Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа

Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа“Башҡортостан ҡыҙы” журналының илле йыллығына арналған юбилей саралары дауам итә. Был юлы баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары менән осрашыу тап йөҙ йыл элек Башҡортостан хөкүмәте иғлан ителгән тарихи төбәктә – Ырымбурҙа уҙҙы.

Журнал хеҙмәткәрҙәрен ҡала ситендә үк Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Кесе ватаным – Туҡ-Соран” йәмғиәте етәксеһе Резеда ханым Күсәрова ҡаршы алды. Тура ҡаланың “Милли ауыл” комплексының башҡорт музейына юлландыҡ. Унда музей мөдире Гөлүзә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Мөшәрәпова төбәктәге милләттәштәребеҙҙең мәҙәниәте менән таныштырҙы. Орск һәм Новотроицк ҡалаларынан килгән әүҙем яҡташтарыбыҙ менән дә күрешеп, артабан инде бергәләп төп сара үтәсәк урынға ашыҡтыҡ.

Ҡаланың бай тарихлы, заманында З. Биишева, С. Агиш, М. Йәлилдәр йөрөгән Х. Ямашев исемендәге китапханаһы 10 ноябрь көнө туй майҙанын хәтерләтә ине. Теҙелешеп ултырған өҫтәлдәргә башҡорт һыйҙары ҡуйылған, тәмле сәйҙәр яһалған, шығырым тулы залда энә төшөрлөк тә урын юҡ. Барса халыҡ байрамса кәйефтә, күбеһе милли кейемдә. Экранда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баннеры һәм тышлыҡтарынан күренештәр алмашынып тора, төрлө йылдарҙа сыҡҡан журнал һандарынан күргәҙмә лә ойошторолған.

Китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Әнисә Хәлитова кисәне матур, йәнле итеп алып барҙы, журналдың тарихына һәм рубрикаларына йөкмәткеле байҡау яһаны. Артабан сығыш яһаусыларҙың һәр береһе үҫмер саҡтан “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡып үҫеүҙәрен, күбеһе ауыл һандыҡтарында һаман да журналдың элекке номерҙары ҡәҙерләп һаҡланыуы хаҡында тулҡынланып һөйләне. Редакция хеҙмәткәрҙәре Гөлнара Хәлфетдинова менән Гөлнара Мостафинаның баҫманың бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, глобализация шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн журналдың тап ҡағыҙ вариантының тиражы кәмеүгә юл ҡуйырға ярамағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙарын ырымбурҙар ҡеүәтләп ҡабул итте һәм тәнәфес мәлендә баҫмаға дәррәү яҙылды. Редакция менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ла журналдың милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур эштәр атҡарыуына туҡталып, әлеге мәлдә баҫмала барған бәйгеләр һәм баҫылып килгән оҫталыҡ дәрестәре хаҡында һөйләп китте. Ошо төбәккә хас милли биҙәүес һаҡалды эшләү буйынса ул ойошторған мастер-класс та сараға йәнлелек өҫтәне.

Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһарин урында милли мәҙәниәтте һаҡлау йүнәлешендә алып барылған эштәр тураһында бәйән итте. “Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваға республиканан ситтә йәшәгән башҡорттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе өсөн оло рәхмәтемде еткерәм! Өлкәлә башҡорттарҙың күп һанлы булыуын һәм төбәктең төрлө өлөшөндә йәшәүен иҫәпкә алып, тиҙ арала ун биш мең башҡорт йәшәгән Ҡыуандыҡта ла “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән осрашыу үткәреүҙе хәстәрләйек, был бик мөһим эш. Өлкәнең Һаҡмар буйы башҡорттары ла милли матбуғатты һаҡлау эшенән ситтә ҡалырға тейеш түгел, башҡортса баҫмаларға Башҡортостандан ситтә лә ихтыяж ҙур”, – тип белдерҙе аҡһаҡал. Урындағы “Карауанһарай” мосолмандар ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Йәнгәбилованың Республика тарихында ғәжәйеп ҙур урын алып торған Карауанһарай хаҡындағы сығышы уйландырырлыҡ булды. Гөлимә ханымдың ҡалала шәхси башҡорт музейы булдырыуына һәм башҡа юҫыҡтағы, бигерәк тә башҡорт милли биҙәүестәрен өйрәнеү һәм йыйыу йүнәлешендәге эшмәкәрлегенә һоҡландыҡ. Әйткәндәй, осрашыуға ул үҙ ҡулдары менән теккән таҡыяла килгәйне.

Ырымбурҙың билдәле шағирәһе Нәфисә Смакованың ярһыу сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Бигерәк тә ижадсының журналыбыҙға арнаған әҫәренән:
“Башкортостан ҡыҙы”, һаҡлап ҡалсы
Сафлыҡтарға тоғро һүҙеңде!
Йәш саҡтағы кеүек өмөтләнеп
Көтөп ҡалайыҡсы үҙеңде,
– тигән юлдары яңғырағас, халыҡ гөж килеп ҡул сапты. Орск ҡалаһында халҡыбыҙ мәҙәниәтенә йән өрөп йәшәгән Минзирә апай Аҡҡошеваның да йөрәге түҙмәне, осрашыу мәлендә “Башҡортостан ҡыҙы”на арналған өр-яңы шиғыр яҙып, уҡып ишеттерҙе.

Кисәне моңло йырҙары менән биҙәгән Флүзә Хәлитоваға, Минзирә Аҡҡошеваға, Луиза Рай Бәхтейәроваға, Марат Яҡшембәтовкә, Новосергиевск районы Судьбадаровка ауылының “Мираҫ” вокал ансамбле һылыуҙарына, Зөлфиә Сәйфелмөлөковаға, Ырымбур ҡурайсыларына (улар араһында Александр исемле ҡумыҡ егете лә булды), сараның төп ойоштороусыһы булған Ырымбур башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Йәғәфәр Йәнгилде улы Яманһаринға, ошо байрамды булдырыуға ҙур өлөш индергән Мәскәүҙең “Сәсән” ижад берекмәһе етәксеһе Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы Агееваға, Х.Ямашев исемендәге китапхана директоры Светлана Хәлил ҡыҙы Әхмәтйәноваға һәм уның урынбаҫары Вәсилә Хәлим ҡыҙы Шәрәфетдиноваға, китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Әнисә Марат ҡыҙы Хәлитоваға, “Карауанһарай” дини ойошмаһы етәксеһе Гөлимә Сәлихйән ҡыҙы Йәнгәбиловаға, матди ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Миңлегәүһәр Шамил ҡыҙы Аллағоловаға менән Резеда Ильяс ҡыҙы Күсәроваға һәм башҡа барлыҡ тынғыһыҙ дуҫтарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Был осрашыу журналға республиканан ситтә лә оло ихтыяж булыуын асыҡ күрһәтте. Ырымбурҙар “Башҡортостан ҡыҙы” менән бергә булды һәм буласаҡ!

Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғас, журналға яҙылыусылар араһында лотерея уйнатылды. Унан һуң да тамаша ҡарарға килгәндәр һис кенә ҡайтырға ашыҡманы. Кемеһе гармунын һыҙҙырып, кемеһе йыр һуҙып, тотош бер концерт ҡуйып ташланылар. Кемуҙарҙан ҡунаҡҡа саҡырҙылар, киләһе юлы иркенләберәк килергә һүҙ биреп, юл ыңғайы данлыҡлы Карауанһарайға һуғылып, күңелгә ятып өлгөргән ҡалаға рәхмәтле булып, йөрәктәребеҙгә ут алып, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ.
Гөлнара Хәлфетдинова.


Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа
Башҡортостан ҡыҙы – Ырымбурҙа




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Ырымбур




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook