Алай батшабикәһе
Борондан Европа сәйәхәтселәре төрки телле ҡәүемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың юғары урын биләүен, оло хөрмәткә лайыҡ һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булыуын, хатта яуға йөрөүҙәрен, дин тотһалар ҙа, иректәре сикләнмәүен аптырап та, һоҡланып та билдәләгән. Ғорур, сая, сымыры, зиһенле төрки ҡатындары, күп кенә йәмғиәттәрҙә баҫылып, хатта йыш ҡына ҡол хәлендә йәшәгән гүзәл заттар менән сағыштырғанда, ысынлап та, амазонкалар һымаҡ тойолғандыр. Юҡҡа ғына оло йылғаларыбыҙҙың береһе Ырғыҙ (Ир-ҡыҙ) тип аталмаған, бушҡа ғына В. Зефировтың «Йәнтүрә» хикәйәһендә ирҙәре менән бергә Парижғаса еткән башҡорт ҡатындары хаҡында һөйләнелмәгән. Яңы рубрикабыҙҙа һеҙҙе тарих ҡулсаларын әйләндергән аҫыл ҡатындар менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Курманжан – XIX быуатта ҡырғыҙ халҡын бер тупҡа туплап, оҙаҡ йылдар Фирғәнә, Ош яҡтарында хакимлыҡ иткән, ҡытай һәм рус баҫҡынсыларына ҡаршы торған яугир рухлы ҡатын. Оҙаҡ көрәшкәндән һуң, халҡын һаҡлап ҡалыу өсөн килешеү нигеҙендә Рус дәүләтенә ҡушылған, хатта кинйә улын аҫҡандарында ла, илдәге именлек хаҡына тыныс ҡала алған башлыҡ. Коканд ханлығынан датка (генерал), Рәсәй хөкүмәтенән полковник дәрәжәһен алыуға өлгәшкән, мосолман илдәре араһындағы рәсми рәүештә хәрби дәрәжә алған тәүге батшабикә.
Ҡырғыҙҙар – беҙгә төрки телле ҡәрҙәштәребеҙ араһында менталитет, йәғни холоҡ, һын-һыпат, тормош-көнкүреш яғынан да, уйғырҙар һәм ноғайҙар менән бер рәттән, ныҡ оҡшаш халыҡтарҙың береһе. Күптәр белмәйҙер, бәлки, уларҙың баш ҡалаһы Бешкәк (русса Бишкек) бешкәк һүҙенән алынған. Аҡ май, ҡымыҙ бешкән ауыл апайҙары шундуҡ аңлар ни хаҡында һөйләүемде. Улар ҙа йыуаса, бишбармаҡ бешерә, ҡорот ыҫлай, буҙа ҡоя, талҡан тарта.
Уҙған йыл аҙағында «Башҡортостан» киностудияһы Президентыбыҙ Гранты ярҙамында Өфөлә халыҡ-ара «Аҡбуҙат» милли-этник кинофестивале уҙғарҙы. Унда «Голливуд» һәм башҡа эре корпорациялар етештергән таҫмаларҙан ялҡҡан тамашасыға өр-яңы донъя асылды, тиһәк тә, хата булмаҫ. Бәйгегә тәҡдим ителгән ике йөҙ эштең утыҙ өсө ҡатнашыу хоҡуғын алған. Рәсәй, Иран, Куба, Латвия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа байтаҡ илдәрҙән тап шул ерҙәрҙә йәшәгән аҫаба халыҡтар, уларҙың тарихы, тормош-көнкүреше хаҡындағы фильмдар ингән унда. Танылған башҡорт режиссерҙары Таңсулпан Бураҡаева, Вилүрә Иҫәндәүләтова, Айнур Асҡаровтар ҙа, һәр ваҡыттағыса, яҡшы кинотаҫмалар тәҡдим итте. СССР ваҡытында мөһим һәм дәүләт сере тигән мөһөр тағылған операцияларҙы (мәҫәлән, Ю.Гагариндың йыһанға осоуын) таҫмаға төшөрөүсе легендар оператор Мәхмүт Рафиҡовтың килеүе, уға Башҡортостан Хөкүмәтенең юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены тапшырылыуы ла фестивалгә бәҫ өҫтәне. «Курманжан датка» нәфис фильмы ла ярыштың фавориттары исемлегендә булды.
Хәс тә үҙебеҙсә милли колорит: йәйләүгә баҫҡынсылар килеп ингәс, ҡара ергә сәселеп киткән аҡ ҡына ҡороттар булһынмы, умырып йылҡының эре һөйәген кимереп ултырған бала тиһеңме, бәпесләгән йәш киленгә йүгертеп ҡоротло һурпа килтерһендәрме, Курманжан Әлим бәккә сигелгән ҡулъяулыҡ тапшырһынмы, ҡунаҡҡа барып өс көн һыйланғас ҡына йомоштарын әйтһендәрме – һәр күренеш, хәрәкәт күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡырғыҙ киноһына һоҡланып, бер аҙ көнләшеп, эх, беҙҙә бит бынан да күркәмерәк йолалар бар, шуларҙы күрһәтерлек ҙур фильмдар ҡасан тыуа инде, тип сәмләнде тамашасы. Көнләшерлектә шул, бейек һауанан төшөрөлгән панорамалы кадрҙар, деталдәргә булған нескә иғтибар оператор оҫталығына дәлил булһа, төрки халҡының ипле холҡон һәм матурлығын күрһәткән һәләтле актерҙар һайлауы һәм һис бер компьютер графикаһы ҡулланмайынса масштаблы фильм килтереп сығара алыуы менән режиссер ҙа һоҡландырҙы.
Курманжан (беҙҙеңсә әйткәндә, Ҡорбанйән) Маматбай ҡыҙы 1811 йылда Тянь-Шань һәм Памир һырттарын айырып торған Алай тауҙарында урынлашҡан Монгуш ауылында тыуған. Ун һигеҙ йәшендә уны үҙенән өс тапҡырға оло кешегә кейәүгә бирәләр, әммә унан ҡасып ҡайта һәм өс йыл ата йортонда йәшәй. Йәш кәләштең никах килешеүен ғәмәлдән туҡтатҡан фарман сығарып, ил күрке булған датка (генерал) Әлимбәк уны үҙенә ҡатынлыҡҡа ала. Кәләше уға алты ул бүләк итә. Егерме туғыҙ йыл бергә йәшәп ҡалалар. Әлимбәкте, ҡырғыҙҙарҙы берләштерергә ынтылғаны өсөн, Коканд ханы мәкерле рәүештә үлтертә. Идара итеүҙе Курманжан үҙ ҡулына ала. Тол ҡатындың ун меңлек армияһы була. Коканд ханы Ҡоҙаяр, алай ҡырғыҙҙарын вассал итеп, хәл етмәҫлек һалым һалғас, Курманжан риза булмай хат яҙа. Хан уны һөйләшеүгә саҡырырға мәжбүр була. Хаким, бөтә көнсығыш мосолман донъяһында тәү тапҡыр ҡатын кешене рәсми ҡабул итеп, уға датка, йәғни генерал чинын бирә. Алай батшабикәһен Бохараның әмире Мозафар ҙа таный, һүҙен грамота менән нығыта. Датканың ставкаһы Гульча тигән ауылда урынлаша.
1876 йылда рус ғәскәрҙәре Коканд ханлығын яулай. Көньяҡ ҡырғыҙҙары, Курманжан һәм уның алты улы баш бирмәй. Абдылбәк, Оморбәк, Мамытбәк, Асанбәк, Батырбәк, Ҡамсыбәк улдары Памир-Алайҙың төрлө төбәктәрендә баҫҡынсыларға ҡаршы көрәш башлай. Ләкин ҡаты алыштарҙан һуң көстәр тиң булмауын аңлаған Курманжан йәйләүе халҡын Ҡашғар яғына, Күкһыу далаларына алып китә. Уйғырҙар уларҙы ерҙәренә индерергә риза булмағас, Афғанстанға ынтыла. Әммә ҡырғыҙҙан булған һатлыҡ Шабдан, уларҙың юлын ҡыйып, батшабикәне ҡулға ала. Ханбикәнең йоғонтоло кеше булыуын иҫәпкә алып, уны кенәз Витгенштейн штабҡа шәхсән оҙата, рус яғы уға ғүмеренең һаҡ аҫтында буласағын вәғәҙә итә. Фирғәнәнең хәрби губернаторы, буласаҡ рус-төрөк һуғышы геройы Михаил Скобелев рәсми ҡабул итеү ойоштора. Ул Курманжанға ханша тип өндәшә һәм, минең дә шундай ҡыйыу улдар үҫтергән инәнең балаһы булғым килә, миңә, улым, тип өндәшегеҙ, тип үтенеп, парса елән бүләк итә. Датка улдарына ҡаршылашыуҙы туҡтатыу тураһында хат яҙырға күнә һәм уларҙы яңы барлыҡҡа килгән Төркөстан генерал-губернаторлыҡ биләмәләренә волость етәкселәре итеп ҡуйыуҙы һорай. Скобелев ризалашҡас, Курманжан ҡырғыҙ ерҙәренең Рәсәйгә ҡушылыуын иғлан итә. Оҙаҡламай Рәсәй хөкүмәте лә уға полковник чинын бирә. Курманжан аҡыллы сәйәсәт алып бара, Коканд ханлығында булып торған ихтилалдарҙа халҡы ҡырылмаһын өсөн, Рәсәй менән һәр ваҡыт тигеҙ мөнәсәбәттә ҡала.
Ләкин 1893 йылда кинйәһе Ҡамсыбәкте күрә алмаусылар, ул Афғанстан һәм Ҡашғар менән йәшерен бәйләнеш тота, тип ялыу яҙа һәм үҙе өйҙә булмағанда улы йортонда тентеү була. Ҡатынының толомон киҫәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың толомон ҡырҡыу ҙур ғәрлек һанала, шуға сыҙамай, туғандары тентеүгә килгән рус хәрбиҙәрен үлтерә. Губернатор был ҡаңғырышҡа бәйле ҡырғыҙҙарға үлем язаһы сығара. Курманжан, уға хат яҙып, башҡаларын ҡотҡара алһа ла, Ҡамсыбәккә хөкөм үҙ көсөндә ҡала. Ҡаршы сыҡһа, Рәсәй менән килешеү боҙолоп, һуғыш башланырын аңлаған батшабикә, башын ғорур күтәреп, һыбай яза буласаҡ ергә килә. Беренсе аҫҡанда дар арҡаны өҙөлә. Курманжан: «Хоҙай ҡаршы!» – ти, ләкин уны тыңламайҙар. Был ваҡиғанан һуң Алай хужабикәһе тауҙарға китә. Уның хаҡында Николай II батшаға хәбәр итәләр, һәм Рәсәй императоры уға дәүләт символдары төшөрөлгән алтын сәғәт менән гәүһәр ҡашлы биҙәүес ебәрә.
1906 йылда, Курманжандың үлеменән бер йыл алда, уның йәйләүенә Азия экспедицияһы менән Финляндияның буласаҡ маршалы, ул ваҡытта әле сәйәхәтсе Карл Густав Эмиль Маннергейм килә. Улар оҙаҡ әңгәмәләшеп ултыра. Атаҡлы сәфәрсе батшабикәне фотоға төшөрөргә теләүен белдерә һәм 96 йәшлек мосолман ҡатынының еңел генә ризалашып, атына һикереп менеп ултырыуына хайран ҡала.
Алай батшабикәһе 1907 йылдың 1 февралендә вафат була һәм Ҡамсыбәк улы эргәһендә, Ош ҡалаһы янында ерләнә.
Курманжан датка Зыйнат исемле аҡын булараҡ та билдәле. Зыйнат урта Азияла XIX быуаттың атаҡлы шағирәләре Надира, Дильшот, Махзура һәм Увайси менән бер рәттә торған әҙибә һанала. Батшабикә ҡырғыҙ, иҫке төрки һәм фарсы телдәрендә ижад итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгә уның яҙғандарының аҙ өлөшө генә килеп еткән. Бигерәк тә улы Ҡамсыбәкте язалағандан һуң яҙғандары үҙәккә үтерлек. Шиғырҙарының бер өлөшө рус теленә тәржемә ителгән.
Курманжан датка заманы өсөн шул тиклем билдәле булған, Азияға сәфәр ҡылған күп эшмәкәрҙәр уға һуғылып киткән. Шул ваҡыттарҙа әле уның хаҡында француз, немец, поляк, рус матбуғатында байтаҡ мәҡәләләр баҫылған.
2004 йылда Бешкәктә уға һәйкәл асыла. Бешкәк һәм Ош ҡалаларындағы урамдар батшабикә исемен йөрөтә. Һүрәте ҡырғыҙ банкы сығарған илле һумлыҡ банкноталарҙы биҙәй. ҠырғыҙРәсәй славян университеты Курманжан датка исемендәге халыҡ-ара премия булдырған. Лауреаттары араһында Рәсәйҙең беренсе ледиһы Людмила Путина менән Ҡаҙағстан президентының хәләл ефете Сара Назарбаевалар ҙа бар.
2010 йылда был тарихи шәхес тураһында режиссер З.Эралиев тулы метражлы «Тау ханшаһы» тигән фильмды презентациялаһа, быйыл иһә режиссер Садыҡ Шер-Нияз «Курманжан датка» нәфис фильмы менән таң ҡалдырҙы. Башҡортостанда үткән халыҡ-ара «Аҡбуҙат» милли-этник кинофестивалендә «Курманжан датка» «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында еңеүсе булды.
Ҡырғыҙҙың ғына түгел, барса төрки халыҡтарының ғорурлығы булған Курманжан инә хаҡындағы фильм – 2015 йылғы «Оскар» премияһы номинанттары исемлегендә. Еңерме, юҡмы, уныһы февраль аҙағында ғына билдәле буласаҡ, әммә ул, төрки халыҡтары тарихы буйынса төшөрөлөп, «Оскар»ға тәҡдим ителеүсе беренсе фильм булыуы менән дә тарихҡа ингән. Шулай итеп, Алай батшабикәһе инде үҙе булмаһа ла, кинолағы образы аша ла халҡын данлауын дауам итә.
Тамашасыға күңел осошо бүләк иткән халыҡ-ара «Аҡбуҙат» милли-этник кинофестивале лә бәләкәй халыҡтарҙың кино сәнғәтен ҙур донъяға танытҡан сара булып артабан да йәшәһен, үҫһен, тигән теләктә ҡалабыҙ. Беҙҙең режиссерҙарға ла илһам һәм ныҡышмалылыҡ юлдаш булһын, сөнки уларға үҙ сиҙәмдәрендә эш сикһеҙ, донъяға күрһәтер шәхестәребеҙ күп, тарихыбыҙ бай.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: