Хәтер йомғағын һүтеп...

Хәтер йомғағын һүтеп...
Факил МЫРҘАҠАЕВ,
яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Мифтахетдин Аҡмулла, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге
премиялар лауреаты


«Совет Башҡортостаны» гәзитендә сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорт бүлеге мөдире вазифаһын тартҡан саҡ. Көтмәгәндә КПСС Өлкә комитетына саҡыртып алдылар ҙа яңы эш тәҡдим иттеләр. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яуаплы секретарь кәрәк икән. Ризалашырға тура килде.

…Бүлектәрҙә әҙерләнгән мате­риалдар иң элек секретариатта уҡыла һәм төҙәтелә. Журналды макетлау, әҙер һанды типографияға тапшырыу һәм тейешле ваҡытта кәрәкле сифатта баҫылып сығыуын тәьмин итеү ҙә яуаплы секретарь өҫтөндә. Баҫмала донъя күрәсәк шиғырҙарға, хикәйәләргә һүрәттәр ҙә яһатырға кәрәк. Рәссамыбыҙ бар-барлыҡҡа, тик, ауырыу сәбәпле, бар көсөнә эшләй алмай. Журналды типографияға тапшырырға ваҡыт етә башлаһа, редакцияла мәхшәр ҡуба: һүрәттәрҙе кемдән төшөртөргә белмәй баш ватабыҙ. Беҙҙе күрше редакцияларҙа, башҡа ойошмаларҙа эшләүсе рәссамдар ҡотҡара.

Тиҙҙән был яфаларҙан да ҡотолдоҡ. Рәссам вазифаһын Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлаған Нәсих Хәлисовҡа йөкмәттек. Уның тырышлығы менән мин эшләгән осорҙа ғына ла (1986 – 1996 йылдар) уҡыусыларҙың күңеленә хуш килерлек итеп журналдың дизайнын, ҡушымтаның биҙәлешен бер нисә тапҡыр үҙгәрттек.

Үҙен журналист тип һанаған кеше командировкаларға йөрөргә, халыҡ араһында ҡайнарға тейеш. Минең мәҡәләләрем дә журналда урын алды. Хаттар ҙа тикшерергә тура килде. Береһе айырыуса иҫтә ҡалған.

Ул хат Салауат районынан ине. Авторы – механизацияланған күсмә колоннала эшләүсе ире үлеп, ике бала менән тол ҡалған ҡатын. Дөйөм ятаҡта бәләкәй генә бүлмәлә көн күрәләр. Ирен торлаҡ сиратынан һыҙып ташлағандар. Биш йыл буйына сиратта тораһың, тип ышандырып килгәндәр. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, ыңғай яуап ала алмаған. Аптырағас, беҙгә яҙған. Хатты кире ебәрмәүебеҙҙе, ә үҙебеҙҙең килеп тикшереүебеҙҙе үтенгән. Илдең Торлаҡ кодексында, иҫәптә торған, ҡараусыһын юғалтҡан, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләр иҫәптән төшөрөлмәй, тиелһә лә, үтенесен кире ҡаҡҡандар. Ҡатындың торлаҡ алыуға сиратын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ике көн буйына тиҫтәләгән ойошманың ишеген шаҡырға тура килде.

Элеккеләренә өҫтәп, яңы руб­рикалар астыҡ. «Урал мөғжизәләре» – шуларҙың береһе. Унда Рәшит Шәкүр уҡыусыларыбыҙҙы ике йыл дауамында Оло Уралдың – Башҡортостандың һәм күрше өлкәләрҙең тәбиғәт ҡомартҡылары, айырыуса иҫтәлекле урындары менән таныштырып барҙы.

1988 йылда журналыбыҙ Социа­листик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова һәм Ленин ордены кавалеры Шәмсиә Ғәҙелова исемендәге приздар булдырып, ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәйгегә саҡырҙы. Бер йылдан һуң, йәмле йәйҙең ҡояшлы бер көнөндә еңеүселәрҙе редакцияға йыйып, журналдың Почет грамоталарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре – малсылар, сөгөлдөр үҫтереүселәр, агроном, тракторсы булып эшләүсе гүзәл заттар бар ине.

Редакцияла «түңәрәк өҫтәл»дәр ҙә ойошторолдо. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары менән күрешеү уларҙың үҙҙәре өсөн дә, тамашасылар өсөн дә файҙалы булды.

Журнал уҡыусылар менән осрашыуҙар гөрләп уҙа торғайны. Уларҙың береһе Өфө ҡалаһының С. Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында үтте. Зал шығырым тулы. Тамашасылар йырсылар Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәғфирә Ғәлиева, Нәзифә Ҡадирова, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, шағирҙар Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Сафуан Әлибаев, Әнғәм Атнабаев һәм башҡаларҙың сығыштарын алҡыштарға күмде. Ошондай уҡ сараларҙы Өфөнөң дөйөм ятаҡтарында, башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа ла ойошторҙоҡ. Бындай осрашыуҙың башында, әлбиттә, баш мөхәрриребеҙ Гөлфиә Юнысова торҙо. Ул, журналыбыҙға мәҡәләләр яҙыуҙан тыш, республикабыҙ буйлап йыш йөрөнө, беҙҙе, редакция хеҙмәткәрҙәрен дә, йәлеп итте. Пермь өлкәһенең Барҙым районында, Туймазы тегеү фабрикаһында осрашыуҙар үткәреүем әле булһа онотолмай.

Хәләл көсө, тырыш хеҙмәте, бөйөк аҡылы менән тыуған тупрағының шөһрәтен арттырған гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар журналдың иң түрендә булды. Йөрәгеңде ярып сыҡҡан сабый яҙмышы, әсәлек бурыстары, мөхәббәтле ғаилә ҡороу, сәләмәтлек серҙәре, ололарҙы ололоҡлау, кеселәрҙе ҡурсалау, милләтте милләт иткән туған тел һәм тыуған ер ҡото кеүек оһолло мәсьәләләрҙән алып иң зауыҡлы хужабикәләрҙең һәр нәзәкәтенә яуап бирерҙәй кәңәштәр журналдың йөҙөн билдәләне. Ул – бөгөн дә гүзәл заттар ғына түгел, бөтә ғаилә яратҡан баҫма. Киләсәктә лә шулай булып ҡалһын!



Теги: Журнал Башҡортостан ҡыҙына 50 Факил Мырҙаҡаев




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook