Ләззәтен той донъяның!
Журналыбыҙҙы уҡыусы ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
Үҙ эшен бирелеп, донъяһын онотоп башҡарған кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Һушты алырлыҡ сәнғәт әҫәрҙәре тап шулай тыуалыр. Ундайҙарҙы үҙ тулҡынындағы кешеләр, тибеҙ. Мөкиббән, мауығып йәшәгәндәрҙе үҙ-үҙҙәренән сығарыуы ауыр. Рәхәт тулҡынына йолоп, йылыһына албырғатырға, хушландырырға һәләтлеләр эргәһендә күңел ирәүәнләнеп, офоҡтар яҡтырып киткәндәй. Улар тормоштоң һәр мәленең тәмен тойоп йәшәй, ҡабаланмай-ҡарһаланмай, үҙ эшен юғары оҫталыҡ менән үтәүҙе, гүйә, үҙенең төп бурысы, тәғәйенләнеше итеп алған.
Был кешеләр ғүмерендәге бәләкәй генә ваҡиға ла тотош байрамға әйләнә. Ҡояш байыуы, ай тыуыуы, таң һыҙылыуы, өйҙәге сәғәт текелдәүе, ғаилә ағзаларын бер өҫтәлгә йыясаҡ аш еҫе таралыуы, яҡындарының йән йылыһы, йылмайыулы ҡараштары, үҙенең бөгөнгө бәләкәй генә ҡаҙаныштары... Үҫтергән гөлөнөң көнгә наҙланып асҡан бәбәктәре... Тәмен тоям тип ҡапҡан алма киҫәгенең һуты бөтә тәненә шифа булып таралыуы. Битен иркәләүсе һыу тамсыларының күҙәнәктәренә йәшәү көсө биреүе... Һулаған һауаның, үпкәләрен тултырып, тынын иркенәйтеүе...
Ә хәҙер һин дә ошо тормоштан, бөгөнгө көндән ләззәт алыу тулҡынына көйлән. Той... Күңелең төпкөлөнән ағылған нескә генә моңдо той. Ғәжәп бит, һин йәшәһен өсөн ата-бабаларың ут эсенән иҫән сыҡҡан, ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы еңгән, үҙ-үҙен һаҡлау хисе, мөхәббәт, өмөт кеүек изге төшөнсәләр уларҙы ҡанатлы иткән һәм ошо еңеүҙәре арҡаһында был донъяла һин бар булғанһың. Той, арыған тәнеңә төн ҡараңғылығы ял, көс биреүен той. Кәйефеңде ҡырған, һине көсһөҙ, күрмәлекһеҙ итеп тойҙорған хистәрҙән арын. Көндән-көн һин иң тәүҙә үҙеңә оҡшай барыуыңды билдәлә. Был үҙеңдең тап ошолай итеп яратылыуыңа күнеү, тәүҙә үҙ-үҙеңде ҡабул итеү һабағын үҙләштереүең.
Үҙен яратҡан кеше тирә-яғында, үҙе йәшәгән мөхитендә тәртип булдырырға, уны матурларға, уңайлыҡтар тыуҙырырға тотона. Ҡатын-ҡыҙ булған ерҙә таҙалыҡ аша йәм, ҡот инә. Ошо йылылыҡ эргәләгеләренең күңелен бөтәйтә, донъя матур, гүзәл, барыһы ла ғәҙел, түңәрәк тигән тойғо тап әсәй, гүзәл зат аша һеңдерелә. Матурлыҡ, йылылыҡ, күҙҙе иркәләр тәртип, өй эсендә бөхтәлек тыуҙыра белмәгәндәр ҡабаланып, бер туҡтауһыҙ ярышып, сабып, үҙен ошо ләззәттән мәхрүм итеп йәшәргә мәжбүр. Ә һин ашыҡма. Үҙеңдең донъяға, кешеләргә һоҡланып ҡарай белеү һәләтеңде үҫтер. Был да һиңә күктәр тарафынан бирелгән бүләк бит. Шул һине бәхетле, ҡанатлы, илһамлы итер. Ә ошо юғары хистәрҙән бөтәйгән күңел ғаләмдә нур, ҡот, изгелек, һөйөү арттырыр. Тормоштан йәм, тәм табып йәшә, ҡәҙерлем! Ләззәтен той донъяның! Шул ваҡытта ғына ул һиңә һөйкөмлө яғы менән асылыр!

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: журнал