Мандухай Сәсән Ҡатын
Мандухай Сәсән Ҡатын (1449 – 1526 йылдар) – монгол халҡының милли геройы. Уның сәйәси эшмәкәрлеге Сыңғыҙхан нәҫеленең Ҡараҡором далаларында үҙенән һуң да быуаттар дауамында хаким булып ҡалыуына булышлыҡ иткән. Исеменең монголса яңғырашы –Мандухаа Сэцэн Хатан, «сэцэн» зирәк, барыһын да белгән, тәрән аҡыллы, сәсән телле тигәнде аңлата, рус телендәге «мудрость» һүҙенә, беҙҙәге сәсән мәғәнәһенә лә тап килә, «хатан», «хатун» һүҙҙәре иһә бейбисә, батшабикә тигән юҫыҡта ҡулланыла.
...Мандухай – Чоросбай-Тэмур-чинсан исемле онғот-монгол кешеһенең ҡыҙы, әсәһенең сығышы – ойраттарҙың чонос ырыуынан. Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ уҡыу-яҙыу, һыбай йөрөү һәм уҡтан атыуға йәштән маһир була. Илдә аҫыл ҡыҙ данын алған ун ете йәшлек һылыуҙы ул ваҡыттағы монгол ханы Мәндеғол (Мандуул, йәшәгән йылдары яҡынса 1426 – 1467) икенсе кәләш итә. Тәүге ҡатыны түлһеҙ булғас, ике ҡыҙ тапҡан Мандухайҙың хан һарайҙа абруйы бермә-бер арта.
Мәндеғолдо тәхет көҫәүселәр мәкерле рәүештә үлтерә, урыны бушай, тура вариҫтары булмағас, былай ҙа ырыу-ара артыҡ дуҫ йәшәмәгән монголдар араһында низағ ҡубыуҙан ҡурҡып, Мандухай хакимлыҡты үҙ ҡулына алырға уйлай. Әлбиттә, яугирлектәре менән билдәле ырыуҙарҙы йүгәнләү еңел бирелмәй. Уны юҡ итергә маташалар. Мандухай төмән йыйып, әсәһенең нәҫеленә, тәхеткә ынтылған, көслөләрҙән һаналған ойраттарға һуғыш аса. Ул арала Сыңғыҙхандың Хасар тигән ағаһы затынан иҫәпләнгән, Оло Хинган яғында хакимлыҡ иткән, Ҡытай йоғонтоһо аҫтындағы Нойонболодван яусы ебәрә. Уға сыҡһа, батшалыҡ Сыңғыҙхандан тыуғандар, йәғни чингизидтар ҡулынан китәсәген яҡшы аңлаған батшабикә аптырап ҡала. Тәхеттә ҡанун буйынса ҡатын-ҡыҙ ултыра алмай, ә вариҫ юҡ. Шул мәлдәрҙә танғуттарҙың башлығы Тэмур-Хадак (Тимер-Һаҙаҡ) борджигин ырыуынан булған етем малай Бату-Мункэны, юань династияһының тере ҡалған берҙән-бер вариҫын табып, дошман ҡулынан урлап, алып килә. Боронғо монгол тарихы теркәлгән «Алтын хикәйәт»тә яҙылыуынса, Мандухайҙың оло ағаһы Джига: «Хасар нәҫеленә сыҡһаң, ҡараңғы юлдан китеп, халҡыңдан һәм данлыҡлы Хатун исеменән яҙырһың, ә тамырҙарында бөйөк хан ҡаны аҡҡан Мункэға кейәүгә барһаң, чахар төмәндәре (монголдар) менән етәкселек итеп, исемеңде данға күмерһең», – тип кәңәш бирә...
...Бөгөн Монголияла ысын-ысындан Мандухай культы сәскә ата. 1988 йылда монгол режиссеры Б. Балжинняма Ц. Нацагроджаның романына нигеҙләнеп «Мандухай Сэцэн Хатан» тип аталған тарихи-эпик фильм төшөрә. Р. Чойномдың «Монгол ҡатыны» тигән поэмаһын илдә айырыуса яраталар. Бөгөнгө Улан-Баторҙа бөйөк ҡатынға арналған парк һәм музыкаль фонтан эшләй. Исемен күпләп сабыйҙарға ҡушалар, уның хөрмәтенә аталған төрлө ойошмалар һәм ансамблдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ...
Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Теги: