МУМТАЗ МӘХӘЛ
Берәүҙәр тарихҡа үҙ атын донъяны үҙгәртер ҡаһарманлыҡ йә иҫ китерлек ижад аша яҙа. Кемдер фәнни асыш яһап, бәғзеләр – рухи юлбашсы булып. Ә Мумтаз исеме беҙгә быуаттарҙы иңләп, иренең уға булған мөхәббәте арҡылы килеп еткән. Ер йөҙөндә ҡатын кешегә арнап төҙөлгән иң ҙур кәшәнә – Таж Мәхәл – уның хөрмәтенә күтәрелгән. Инде дүрт быуаттан артыҡ мавзолейҙан кеше өҙөлмәй, «Йыһаншаһ (Шах-Джахан) батшаның һөйгәненә арнаған таш сәскәһе» тип атайҙар уны.
...Тәхеткә күтәргәндә бабуридтар батшаға яңы исем биргән, шулай итеп Хуррам Шах-Джахан булып киткән. Шах-Джахан башҡа диндәргә тыныс ҡараған Әҡбәр олатаһынан айырмалы, исламды Һиндостанда ныҡлап таратыуға тотона. Баш ҡаланы Агранан кире Делиға күсерә һәм атаҡлы ҡыҙыл фортты – Шахджаханабадты төҙөүҙе башлай. Буласаҡ ҡатыны, атаһының бер вәзиренең ҡыҙы – Арджуман Бегимға ул үҫмер сағында уҡ ғашиҡ була. Ләкин солтан нәҫеленә ҡырҙан батша ҡыҙын алып биреп, сәйәси мәсьәләләрҙе хәл итеү йолаһы үҙенекен итә, уны бүтәнгә өйләндерәләр. Тик Шах-Джахан мөхәббәтен онотмай. Хәлле мосолманға бер нисә ҡатын алыу мөмкинлегенән файҙаланып, ул икенсегә өйләнергә теләй, әммә астрологтар, ғашиҡтар бәхетле булһын өсөн никах сәғәте биш йылдан ғына һуғасаҡ, ти. Шул мәлде саҡ көтөп алып, солтан һөйгәне менән, ниһайәт, ҡауыша. Әле һаман уларҙың матур, хисле мөнәсәбәттәре хаҡында легендалар йөрөй. «Шах-Джахан Арджуман Бегимды (Бикәм) шул тиклем яратты, беренсе ҡатыны һәм кәнизәктәренә һөйөклөһө иҫән саҡта әйләнеп тә ҡараманы», – тип яҙа шул заманда Һиндостанда йәшәгән француз табибы, фәйләсүфе һәм сәйәхәтсеһе Франсуа Бернье. Арджуманды барыһы ла хөрмәт итә, уға һоҡлана, ҡайныһы Йыһангир батша иҫән саҡта уны «Мумтаз Мәхәл», йәғни «һарайҙың биҙәге» тип атай...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Теги: