Еләк кенә саҡтың ҡәҙере

Еләк кенә саҡтың ҡәҙере Ҡатын-ҡыҙға шундай бер мәл килә: донъя, әйләнә-тирәләгеләр, үҙенең тотҡан урыны, баһаһы хаҡында берауыҡ фекер төйнәп, ышаныс һәм тыныс күңел менән йәшәргә өйрәнә, барыһының да ҡәҙерен, тормоштоң тәмен белә, сабыр аҡыллыға әйләнә. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баҫма саралар бүлегендә баш белгес вазифаһын башҡарған Неля Шәмсетдин ҡыҙы Ғәйнетдинова ла ғүмеренең еләктәй миҙгеленә инә.


Заман хәстәре иңендә
«Рухиәтем, булмышым менән әсәйемә бурыслымын», – ти Неля ханым. Уның билдәле шағирә, журналист, драматург, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Ғәниеваның берҙән-бер һөйөклө ҡыҙы икәнлеген күптәр белеп тә етмәйҙер. Ярһыу рухлы, халҡым тип янған, башҡорт шиғриәтенә хеҙмәтте ғүмерлек бурысы, күңел, намыҫ талабы итеп алған әҙибәнең ҡыҙы булыу яуаплы ла, ауыр ҙа, шул уҡ ваҡытта рәхәттер ҙә.
Шиғыр яҙмаһа ла, шиғри күңелле ул Неля. Ижад кешеләренең сәйерлектәренә, үҙенсәлектәренә аңлап ҡарай. Журналист, илһөйәр, телһөйәр булараҡ әсәһенең юлын лайыҡлы дауам итә.
Бала саҡтан уҡ Башҡортостан радиоһында «Пионер осҡоно», 8-9-сы кластарҙа үҫмерҙәр өсөн «Йәйғор» тапшырыуҙарын алып барып, бөтә республикаға танылырға өлгөргән, тыныслыҡ илсеһе Саманта Смитҡа яҙған хаты иң яҡшыларҙан тип табылып, «Ленинец» гәзитендә баҫылып сыҡҡан ҡыҙыҡайға һөнәр һайлағанда артыҡ уйланырға тура килмәй. Башҡорт дәүләт университетында асылған «Журналистика» бүлегенең тәүге ҡарлуғастары, әлеге көндә исемдәре таныулы Ғәлим Яҡупов, Азат Ғиззәтуллин, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Әлфиә Шәрипова, Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова, Шамил Әхмәтшиндар менән бер тулҡын булып, балҡып килеп инә ул ижади мөхиткә. Студент йылдарынан уҡ уҡыу менән эште тигеҙ тарта. Башҡортостан телерадиокомпанияһында эшләү дәүерендә уны «Даирә» тапшырыуының тәүге алып барыусыһы, «Һаулыҡ», «Бер күҙлектән ҡарағанда» тапшырыуҙар циклының авторы булараҡ әле лә хәтерләйҙәр. Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһендә матбуғат секретары эшен теүәл һәм яуаплы ойоштороуы ла ыңғай баһалана уның.
Тиҫтә йылға яҡын инде Неля Шәмсетдин ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баҫма саралар бүлегендә китап сығарыу эштәренә, республика журналдары эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙарҙы көйләү, БР дәүләт заказы буйынса тематик план әҙерләү, БР Хөкүмәте эргәһендәге Китап сығарыу комиссияһының эш төркөмө, Агентлыҡтағы Журналистар союзы ойошмаһының секретары вазифаларын намыҫлы башҡара. Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡып, «Дәүләт хеҙмәте» буйынса махсус белем алыуы ла эшенә яуаплылығын һөйләй торғандыр. «Башҡортостан ҡыҙы», «Рампа», «Тамаша» журналдарының, «Истоки» гәзитенең мөхәрририәте ағзаһы ла ул. Ошоларҙы билдәләп үткәндән дә уның ниндәй яуаплы өлкәлә хеҙмәт итеүен, ниндәй ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә тура килеүен күҙ алдына килтерергә була. Наҙлы, йомшаҡ ҡына тойолған ханымда ихтыяр көсө, рух ныҡлығы хайран ҡалдыра, итәғәтле алсаҡлығы артында сабыр, төплө аҡыл йәшеренгәнен тойомлата.

Мөхәббәт, ғаилә, бала...
Неля мөхәббәтен һәм буласаҡ тормош иптәшен 16 йәшендә осрата. Ата-әсәһе Үзбәкстанға китеп йәшәгән ғаиләнән булған Ҡадир урта мәктәпте тамамлағас та Өфөгә, апайҙарына килә. «Моғайын да, самолеттан төшкәс тә тәүге күргән ҡыҙы мин булғанымдыр», – тип йылмая Неля. Дуҫ ҡыҙының ағаһы хаҡында әйткән һүҙҙәре сәменә тейә ҡыҙыҡайҙың. Үҙенә ғашиҡ иттергәс тә ҡапыл тынысланған ҡыҙ артынан күләгә кеүек йөрөй башлаған егеткә хистәренең ихласлығын иҫбат итер өсөн байтаҡ ныҡышмалылыҡ һалырға тура килә. Һалдатҡа алынғас, йәштәр дуҫтарса хат яҙышып тора. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас иһә, Неляның ғына түгел, ҡәйнәһенең дә ышанысын яулай Ҡадир. Матур итеп ғаилә ҡоралар. Искәндәр тыуғас, ғаиләгә ҡот, бәрәкәт ҡуна. Һаулығы өсөн хәүефле булғанлыҡтан, Неляға табиптар бала табырға рөхсәт итмәй. Әммә йәш ҡатын үҙенең көсөнә ышана. Табиптарҙың «әгәр ҙә...» тигәненә ҡарамай, туптай теремек, һау малай тыуҙырыуы бер мөғжизә, батырлыҡ тип ҡабул ителә яҡындары тарафынан да. Әлбиттә, уларҙы ышандыра ала Неля. Барыһын да ыңғай тулҡынға көйләргә күнеккән, тормоштан тик яҡшылыҡ ҡына көткән һәм шуға ышанған кешенең теләктәре, хыялы мотлаҡан үтәлә бит ул!
22 йыл инде улар бергә. Бер-береһенә таяныс булып, иңгә-иң терәп ғүмер итәләр. Донъя буйлап сәйәхәт итеү оҡшай Ғәйнетдиновтарға. Биш диңгеҙҙә булырға өлгөргәндәр: Ҡара, Ҡыҙыл, Аҡ, Эгей, Крит диңгеҙҙәренән килтерелгән иҫтәлектәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ялдар хаҡында йылы тәьҫораттарҙы уята.
Ә иң һөйөндөргәне – улдары. Искәндәр Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, Мәскәү дәүләт мәғлүмәт университетында медиабизнес менеджеры һөнәрен үҙләштерә. Мәктәптә уҡығанда уҡ фото төшөрөү менән мауыҡҡан егет хәҙер компьютер технологияларын ҡулланыу, художестволы дизайн менән етди шөғөлләнә, клиптарын, фото, афиша, плакаттарын Интернет киңлектәренә Искан Райтерев псевдонимы менән сығара. Рәсәй йондоҙҙарының концерттары һәм сығыштарынан әҙерләнгән видеоотчеттар, фотолар, төшөргән клиптары федераль кимәлдәге музыкаль каналдар аша күрһәтелә.

Рухи ҡәғбәләр
«22 йыл буйы уның яҙған хаттарына ҡағыла алманым. Уны юғалтыуҙан йәнем һыҡраны. Быйыл, ниһайәт, уларҙы ҡайтанан уҡып сығырға көс таптым, – ти Неля. – Халҡыбыҙҙың яҙылмаған әхлаҡи ҡанундарын, рух юғарылығын әсәйемдең әсәһе – Әминә өләсәйем аша төшөнгәнмен, һәр һорауыма унан яуап тапҡанмын. Уның аҡылына, йәнемде, рухымды ҡурсалап, нығыта, мине ижадҡа илһамландыра алыуына, ышанысы ҡөҙрәтенә, илаһи булмышына һаман да һоҡланам», – ти Неля. Өләсәй наҙын, өләсәй аҡылын татыған ҡыҙҙар үҙен бәхетлерәк тоя шул, улар биргән йылы ғүмер буйына етә. Ә Неляның күңелендә өләсәһенең һуңғы хаты алтын хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылғандай: «Бөгөн, ҡыҙым, һине радионан тыңланым. Бик ҡыҙыҡлы тапшырыу әҙерләгәнһең. Ысын кеше, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы, журналист булғанһың. Хәҙер инде үлһәм дә, үкенмәйем». Хатты яҙғандан һуң ике ай үткәс, өләсәһе мәңгелеккә күҙҙәрен йома...

Үткәндәрҙә ҡалған үкенестәр
Өс йәштән атаһынан айырылған Неля ғүмер буйына күңелендә йөрөгәнен бер ултырыуҙа хатҡа теҙеп яҙа. Ни тиклем уны күрергә теләүен, уның менән осрашыу хыялын. Һәм бына бер айҙан хат килеп төшә. Почта йәшнигенән «Дилмөхәмәтовтан» тигән яҙыулы ҡағыҙ остоғон алғанда, ҡулдары ҡалтырай, йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып дөпөлдәй. Хатты Руслан ҡустыһы яҙған булып сыға, күптән түгел генә атаһы баҡый донъяға күскән икән. Ә Неляның атаһына хат яҙырға батырсылыҡ итеүе уның теүәл ҡырҡ көнлөгөнә тура килеүе лә осраҡлылыҡ ҡына микән?
Үкенес ҡыуаныс менән йәнәш килә: әллә ҡайҙа сит яҡта, ер аяғы ер башында ятҡан Иркутск яғында, баҡтиһәң, уның өс бер туғаны йәшәп ята, имеш! Шунан бирле бер-береһенең хәлен белешеп, аралашып йәшәй бауырҙаштар.
Йылайырҙа ғүмер иткән атаһының әсәһе, 101 йәшенә еткән Сабира өләсәһен дә барып күрә Неля. Һуғыш ваҡытының бөтә ауырлыҡтарын елкәһендә күтәргән йөҙйәшәр ҡатын ейәнсәренә үҙенең оҙаҡ йәшәү серен сисә: «Ғүмер буйы эшләнем, спиртлы эсемлектәр ҡулланманым», – ти ул. Уның доғаларын тыңлап, фатихаһын алыу бәхетенә лә ирешә ейәнсәр. Бер аҙҙан ул да мәрхүмә була.
Бәләкәй генә сағынан үҙен тәрбиәләгән, ата наҙын да, олатай хәстәрен дә биргән, ерҙә дан булып йәшәгән, туҡһанын тултырып донъя ҡуйған әсәһенең атаһы Әхмәтшәриф Ғәниевтың Бөйөк Ватан һуғышында батарея командиры вазифаһын үтәүен, атаһының атаһы, билдәле ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың туғаны – Йәнғәле олатаһының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ҡаһарман командир булыуын да ғорурланып һөйләй Неля.
Шәжәрә ағасы ла ике тамырҙан ҡеүәт ала. Ҡоштарға ла осҡанда ике ҡанат кәрәк. Неляның ике яҡты ла ҡан тартыуы, ҡан хәтере тип ҡабул итеп, ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ кисереүе шунандыр.

Яҙмышҡа яҙылғаны
Һәр кеше ғүмер юлын үҙенсә үтә. Иртәнән кискә тиклем дәүләт хеҙмәтендә эшләгән Неля Шәмсетдин ҡыҙының да тормошо, мөмкинлектәре, уйҙары – үҙенең яҙмышына яҙғанса. Һүҙ ҡәҙерен, кешеләрҙең, яҡындарының ҡәҙерен белеүе, илем, халҡым тип йәшәүе асыҡ сағыла уның һәр ғәмәлендә.
Азалия МИРЗАЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook