“Башҡортостан ҡыҙы” – Рәсәйҙең баш ҡалаһында
Быйыл март айында баҫмабыҙҙы Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында бар республика һәм күрше өлкәләр тәбрикләгәйне. Башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналының үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын Мәскәүҙә лә уҙғарыуы осраҡлы хәл түгел. Редакция “Сәсән” ижад берекмәһе менән берлектә быға тиклем дә баш ҡалала Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим ижадына арналған уртаҡ сараларҙы тормошҡа ашыра килде. Ошо хеҙмәттәшлекте дауам иттереп, көҙҙөң сыуаҡ көнөндә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының байрам кисәһе баш ҡала уртаһында, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты янындағы вәкиллегенең конференц-залында гөрләп үтте.
“Башҡортостан ҡыҙы”ның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның баҫманың тарихы һәм бөгөнгө хәле хаҡындағы ихлас һәм йөкмәткеле сығышын, баш мөхәррир урынбаҫары Гөлнара Хәлфетдинованың журналдың тирә-яҡ өлкәләр менән бәйләнеше хаҡында һөйләүен тамашасы тын да алмай тыңланы. Экрандарҙа баҫманың элекке һәм хәҙерге тышлыҡтарынан күренештәр, редакцияла төрлө йылдарҙа эшләп киткән хеҙмәткәрҙәрҙең фотолары күрһәтелеп барыуына ла һөйөндө ҡунаҡтар.
Журналды юбилейы менән тәбрикләргә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Инга Юмашеваның килеүе лә ҡыуаныслы булды. Уҙған йылда ғына баҫмабыҙ тышлығын фоторәсеме менән биҙәгән Инга Альберт ҡыҙы әле үҙе алып барған халыҡ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары һәм гендер проблемаларына бәйле һорауҙарға юлығыуы һәм уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышыуы хаҡында һөйләне.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге рәсми вәкиллегенең дәүләт органдары һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Азат Марат улы Ғәфүров, вәкиллектә бығаса Башҡортостандың матбуғат баҫмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү тәжрибәһе, уртаҡ проекттар булмауын билдәләп, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы менән “Сәсән” ижад берләшмәһенең (етәксеһе Әлфиә Агеева) был изге башланысының тағы ла ҙурыраҡ эштәргә нигеҙ булырына ышаныс белдерҙе.
Осрашыуға килеүселәрҙең һәр береһенең журналға бәйле иҫтәлектәре, тәҡдимдәре, ҡыуаныстары һәм борсолоуҙары ла яңғыраны залда. “Башҡортостан ҡыҙы”н ҡеүәтләргә Ырымбур яҡтарынан килеп еткән Флүзә Хәлитованың моңло йырҙары, атаҡлы шағир Сөләймән Муллабаевтың ҡыҙы Гүзәл Гәрәеваның хәтирәләре һәм шиғыр уҡыуы, мөнәжәтсе Мәйсәрә Кучаеваның сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ханты-Манси округының Мегион ҡалаһынан баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, волонтер Люциә Нурмөхәмәтова иһә Себер яҡтарында йәшәүселәргә журналыбыҙҙың рухи терәк булып тороуы хаҡында һөйләне.
Белеүегеҙсә, “Башҡортостан ҡыҙы”н элек-электән республикабыҙ эсендә генә түгел, Рәсәйҙең бар төбәктәрендә лә алдыралар. Журналда ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында ла мәҡәләләр бирелә. Шул материалдарҙа тормош-көнкүрештәре, йөрәк ынтылыштары сағылыш тапҡан геройҙарыбыҙҙың да байрамға килеүе, килеү генә түгел, концерт номерҙары менән уны биҙәүе үҙе бер һөйөнөс булды. Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән Әлфиә Агеева, Зәбидә Хәзиева, Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Алһыу Буш, Гүзәл Хөснөтдинова, Рената Бәҙәмшиналар тап шундай геройҙарыбыҙ һәм инде тоғро дуҫтарыбыҙ ҙа.
Билдәле тәржемәсе Йәмил Мостафин үҙенең сығышында, журналды уҡып, Рәсәйҙе тап ҡатын-ҡыҙ күтәрәсәк тигән фекергә киләм, тиһә, Мәскәүҙә йәшәүсе тағы бер яҡташыбыҙ, хаҡлы ялдағы летчик Зөбәйер Иҫәнғолов, баҫма башҡорттоң бөгөнгө мәҙәни кимәленең көҙгөһө ул, тип билдәләне һәм 40 йыл элек апайым, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсөм Иҫәнғолованың да фотоһүрәте тышлыҡта баҫылыуы менән ғорурланам, тип белдерҙе. Яҡташыбыҙ Зилә Шәйхетдинова етәкләгән “Диана Свердловская клубы” берекмәһендә шөғөлләнеүсе Мәскәүҙең йәш яҙыусылары ла журналды тәбрикләп, үҙ ижад емештәренән “ауыҙ иттерҙе”.
Осрашыуға эшмәкәрлектәре менән Мәскәүҙе гөрләткән күптәнге таныштарыбыҙ – “Аҡ тирмә” берекмәһе ағзалары ла килгәйне. Етәкселәре Гөлсинә Батыршина, журнал – беҙҙең фекерҙәш тә, рухташ та, тип, берекмәнең ғәҙәткә ингән йолаһын атҡарып, баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның иңенә яулыҡ япты. Медицина фәндәре докторы Дилә Биҡҡолованың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо белемдәренә бәйле төплө сығышы ла әһәмиәттле һәм урынлы булды.
“Башҡортостан ҡыҙы” менән байтаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән Өфөнөң “SARBI” ательеһы етәксеһе Сайма Хәсәнова менән йәш дизайнер Эльмира Моталова берлектә сығарған “Күҙ нуры” стилләштерелгән күлдәктәр һәм Башҡортостан картаһы менән байытылған милли спорт кейемдәре коллекцияларының күрһәтелеүе байрамға айырыуса бер нәзәкәтлек өҫтәне. Кейемдәрҙе Мәскәүҙең “Йәсмин” студияһы моделдәре, үҙебеҙҙең һылыу башҡорт ҡыҙҙары кейеп сығыуы ла оло ҡыуаныс булды.
Сара барышында журналға подписка ойошторолдо. Яҙылыусылар араһында йәштәрҙең дә булыуы һөйөндөрҙө. Журналды киләһе йылда алдырасаҡ яңы дуҫтарыбыҙ араһында лотерея уйыны үтте. Төп бүләк, спонсорыбыҙ Сайма Хәсәнова теккән ҡыя таҡыя, Фәймә Әбдрәхимоваға эләкте. Тағы ла ике еңеүсегә, Кейекбаева Лариса менән Айгөл Вәхитоваға, журналыбыҙҙың исеме яҙылған нағышлы алъяпҡыс тәтене. Ошо матур сараны үткәреүгә көс һалыусы барлыҡ яҡташтарыбыҙға, байрамға килеп сығыш яһаусы мәртәбәле ҡунаҡтарға иһә баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы журнал исеменән рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр һәм китаптар тапшырҙы. Туғандар, яҡташтар осрашҡанда ғына була торған күтәреңке кәйеф, шул уҡ ваҡытта тыуған яҡҡа булған тартылыу һәм һағыныу хистәре менән һуғарылған байрам күҙ асып йомған арала үтте лә китте. Әммә, алып барыусы хушлашып сараны япҡас та, берәү ҙә ҡайтырға ашыҡманы. Йылы аралышыу яйлап фойеға, унан ошо байрам булһын өсөн тос өлөш индергән хөрмәтле дуҫыбыҙ Азат Марат улының эш кабинетына күсте. Көн төнгә ауышҡас ҡына, ситтә йәшәгән яҡташтар, осрашыуҙан ут алып, ҡуйындарына “Башҡортостан ҡыҙы”н ҡыҫып ҡосаҡлап, ойоштороусыларға, ауылыбыҙға ҡайтып әсәй менән күрешкәндәй булдыҡ, тип рәхмәт әйтеп, таралышты.

Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50