Рәхмәтле, тимәк, рәхимле

Хәйер, уны һәр даим тоябыҙ. Яҡындарыбыҙҙың күңел йылыһы, хәстәре, хатта тик бар булыуҙары аша. Уны тәмле сәйҙән дә, хуш еҫле икмәктән дә, һыуһын ҡандырыр һыуҙан да тоябыҙ. Рәхмәтле була белеү, моғайын да, беҙҙе бар ҡылған әсәйҙәребеҙгә хөрмәттән башланалыр. Донъяға йән эйәһен тыуҙырам тип, мең тулғаҡ, мең ауыртыныу аша үтеп, уның өсөн йөрәген һурып бирергә лә йәлләмәгән Әсә бит ул! Донъяла әсәлек хистәре – иң мөҡәддәс, иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтлеһе ул. Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы ла – әсә булыуҙа. Уның йөҙөн әсә була белеүе нурлы, илаһи итә. Ҡатын-ҡыҙ – үҙе бер донъя, үҙе бер мөғжизә, мәңге асып бөтмәҫлек сер. Үҙем яратҡан әсәйем, өләсәйҙәрем, инәйҙәрем, апайҙарым, тиҫтерҙәрем, һеңлекәштәрем өлгөһөндә шуны күрәм һәм мәңге уларға һоҡланып йәшәйем. Гүзәл, нәфис, юғары рухлы шәхестәрҙең тормошон, кискән яҙмыштарын белеү тетрәндерә, ғорурлыҡ уята, рухымды нығыта. Уларҙың бар булыуына һөйөнәм, рәхмәттәр уҡыйым. Һәр береһенең йәшәүе – гүзәллек сағылышы, сабырлыҡ өлгөһө, аҡыл балҡышы.
Ғаилә, ил күрке булған ҡатын-ҡыҙға рәхмәт тойғоларын еткереү, уға булған һоҡланыуҙы белдереү донъяла рәхимлекте генә арттырыр.
Ҡәҙерлеләребеҙҙең күңел күге бойоҡмаһын, рухи шишмәләре һайыҡмаһын, бәхет ҡоштары һайрап торһон, өмөт сыраҡтары һүрелмәһен!
Ә яҙ яҙлығын итер. Хуш еҫтәрен аңҡытып, сәскәләрен балҡытып, лайыҡлы урынын биләр. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, үҙ мәле. Ошо мәлдәребеҙгә рәхмәтле булайыҡ!
Гөлназ ҠОТОЕВА
Теги: