Тамырҙарҙы юллап

Тамырҙарҙы юллап
Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус баҫма тарихының башланғыс осорона тарих фәндәре докторы Рима Сөләймәнованың күп кенә хеҙмәттәре бағышланған. Быға ҡарамаҫтан, әлеге мәсьәләнең ҡайһы бер яҡтарын асыҡлау өсөн урын бар әле.

Башҡортостанда гүзәл заттар өсөн тәү башлап «Ҡатын-ҡыҙҙарға – киң юл!» тип махсус гәзит рәүешендә эшләнгән бер тапҡырлыҡ баҫма сығарылыш 1921 йылдың 8 мартында донъя күрә (2, 52-се бит; 1, 198–199-сы биттәр).

«Азат ҡатын» («Освобожденная женщина») исемле ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге ваҡытлы баҫмаһының 1-се һаны 1921 йылдың 7 ноябрендә Стәрлетамак ҡалаһында донъя күрә.

Редакцияның адресы: Карл Маркс урамы, 69, Хеҙмәт һарайы, 6-сы йорт. Ул партияның өлкә комитеты эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар бүлегенең нәшере була. Бәләкәй форматта ҡағыҙҙың бер яғында баҫыла. Ауыр осорҙа гәзиттең сығыуы туҡталып ҡала.

Гәзиттең мөхәррире – Рабиға Ҡушаева (Рәхмәтуллина). Дәүләт нәшриәтендә баҫылған гәзиттең тиражы 1500 дана тәшкил итә. Хәҙерге көндә Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының Һирәк баҫмалар бүлегендә, Башҡортостан Республикаһы дәүләт архивында был гәзиттең бер нисә нөсхәһе һаҡлана.
1-се һанда Рабиға Рәхмәтуллинаның «Дүрт йыллыҡ революцияла», Таң-һылыуҙың «Ас балалар һәм эшсән ҡатындар», «Дүрт йыллыҡ октябрь көнө һәм аслыҡ белән көрәшеү», Һөйөндөктөң «Ас булғастын, меҫкен нишләһен?!» тигән мәҡәләләре, «Оҙатыласаҡ балаларға кейем хәҙерләү» иғланы донъя күргән.
Гәзиттең 2-се һаны «Башҡортостан хәбәрҙәре» исемле республика гәзитенең 46-сы һанына ҡушымта рәүешендә сығарыла. Ҡулыбыҙға эләккән нөсхә ике биттән тора. Унда «Теләйбеҙ», «Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ваҡ һөнәрселек», «Беренсе май – эш көнө», «Беренсе май байрамы һәм ҡатын-ҡыҙҙар», «Аслыҡ ҡорбаны», «Беренсе майҙың тарихы», «Кантком (РКП (б)) янындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләү шөғбәләренә һәм Башҡортостан эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарына асыҡ хат» исемле мәҡәләләр донъя күргән. Авторҙар араһында – З. Хәйерова, Ф. Бикмөхәмәтова кеүек ҡатын-ҡыҙҙар. Баҫма тулы көйө һаҡланмағанға ҡайһы бер асыҡланмаған урындары бар.

Башҡорт ваҡытлы матбуғатының тәүге тикшеренеүселәренең береһе булған Төхвәт Йәнәби «Башҡорт ваҡытлы матбуғаты: 1919–1929» мәҡәләһендә (Өфө: «Баш­ҡортостан» гәзите нәшере, 1929, 52-се бит) уны: «Һәр хәлдә был гәзит Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының тарихта беренсе тапҡыр донъя күргән гәзите булды. Ул үҙ дауамында сикһеҙ ҡараңғылыҡта йәшәп килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы аң-белемгә етәкләүҙә беренсе аҙым яһаны», – тип баһалай (1, 21-се бит).

«Азат ҡатын» гәзитен сығарыуҙы билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рабиға Ҡушаева башлата. Ул бындай баҫманы булдырыу кәрәклеге хаҡында партияның Башҡортостан өлкә комитеты секретары Шәһит Хоҙайбирҙинға мөрәжәғәт итә. Башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә уның фекерен хуплай. Шулай итеп, тәүге ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы нәшер ителә башлай (2, 53-сө бит).

Ғәрәп хәрефле төрки телендә нәшер ителгән гәзит материалдары араһында Таң-һылыуҙың «Ас балалар һәм эшсән ҡатындар» исемле мәҡәләһенең теле хәҙерге башҡорт әҙәби теленә яҡынлығы менән айырылып тора. Был псевдоним аҫтында ижад иткән авторҙың Рабиға Ҡушаева булыуы ихтимал. Сөнки уның Таңһылыу исемле ҡыҙы булыуы билдәле (4, 175-се бит). Башҡорт әҙәби теле өсөн дә бик ҙур әһәмиәтле был мәҡәләне тел үҙенсәлектәрен һаҡлап, иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Әхәт Сәлихов,
тарих фәндәре кандидаты.



Ас балалар һәм эшсән ҡатындар
Эшсе һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, асларға нисек ярҙам итәргә тейешле?
Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамы, эшселәр белән бергә сәнәғәтте күтәреү, тавар алмашыу фондын арттырыу, сәғәттән тыш өсөн, айырым вазифалар булһа, ул да ҡатын-инә, өй хужаһы булыулары белән алар, иң башта ас балаларға ярҙам сараларын күрергә тейешләр.
Хәҙерге ҡурҡыныслы аслыҡта бигрәген балалар ауырлыҡ күрә. Аслыҡтың осло тырнаҡлары аларҙың мәғсүм йөрәкләренә ҡаҙала, аларҙың нескә арганизмларын ҡаҡшата, менә ул ҡурҡыныслы балаларымыҙҙы һәләкәт соҡорона ташланы.
Әлбәттә, балаларға ярҙам итеү, аларҙың күҙ йәшләрен һөртөү, һыныҡ күңелләрен йыуатыу эшен ялғыҙ инәләр генә яхшы белә алалар.
Шул сәбәптән ас балаларға ярҙам итеү эшләре һәр ҡайыһы бигрәген эшсе ҡатын-ҡыҙҙарға йәғни, инәләренә табшырылыб, аларға үҙ өҫтләренә төшкән ваҙифаларын тейешенсә эштәргә тейешлеләр. Ярҙамдың бер минут кисектерелеүе унарса, йөҙләрсә йәш мәғсүм балаларҙың әжәлләрен китерәләр.
Аслыҡ форсат көтмәй, һаман да үҙ вәхшәтен эшләй.
Шундай аслыҡ, аһ-зарлар белән бөтөн Идел-Урал буйлары яңраған ваҡытта беҙ фәлсәфәләр һатып, юҡ-барҙы тикшерүб торорға тейеш түгелбеҙ.
Барлығыбыҙ ҙа ҡулыбыҙҙан килгән ярҙам белән йәш инҡилаб балаларын аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн ымтолорға тейешбеҙ. Был беҙҙең кисектермәй торған вазифаларыбыҙ.

Таң-һылыу.
«Азат ҡатын» гәзите.
1921. 1-се һан. 7 ноябрь.

Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Йәнәби Төхвәт. Башҡорт ваҡытлы матбуғаты: 1919–1929. – Өфө: «Башҡортостан» гәзите нәшере, 1929. – 52-се бит.
2. Сулейманова Р.Н. У истоков женской печати в Башкортостане // Башкортостан в ХХ столетии. Исторические портреты. Вып. III. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010. – С. 52–57.
3. Сулейманова Р.Н. «Женская» печать Башкор­тостана: страницы истории // История края и судьбы людей. Тезисы докладов и сообщений Второй научно-краеведческой конференции. – Уфа, 1994. – С. 198–199.
4. Сулейманова Р.Н. Рабига Кушаева // Ватандаш. 1997. №3. С. 166–176.




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook