Разия Солтан
Урта быуаттың яҡынса 1200–1400 йылдарында Көнсығыштың байтаҡ илдәре менән мәмлүктәр идара итә. Сыңғыҙхандың бөйөк яулап алыуҙарынан һуң булған буталыштар заманында донъя баҙарҙарына ҡол сифатында эләккән төрки сығышлы малайҙарҙы Мысыр, Иран, Сүриә һәм башҡа илдәрҙең батшалары махсус рәүештә һатып алып, хәрби мәктәптәрҙә тәрбиәләй. Ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек тойғоһо ҡандарында булған ул егеттәр көнсығыш илдәре хакимдарының шәхси һағын һәм, хәҙерге тел менән әйткәндә, иң элиталы ғәскәрҙәрен тәшкил итеп, «мәмлүктәр» тип атап йөрөтөлә. Иң аптыратҡаны – аҙ һанлы ошо хәрби ҡатлам уйламағанда берләшеп, власты үҙ ҡулдарына төшөрөүгә өлгәшә һәм төрки сығышлы был батырҙар, солтан династияларын булдырып, Мысыр, Һиндостан, Сүриә, Пакистан һәм башҡа хәҙерге бик ҙур майҙандарҙы биләгән илдәр менән ике йөҙ йыл самаһы идара итә. Улар араһында башҡорттарҙан сыҡҡан Бейбарс, Сәнжәр әл Башҡорди һәм башҡа байтаҡ атаҡлы хакимдар ҙа булыуы билдәле. Иң ғәжәбе: Мысырҙағы мәмлүктәр династияһы менән бер осор ҡыпсаҡ ҡыҙы Шаджар-ад-дур етәкселек итһә (уның хаҡында журналдың киләһе һандарында уҡып белерһегеҙ), хәҙерге төньяҡ Һиндостан, Афғанстан һәм Пакистан ерҙәрен үҙ эсенә алған Дели төрки мосолмандары ҡағанаты хакимы, сығышы Дәште-Ҡыпсаҡтан булған мәмлүк хаким Илтотмош, улдары булыуға ҡарамаҫтан, үҙенән һуң урынына ҡыҙы Разия Солтанды батшабикә итеп ҡалдыра.
Әсәһе Туркан-хатун йәшләй генә вафат булғас, Разияны атаһы күҙенән осормай ғына үҙе тәрбиәләргә тырыша. Икенсегә үҙенең хеҙмәтсеһенә өйләнһә лә, күңеле тыныслыҡ тапмай. Унан тыуған дүрт малайының еңел холоҡло, ялҡау булыуын, күңел асырға яратыуын күреп, эсе боша. Улдарына тәхетте ҡалдыра алмаясағын аңлаған батша сығышы менән хәҙерге Эфиопия яғынан булған Яҡут исемле ҡолона Разияға хәрби серҙәрҙе төшөндөрөргә ҡуша. Был күнегеүҙәрҙең бушҡа үткәрелмәүен самалаған ҡатыны, улдарының әсәһе Шотокан Разия менән Яҡутҡа ҡаршы мәкер ҡора башлай. Ҡыҙ балаға ҡылыс болғап йөрөү килешмәй, ниңә солтандың ҡыҙын ҡол кеше уҡыта, уларҙы зинасы, тип һөйләйҙәр, тигән булып та ирен шикләндереп ҡарай. Илтотмош уға, һинең солтаның да ҡасандыр ҡол ине, оноттоңмо, һарайымдың хазинаһы булып киткәнеңсә һин дә кәнизәгем генә инең, кеше кешенән кәм була алмай, тәкәбберлек – иң ҙур гонаһ, тип яуаплай. Яҡут бер нисә йыл дауамында солтандың һөйөклө ҡыҙына уҡтан мәргән атырға, эйәрҙә ныҡлы ултырырға, ҡылыс һәм һөңгө менән оҫта һуғышырға өйрәтә. Йәш йөрәктәр араһында ғишыҡ уты тоҡана, ләкин төрлө ҡатлам кешеләре булыуҙарын аңлап, улар хатта хистәрен бер-береһенә белдерергә лә баҙнат итмәй. Атаһы алдында имтихан тотҡанда Разия осоп барған ҡоштарҙың күҙҙәренә төбәп атып сәпкә тейә, хандың һалдаттарын ҡылыс уйындарында еңеп, майҙандан ҡасырға мәжбүр итә. Рәхмәтле батша Яҡутты ҡоллоҡтан азат итеп, «ҡеүәт әл мөлөк» тигән хәрби титул бирә һәм Аҡай ҡәлғәһен, шулай уҡ уның тирәяғындағы ерҙәрҙе бүләк итә.
Атаһы хәрби походта саҡта үгәй әсәһе Фируз ағаһын тәхеткә ултырта. Уның хаяһыҙлығынан яфа сиккән халыҡ Илтотмошҡа ярҙам һорап сапҡын ебәрә. Батша үҙе менән һуғышта йөрөгән ҡыҙын Яҡут оҙатыуында тәртип урынлаштырырға ҡайтара. 1236 йылда иһә үҙе үлер алдынан ҡыҙын тәхеткә ултырта. Мосолман булһа ла, Разия, батшалыҡ иткәндә халыҡтан йөҙөмдө йәшермәйәсәкмен, тип пәрәнжәһен сисә, яуға сыҡҡанда салбар кейә. Ҡул аҫтындағы кешеләрҙең тормошон күрер өсөн махсус рәүештә Дели урамдары буйлап хәлдәрен белешеп йөрөй, теләгән бер әҙәм уға тура мөрәжәғәт итә ала. Ябай кешеләрҙең «Разия ла Разия» тип тороуын күргән башҡа власть вәкилдәре үҙҙәре өҫтөнән ҡатын кеше хакимлыҡ итеүенә күнергә теләмәй, уға ҡаршы күтәрелеп, беҙҙең ханыбыҙ Фируз шаһ, тип иғлан итәләр. Ләкин халыҡ Разияны яҡлап сыға һәм заговор баҫтырыла, Рукнут-дин Фируз үлтерелә. Йәш батшабикәнең илде бер йоҙроҡҡа төйнәй алыуын күреп, күрше илдәрҙең батшалары уға яусылар ебәрә башлай. Разия уларҙың барыһын да кире ҡаға, йөрәгендә һаман да тик Яҡут йәшәй. Әйткәндәй, ул һәр ваҡыт солтанбикәһенең янында, уң ҡулы булып ҡала. Батшабикәнең уға булған йылы мөнәсәбәте башҡа төрки полководецтарының асыуына тейә. Хәрби оҫталыҡта Яҡутҡа етеүсе булмағанына ышанған Разия ҡылыс менән айҡаш иғлан итә, еңеүсегә кәләш буласағын белдерә. Уға күптән күҙе ҡыҙып йөрөгән ҡанһыҙ Алтын бей барыһынан өҫтөн сығып, һин минеке,тигәндә генә, бар ҡыйыулығын йыйып, майҙанға һыбайлы Яҡут сабып килеп инә. Ләкин Алтын бей, хурлыҡҡа һанап, ҡара тәнле менән һуғышыуҙан баш тарта. Үҙ һүҙле батшабикә, әлбиттә, уға кейәүгә бармай. Тарихи сығанаҡтарға ҡарағанда, ул тормошҡа утыҙ йәшендә генә сыға. Ҡыҙҙарҙы ун өс йәштән ир йортона оҙатҡан урта быуат өсөн был бик ғәжәйеп күренеш.
Разия – Делиҙың берҙән-бер батшабикәһе. Ҡалған осорҙа гел ирегеттәр хакимлыҡ иткән. Ул тәхеттә өс йыл ярым ултырып ҡала. Ҡатыны булыуҙан баш тартҡан өсөн Алтын бей унан ҡаты үс ала. 1239 йылда Лахорҙың ханы Малик Изз ад-Дин Кәбир хан Аяз Разияға ҡаршы ихтилал күтәрә. Был юлы ла Разия еңә. Ләкин әлеге хәлдең кем ҡотҡоһо икәнен аңлаған солтанбикә 1240 йылда Бхатиндала наместник булып торған Алтын бейгә ҡаршы походҡа сыға һәм дошман ҡулына эләгә. Был яуҙа уның мөхәббәте, ҡара тәнле булыуы арҡаһында Разияның дәрәжәһен төшөрөүҙән ҡурҡып өйләнеүҙән баш тартҡан Малик Джамал ад-Дин Яҡут хажиҙы ла үлтерәләр. Башлыҡһыҙ ҡалған һиндостанлылар Разияның ҡустыһы Муизз ад-Дин Бахрамды тәхеткә күтәрергә мәжбүр була. Үҙе батша булырға хыялланған Алтын бей Разияны ихтыярынан тыш ҡатын итеп ала һәм, уны яңынан урынына ултыртып, үҙе етәкселек итеү ниәте менән Бахрамға ҡаршы һуғышҡа китә, әммә еңелә. Яңы батша апайы Разияны ла, уның ҡанһыҙ ире Алтын бейҙе лә язалап үлтертә.
Разия ханбикә булған осорҙа һинд халҡы шул тиклем иркен тын алып ҡала, боронғо китаптарҙа уның хаҡында, бөйөк, изге, ғәҙел, мәрхәмәтле хакимә, тип яҙылған. Бик күп хәрби походтарҙы уңышлы ойошторған, баҫып килгән дошмандарҙы кире ҡаҡҡан оҫта яугир ҡатындың тормошо һәм мөхәббәт тарихы легендалар һәм йырҙар булып халыҡ хәтерендә йәшәүен дауам итә. Разияның тормошо һәм шәхесе хаҡында байтаҡ художестволы китаптар яҙылған, фәнни тикшеренеүҙәр ойошторолған.
Болливуд та был тарихи шәхескә иғтибар итмәй булдыра алмаған, уның тураһында бер түгел, ике фильм төшөргән. Тәүгеһен режиссер Девендра Гоэл 1961 йылда сығарһа, 1983 йылда зәңгәр экрандарҙа Камал Амрохиҙың таҫмаһы пәйҙә була. «Батша ҡыҙы»(«Razia Sultan») тип аталған был фильмда ул саҡтағы иң билдәле һинд йондоҙҙары: Разия ролендә – Хема Малини һәм Яҡут булып Джармендра уйнай. Иҫ киткес саф мөхәббәт тарихы хаҡында һөйләгән был кинофильм бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Тарихта батшабикәнең аҙашы ла булған. «Бөйөк быуат» тип аталған билдәле төрөк сериалында күрһәтелгән Разия Солтан – Сөләймән батшаның ҡыҙы, улар төрлө быуаттарҙа, төрлө илдә йәшәгән ике айырым шәхес.
Дәште-Ҡыпсаҡ иле ҡыҙҙарының тарихтың ниндәй ҡатмарлы осоронда үҙҙәренә бөтөнләй ят ғәрәптәр һәм индустар менән уңышлы идара итеүҙәре, ул милләттәрҙең был ҡатындарҙы хакимә итеп танып буйһоноуҙары һоҡландырып ҡына ҡалмай, төрки ҡатынының Ер шарындағы тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҙур өлөш индереүен дә иҫбатлай.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: