡыуандырырға, һүҙен ололарға, хәтерен һаҡларға тырышҡан ата-бабаларыбыҙ ҡәҙерле кешенең.

ШОС һәм БРИКС саммиттарын Рәсәйҙең башҡа ҡалаһында йә төбәгендә түгел, ә тап Башҡортостанда үткәреүҙе хәл иткәндә, халҡыбыҙҙың ихласлығы ла күҙ уңында тотолғандыр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә халыҡ-ара ҡунаҡхана ҡалҡып сығыуынан, Өфө аэропортының яңы халыҡ-ара терминалы сафҡа индерелеүенән, саммиттар үтәсәк Конгресс-холл, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм башҡа бик күп урындарҙа төҙөкләндереү эштәре алып барылыуынан баш ҡала халҡы тарихи бер ваҡиға яҡынлашыуын асыҡ тойҙо.

Йәмле йәйҙә Өфөбөҙ, гөл-сәскәләргә күмелеп, донъя күләмендә билдәле мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Башҡортостан тәбиғәте, ҡунаҡсыл халҡы менән генә түгел, юғары даирәләрҙәге халыҡ-ара форумдарҙы үткәрерлек инфраструктуралы булыуы менән дә килеүселәрҙе хайран ҡалдырҙы. Республикабыҙ бөтөн донъя кимәлендә танылды. Ил башлыҡтары йыйылған мәртәбәле йыйындарҙа Рәсәйҙең, һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың данын һәм ҡеүәтен үҫтерәсәк, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе яйға һаласаҡ килешеүҙәргә, декларацияларға ҡул ҡуйылды, артабан бәйләнештәрҙе нығытасаҡ эштәр билдәләнде.

Көтөп алған ҡунаҡ, бәхет – ваҡытында килһен, ти беҙҙең халыҡ. Тулҡынланып көткән ваҡиға тарих биттәренә күсте. Ҡунаҡтар таралғас, ҡала бушап ҡалғандай. Өфө урамдарында бала-саға тыныслыҡ ҡошо – күгәрсендәрҙе һыйлай. Бына әсә арбала йоҡлаған сабыйы менән сәскәләрен балҡытҡан урамдарҙан атлай. Ер йөҙөндәге тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт өсөн эшләнгән изге башланғыстар, ваҡытында килер бәхет булып, илебеҙҙең билен нығытһын, таңдарыбыҙ аяҙ атһын – донъялағы барлыҡ әсәләрҙең дә теләге ошолор.
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook