Яңы йылдың яңы ҡарҙары

Яңы йылдың яңы ҡарҙарыЯңы йылдан яңы ҡарҙар яуасаҡ, өр-яңы тормош башланасаҡ, тип көтөү яңылыш. Яңылыҡ, яңы һулыш һәр кемдең шәхсән ҡарарына бәйләнгән. Тәүәккәлләп, үҙгәрешкә аҙым һайлап, яңыса йәшәй башлау ғына һөҙөмтәһен көттөрмәҫ. Үҙең теләмәһәң, һине бер кем дә үҙгәртә алмай шул. Тормоштоң тигеҙ генә юлдан тотороҡло барыуы – үҙе бәхет, тигәйне бер танышым. Дуҫтарҙың һыналғаны, таныштарҙың өйрә­нелгәне яҡшы булған кеүек, ниндәйҙер яңылыҡты ҡабул итеп алыу, билдәһеҙ юлдан китеү үҙе батырлыҡ талап итә. Үҙеңдең ғүмерлек инаныуҙарыңды үҙгәр­тергә тура килеүе ихтимал. Уңыш теләп, иманың юлдаш булһын, тигәндә ололар, моғайын да, үҙ-үҙеңә хыянат итмәй, йөрәгең ҡушҡанса барыуҙы ла күҙ уңында тоталыр. Барына шөкөр итеп, булғандың ҡәҙерен белеүҙе, сама тойғоһон юғалтмауҙы тоғро юлдаш итеп алғандар отолмай. Юҡҡа көйөп, борсолоп йөрөүҙәр шатлыҡ, ҡыуаныс тәмен татыуҙан мәхрүм итә. Ҡаршылыҡтарға бирешмәй, йәшәүҙе яратҡан, әйләнә-тирәләгеләргә хөрмәт менән ҡарағандар сикһеҙ һоҡланыу уята. Ерҙә ярай ҙа шундайҙар бар, тип һөйөнәһең. Ундайҙарға һыйынғы килә. Уларҙың йылыһы ҡанаттарҙы яҙа, тау-тау эштәр атҡарырға дәртләндерә. Изгелек кешене тауҙай бейегәйтә, йөрәген аса, күңелен таҙарта. Рухи бейеклек ынтылған үрҙәребеҙҙең, уңыш­тарыбыҙҙың береһе булырға тейеш.

Өләсәйем һәр ваҡыт: «Бәндәләргә бәлә итмә, Аллам», – тип теләр ине. Кеше көнөнә ҡалыуҙан ҡурҡыу түгел, ә үҙеңде үҙең ҡарау, сәләмәтлектең ниндәй бәхет икәнен тойған бит ул! Аяҡ-ҡулың теүәл, аҡылың камил икән – башҡаһы өсөн борсолорға урын юҡ. Иҫән булғанда, барыһы ла ваҡыты менән киләсәк. Ҡайһы ваҡыт сабырлыҡ етмәй, уйҙарҙы тәртипкә һалып, уңышҡа көйләнеү, яңылыҡтарҙы, кешеләрҙе, яҙмы­шыбыҙға яҙған хәл-ваҡиғаларҙы күнеп ҡабул итеү етмәй.

Ә күңел барыбер шатлана: яңы көн тыуыуға, яңы яуған ҡарҙарға, яңы ғына аяҡ баҫҡан өр-яңы йылға. Ҡыуаныс, бәхет менән яҡтыра һәм башҡаларҙы ла йылыта белеү – кешеләрҙең бер-береһенә илткән иң ҙур бүләгелер. Яңы йылды ла «Башҡортостан ҡыҙы» менән ҡаршылауығыҙ, баҫмабыҙға тоғро ҡалыуығыҙ беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Яңы йылыбыҙ ҡотло булһын, донъялар имен торһон, күңел бөтөнлөгө, һаулыҡ, мөхәббәт теләйбеҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.

Яңы йылдың яңы ҡарҙары




Теги: Яңы йыл Күҙәтеү журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook