Ҡош бейеклегенән баҡ донъяға!

...Һауалағы бөркөт ирек, ҡеүәт билдәһе итеп ҡабул ителгән. Халыҡта ҡыйыу егеттәрҙе «бөркөттәр» тип алғышлау бар, йәреңә «бөркөтөм» тип һоҡланыу ҙа матур күренеш. Бөркөттәрҙең үҙ ҡаяһын ташламай, тоғролоҡло булыуы ла был ҡоштарға хөрмәт уята. Уларҙың кешеләргә үрнәк булырлыҡ тағы ла бер сифаты бар. Ҡырҡ йыл йәшәгәс, суҡыштары, ныҡ оҙонайып, кәкрәйә, был иһә уларға аҙыҡ табыуҙы ауырлаштыра, шулай уҡ ҡорбанын эләктереп алыуға яйһыҙланған тырнаҡтары ла уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Түшендәге ҡаурыйҙары ауырая. Ҡош һайлау алдында ҡала: ул йә йәшәргә, йә үлергә тейеш. Ҡайһы юлды һайлауҙы ошо мәлдә ул үҙе хәл итә. Бөркөт ҡаялағы ояһы эргәһенә осоп килеп, суҡышын осло таштарға бәргеләп һындыра. Уның яңынан үҫкәнен көтә. Биш ай самаһы ваҡыт үткәс, яңы үткер суҡышы менән ул тырнаҡтарын үҙе алып ташлай, ҡаурыйҙарын йолҡоп ырғыта. Йәшәүгә ынтылыш уларға тәбиғи кимәлдә һалынғандыр, әлбиттә. Шулай ҙа ҡыйғыр бөркөттөң артабан тере ҡалыу өсөн үткәненән арыныуы, ни хәтлем ҡаты ауыртыныу алып килмәһен, уның артында йәшәү барлығын белеү, моғайын да, уны еңергә ярҙам итә.
Йыш ҡына, һынау алдына ҡуйылып, ауырлыҡтар күкрәк ситлеген емереп килгәндә, аһәң хаҡында онотабыҙ. Ямғырҙан һуң ҡояш ҡалҡыуын, ниндәй ҡараңғы төндән һуң да яҡты көн тыуасағын, сыуаҡ көҙҙәрҙән һуң сатлама һыуыҡтары менән ҡыш килеүен, унан һуң балҡып яҙ көтөп торғанын хәтерләмәйбеҙ. Мотлаҡ йәшәүҙе һайларға, юлдарын табырға донъялағы аһәң үҙе этәргес бирә. Кәрәкле һүҙҙәр, билдәләр ебәрә. Тик уларҙы күреүҙән туҡтамаҫҡа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә генә кәрәк.
Был осраҡта бер ҡәләмдәшемдең ҡанатлы һүҙҙәре гел ҡолағымда яңғырай: «Бөтәһе лә яҡшы, юғарынан ҡарағанда!» Үткәнем – хазина, бөгөнгөм – бүләк, киләсәгем – мөғжизә, тип йәшәүҙе һайлайыҡ. Ә мөғжизәне беҙ күп осраҡта үҙебеҙ тыуҙырабыҙ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Теги: журнал