Аманнисахан
Һәр милләттең үҙ яҙмышы, үҙ йөҙө, үҙенә генә хас рухи хазиналары бар. Уйғырҙар – төрки халыҡтары араһында кәсепселеккә оҫта, иң күп милли музыка ҡоралдарын бөгөнгәсә алып килеп еткергән, Турфан, Урумчи, Ҡашғар, Йәркәнд, Ҡағалыҡ, Хотан кеүек боронғо ҡалаларының шул килеш һаҡланған архитектураһы менән данлы, әүәлдән сифатлы ебәк балаҫтар, атлас туҡымалар, балсыҡтан нәзәкәтле һауыт-һаба етештереп, донъяла беренселәрҙән ҡағыҙ эшләү сәнғәтенә эйә булған иҫ киткес егәрле милләт. Тағы ла улар Такла-Макан сүллегендә ер аҫты ҡоҙоҡтар селтәре яһап, Ҡашғар ҡалаһын йөҙөмлө ожмахҡа әйләндергән халыҡ. Тауҙарҙан башланған улаҡтарҙың юлдары ер аҫтында, ике метр тәрәнлектә, оҙонлоғо биш мең саҡрымға етә һәм ҡалағаса һуҙыла. Йөҙәр йыл торған һыу менән тәьмин итеү системаһы бөгөнгәсә һаҡланған, уны мөғжизәгә иҫәпләп, тарихсылар Ҡытай стенаһы менән сағыштыра. Бер мең биш йөҙ йылдан ашыу Уйғыр, Турфан, Йәркәнд ҡағанаттары, Ҡашғарстан, Көнсығыш Төркөстан исемдәре аҫтында йәшәгән дәүләт бөгөн юҡ. Тик мәҙәни үҙаллылыҡҡа ғына дәғүә иткән Синьзянь – Уйғыр автономияһы бар. «Ғына» тиһәк тә, ул Ҡытайҙың алтынан бер өлөшөн биләй. Әле ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уйғырҙар үҙҙәренең мәҙәниәтен үҫтерергә, милләт булараҡ һаҡланып ҡалырға тырышып көн күрә.
Уйғыр халҡы төрки донъяһына бик күп шәхестәр биргән. Шуларҙың иң атаҡлыларының береһе – тыумышы менән Ҡашғар ҡалаһынан булған, XI быуатта йәшәгән Мәхмүт Ҡашғари. Тарихыбыҙ менән әҙме-күпме ҡыҙыҡһынғандар араһында уны белмәүсе юҡтыр. Барлыҡ төрки халыҡтарының телдәрен генә түгел, мәҙәниәтен, үткәнен һәм йолаларын яҙып ҡалдырған ул билдәле хеҙмәтендә. Йәнә лә был милләттең йыр-моңға маһирлығы таң ҡалдыра. Бигерәк тә уйғырҙарҙа төрлө музыка ҡоралдарында бергәләп уйнап, ҡуша йырлап башҡаларҙы бейетеү, ҡобайыр әйтешеү, бер һүҙ менән әйткәндә, күмәк уйындар күп. Уларҙың һәр береһенең үҙ тәртибе, йырҙары, бейеүе, ҡайһыһына ниндәй дастанды һәм боронғо шағирҙарҙың ғәзәлдәрен ҡушып ебәрергә кәрәк икәнде башҡарыусылар бәләкәстән белеп үҫә. Ошо йыр-моңло уйындар төрлө байрамдар мәлендә, йола башҡарғанда ҡулланыла һәм сәғәттәргә һуҙылырға мөмкин. Муҡам тип аталған үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы был сәнғәт VI–VII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән һәм әлеге көнгәсә үҙгәрешһеҙ һаҡланған. Был байлыҡтың юғалып ҡалмауы өсөн уйғырҙар бөйөк батшабикәләре Аманнисаханға бурыслы.
Аманнисахан XVI быуатта, Йәркәнд ҡағанаты гөрләп сәскә атҡан осорҙа йәшәй. Заманаһы өсөн маһир шағирә, музыкант, фәйләсүф, йырсы ҡатын уйғырҙарҙың музыка мираҫын айырым бер тәртипкә килтереп, ноталарға һалыуҙы ойоштороп, үҙе лә был эштә туранан-тура ҡатнашып, исемен тарихта мәңгеләштергән. Халыҡты ул үҙенең ябайлығы менән арбаған. Уның хаҡында тере сағында уҡ легендалар һәм риүәйәттәр тыуған. Әле лә тормошон һәм ижадын өйрәнеү дауам итә, ә беҙҙең дәүерҙә уның тураһындағы китаптарҙың тәүгеһен – «Тәүәрих мусикюн»ды («Музыканттар тарихы») Исматулла Можизи яҙған.
Аманнисахан 1523 йылда Тарим йылғаһы буйында урынлашҡан Макит ауылында утын һатыусы Мәхмүттең ғаиләһендә тыуа. Аманниса исеме «сәләмәт ҡыҙ» тигәнде аңлата. Һигеҙ йәшендә уның әсәһе Гөлъямал баҡыйлыҡҡа күсә. Атаһы, ҡыҙының эсе бошоп йөрөмәһен тип, кистәрен уға муҡамдар тураһында һөйләй, сатарҙа уйнарға өйрәтә. Отҡор ҡыҙ ул мәлдә йәштәш ҡыҙҙары менән ауыл мәктәбендә уҡый, әҙәбиәт һәм музыка дәрестәрен ярата, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Ә инде ун өс йәшендә тирә-яҡта талантлы шағирә һәм музыкант булып таныла. Уның йырҙары һәм ғәзәлдәре яҡташтары араһында ғына түгел, бөтә ил буйлап билдәлелек яулай. Аманнисахан Нәфиси тигән псевдоним аҫтында ижад итә, шуға был әҫәрҙәрҙе яҙыусының ни тиклем йәш икәнен күптәр баштарына ла килтермәй.
Бер ваҡыт Йәркәнд ханлығы солтаны Әбдерәшит яугирҙәре менән Тарим яғына оҙайлы һунарға сыҡҡан. Кистәрен ул халыҡтың йәшәйеше менән танышыу маҡсатында ябай кеше булып кейенеп, ауылдар гиҙгән. Сәфәрҙәренең береһендә Әкрәм тигән дуҫы менән, һуңға ҡалып киткәс, бер йортҡа инеп йоҡлап сығырға рөхсәт һорайҙар. Был өй Аманнисахандың атаһыныҡы була. Ҡунаҡсыл хужа көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы сәй менән һыйлай. Батша мөйөштә торған тамбурҙы күреп, хужаның уйнап күрһәтеүен үтенә. Мәхмүт, мин тамбурҙа уйнай белмәйем, уны ҡыҙыма һатып алғайным, тип балаһын саҡыра. Аманнисахан «Панджаг» тигән муҡамдың көйҙәрен шул тиклем матур итеп уйнап, үҙенең шиғырҙарын һөйләп ишеттерә, ҡунаҡтар таң ҡала. Батшаға бигерәк тә шиғырҙар оҡшай. Һылыу, был Нәфисиҙең әҫәрҙәре тигәс, батша, кем икән Нәфиси, шул тиклем ижады гүзәл, ишеткәнем бар, әммә ҡайһы яҡтан икәнен белмәйем, ти. Ҡыйыу ҡыҙ, ул минең псевдонимым, ти. Ҡунаҡ ышанып етмәй һәм уның алдында берәй ике юллыҡ яҙып күрһәтеүен үтенә. Аманнисахандың быға бик йәне көйә һәм:
«Худа, бу банда мана толиму гуманлик козда кариди, Гоя бу уйда бугун ахшам ман учун бир тикан онди (Хоҙайым, был бәндә миңә ышанырға теләмәгән күҙҙәр менән ҡарай, Гүйә был өйҙә минең өсөн сәнскеле үләндәр үҫкән кискә ҡарай)», – тип яҙа. Әбдерәшит көлөп ебәрә һәм ғәфү үтенә.
Ошо осрашыу уларҙың икеһендә лә ғашиҡ уты тоҡандыра. Тиҙҙән батша ҡыҙҙы һората. Атаһы, Аманнисахан ниндәй ҡарарға килһә, шулай булыр, риза булһа, ҡалымдың күләмен үҙе әйтһен, ти. Аманнисахан, мин кейәүгә һатылып бармайым, мөхәббәт буйынса сығам, тип ҡалым һорауҙан баш тарта, әммә ауылдаштары өсөн баҫыуҙарҙы дымландырырға тауҙарҙан һыу каналы үткәртеүҙе үтенә. Улар бергәләп егерме йыл йәшәп ҡала. Солтандың әсәһе ябай ғаиләнән сыҡҡан киленен яратмай, улының беренсе ҡатыны менән икәүләп килененә төрлө ҡаршылыҡтар тыуҙырырға тырышып көн итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Әбдерәшит менән Аманнисахан бик татыу йәшәй. Батша кәләшенең талантын үҫтереү өсөн шарттар булдыра. Һарайға бик күп сәсәндәр һәм музыканттар туплап, йәш ханша уйғыр халҡының музыкаль мираҫын йыйыуға, уны бер тәртипкә һалып, нотаға төшөрөүгә тотона. Ҡәйнәһе дин әһелдәрен дә йәш ханшаға ҡаршы ҡоторта, улар, ҡаҙна аҡсаһы эшһеҙ йырлап-бейеп йөрөүселәргә тотонолорға тейеш түгел, ә ханбикә шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килеп, муҡамсылар араһында йөҙөн асып йөрөй, тип сығыш яһай. Был дәғүәләргә лә Әбдерәшит лайыҡлы яуап биреп, кәләшен яҡлап сыға. Ижадҡа башкөллө сумған ҡатыны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шиғриәт, музыка һәм каллиграфияға арналған «Калиблар шархи» («Йөрәк аңлатмаһы»), «Диван Нәфиси»(«Нәфисәнең шиғырҙар йыйынтығы»), ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Әхлаҡи жамилә» («Матур ғәҙәттәр») тигән китаптар сығара. Уйғыр классик музыкаһы исемлегенә ингән «Шират энгиз» («Дәрт уятыусы») муҡамының да авторы ул. Ләкин Аманнисахандың төп ҡаҙанышы – алда әйтеп китеүебеҙсә, уның халыҡ көйҙәре, йырҙары, ҡобайырҙары менән шул заман әҙәбиәте һәм сәнғәтенең синтезы булып барлыҡҡа килгән муҡамдарҙы йыйып, берләштереп, бөгөнгө көндә «Ун ике муҡам» тип аталған үҙенсәлекле милли композицияларҙы халыҡ өсөн мәңгеләштереүе. Батшабикә үҙенең уҡытыусыһы, заманының атаҡлы музыканты, шағиры, солтандың вәзире Йософ Ҡәҙерхан Йәркәнди менән берлектә ҙур команда туплап, уйғыр муҡамдарының бөгөнгө көнгәсә һаҡланып ҡалыуына әйтеп бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә.
Ул ваҡытта йәш ханшаның тырышлығы менән илдең барлыҡ һәләтле йәштәре һарайға яҡынлатыла. Улар араһында муҡам башҡарыусылар, уны өйрәнеүселәр, халыҡҡа таратыусылар һәм башҡа төрлө ижадсылар була. Йыр-моңға хөрмәте һәм һаҡсыл ҡараш арҡаһында бөгөн был милләт иң күп милли музыка ҡоралдарына эйә. Хуштар, равап, тамбир, бербаб, дутар, дап, сатар, колун, най, кошнай, сунай, канай, думбак, сапай, джупташ, ҡошуҡ, чакчак, чакча, тевинваз, награ – барыһын һанап та бөтөрлөк түгел. Был уйын ҡоралдары байрамдарҙа барыһы бергә яңғырап, ҡабатланмаҫ оркестр барлыҡҡа килтерә, улар сығарған көйҙәр аҫтында йырҙар яңғырай, бейеүҙәр башҡарыла, дастандар әйтелә, шиғырҙар уҡыла – ошо ҡатмарлы һәм билдәле ҡағиҙәләргә буйһонған комплекслы тамаша муҡам тип атала ла инде.
Аманнисахан ҡалала ҡыҙҙар өсөн матур яҙыу курстары ойоштора. Ҡыҙҙар каллиграфияны өйрәнеп кенә ҡалмай, борондан һаҡланып килгән сәнғәт, медицина, география, астрономия, дин буйынса яҙылған ҡулъяҙмаларҙы күсереп яҙыу менән дә шөғөлләнә. Аманнисахан уҡыусыларынан матур яҙыуҙы ғына түгел, хатаһыҙ яҙыуҙы ла талап итер булған.
Уйғыр халҡының арҙаҡлы ҡыҙының ғүмере утыҙ дүрт кенә йәшендә, 1567 йылда тулғаҡ мәлендә өҙөлә. Балаһы тере ҡала. Уның вафаты фән һәм мәҙәниәт өсөн ҙур юғалтыу була. Әбдерәшит тә һөйөклө ҡатынын үлемен күтәрә алмай, йөрәге ауыртып, ҡәҙерлеһенән һуң ике йыл да үтмәй, баҡыйлыҡҡа күсә.
Батшабикәләре Аманнисахандың кешелеклеге, матурлығы, ихласлығы, тырышлығы һәм ойоштороу һәләте хаҡында быуаттар дауамында халыҡ яңынан-яңы легендалар һәм йырҙар тыуҙыра торған. Уның исеме яйлап һылыулыҡтың, һәләтлелектең, рухилыҡтың синонимына ла әйләнә барған. Бөгөн уйғыр ҡыҙҙары араһында был исемде йөрөтөүселәр бихисап. Уйғырҙар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә уны онотмайҙар. Ҡаҙағстанда, мәҫәлән, «Аманнисахан» тигән билдәле бейеү ансамбле бар, ә Бишкәктә Ҡырғыҙстан уйғырҙары тарафынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ханша хөрмәтенә аталған айлыҡ журнал сығып килә. Уҡымышлы батшабикәнең тормошо һәм ижадына арналған «Принцесса Аманнисахан» исемле фильмда бар.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: