Көҙҙөң сере күңелдәрҙә
Кешене сер әйҙәй. Үҙен нимә көткәнен алдараҡ белһә, йәшәүҙең ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине. Иҫәпләүҙәр буйынса, үҙ вафатының теүәл ваҡытын 2 генә процент белергә теләгән, аҙаҡ улар ҙа алдан әйтелеп ҡуйылыуына үкенес белдергән.
Балаға үҙ йәшенә тәғәйенләнгәне түгел, апай-ағайҙары уҡыған китаптар ҡыҙыҡ. Хатта уларҙы алдан уҡый башлаһа, һуңынан фәнгә ҡыҙыҡһыныуын юғалта. Баҡтиһәң, һәр белемде алыу өсөн ныҡышмалылыҡ, эҙмә-эҙлеклелек, йөрәгең аша үткәреү, хәтерҙә нығытыу кәрәк икән. Cер ҡутарып, талап, тартып ала торған нәмә түгел. Сәскә тажы кеүек асылғанын көтөү, сабырлыҡ талап ителә икән уға өлгәшеү өсөн.
Мөғжизә тигәндә, беҙ көтөлмәгәнлекте күҙ уңында тотабыҙ. Уйламағанда, ҡапыл килеп ябырылыр бәхет кеүек. Ә уның бары беҙгә билдәһеҙ, беҙҙең аңдан, күҙҙән йәшерен нәмә икәне уны сер итә.
Ошо бәхеттәлер кеше өсөн йәшәү мәғәнәһе. Йәшәй-йәшәй көтөлмәгән бәхеттәр ҙә әҙәйә төшкән һымаҡ. Аҡылың, аңың менән ҡыуанысты ла тәғәйене итеп ҡабул итергә өйрәнгәнгә лә шулайҙыр. Сабый бала шикелле ҡыуанған йә иһә ҡайғырған мәлдәрҙең ваҡытлыса ғына булыуын төшөнгәнгәлер ул бары. Барыһы үтә... Бер-бер артлы алмашынып торған миҙгелдәрҙе генә ал. Күкрәп һүнгән йәйҙәрҙе алтын көҙҙәр алмаштырып, беҙҙе яйлап ҡына һалҡын ҡыштарға индерә. Йыл мөсәлдәренең тиҙ-тиҙ үҙгәреп тороуы ла, шатлыҡты яңыртып, бәхет тойғоһон тәрәнәйтә икән. Унда ла кеше күңеле сер эҙләй, яңы миҙгелдәр уға яңы хистәр менән бәхеткә тулыштырыр кеүек.
Көҙ – ҡыштыр-ҡыштыр япраҡтар мәлендә ағастар гөлтләп тоҡанып һүнә. Был миҙгел күптәрҙе фәлсәфәүи уйҙарға һала. Үҙе бер серлелеккә сорнап, күңел ҡылдарына нескә ҡағыла. Һиллектә рәхәтлек кенә түгел, әле бер ҡасан, бер кем сисмәгән сер ҙә бар кеүек. Һәр кем күңеленә үҙенә оҡшаған япраҡты һайлай, һәр кемдең үҙ көйө, үҙ тауышы, үҙ юлы... һәм... һәр кемдең үҙ сере.
Ә шулай ҙа... Серҙе белгәндә лә, тормоштоң бөтә ҡатмарлы боролоштарын күҙ алдына килтергәндә лә, йәшәүҙе, кешеләрҙе яратыу, моғайын да, әҙәм балаһының иң ҙур ҡаһарманлығы, хикмәте, мөғжизәһе шулдыр.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: